Әкиәтле шыршы байрамы
Республиканың төрлө мөйөштәренән килгән 300-гә яҡын бала кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән сағыу Яңы йыл тамашаһын бер ҡасан да онотмаҫ, моғайын.
Сәләмәтлектәрендә етешһеҙлектәр булған, ауыр тормош хәлендәге, атайҙары хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн “Аксаков шыршыһы” байрамы тәүге тапҡыр уҙғарылды. Шыршы янындағы әкиәти тамашаны, бөтә донъяға билдәле йырсы Асҡар Абдразаҡовтың, “Тауыш” проектында халыҡ һөйөүен Рушана Вәлиеваның сығыштарын улар ысын-ысындан Яңы йыл бүләге тип ҡабул итте.
Танылған балалар табибы Леонид Рошалдең, республикабыҙ етәксеһенең тормош юлдашы Каринэ Хәбированың да ҡатнашыуы иһә был сараның ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында һөйләй. Мөғжизәгә ышанысы артҡан балалар кисәнән әйтеп бөткөһөҙ тәьҫораттар менән таралышты.

Альмира Кирәева.
Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Теги: Яңы йыл