Таҙа, “йәшел” продукция бренды кәрәк
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы уңыштарын билдәләп үтте. 2018 йылда үҫеш 19,4 процент, экспорт 25,8 миллиард доллар тәшкил иткән. 2024 йылда ул инде 45 миллиард долларға етергә тейеш. Президент билдәләүенсә, бойҙай буйынса беҙ иң эре экспортерҙар иҫәбенә инәбеҙ, үткән йылда уның күләме 44 миллион тонна тәшкил иткән.
“Ауыл хужалығының тотороҡло үҫешенең төп факторы булып, әлбиттә, ауылда хеҙмәт иткән кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү торорға тейеш, – тине Владимир Путин. – Хөкүмәтебеҙ иғтибарын шуға йүнәлтәм: быйыл уҡ ауыл биләмәләре үҫешенең яңы программаһын ҡабул итергә кәрәк, ул 2020 йылдан эшләй башлаһын”.
Президент Хөкүмәткә таҙа, “йәшел” продукция бренды булдырырға ҡушты. Етештереүҙә тик кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ технологиялар ҡулланылырға, ул эске һәм тышҡы баҙарҙа юғары сифат гарантияһына эйә булырға тейеш.

Теги: послание Мөрәжәғәтнамә