«Хоҡуҡлымынмы?..»
Журналыбыҙҙа хоҡуҡи темаларға йыш сығыш яһаусы авторыбыҙ, Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Адвокаттар палатаһының Октябрьский махсуслаштырылған филиалы (Өфө ҡалаһы) адвокаты Надежда Николаевна КРЫЛОВА редакцияға килгән һорауҙарға аңлатма бирә.
– Ҡыҙымдың ғаиләһе, икенсе бәпестәре тыуғас, Өфөлә йәшәп ятҡан ерҙәренән Ҡаҙағстанға – кейәүҙең тыуған иленә күсеп китте. Ҡыҙым әсәлек капиталы алырға хоҡуҡлымы?
– Әсәлек (ғаилә) капиталына, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы граждандары булған әсәләр дәғүә итә ала. Дәүләт яҡлауы биреләсәк баланың да шулай уҡ Рәсәй гражданы булыуы шарт. Уның бер үк ваҡытта икенсе ил гражданы булыуы ҡамасау түгел. Тимәк, икенсе бәпесен Өфөлә тапҡан ҡыҙығыҙҙың әсәлек капиталын алырға хоҡуғы бар.
– Ҡыҙым менән кейәүҙең айырылышҡанына бер йыл ваҡыт үтте, аталары бәлиғ булмаған өс балаға бер тин дә алимент күсергәне юҡ. Ул хеҙмәт хаҡының күпме өлөшөн сабыйҙарына түләргә тейеш?
– Рәсәй Федерацияһы Ғаилә Кодексының 81-се статьяһында былай тиелә: «Алимент түләү хаҡында килешеү төҙөлмәгән икән, суд аша юллап, атай йәки әсәйҙән бер балаға – хеҙмәт хаҡының һәм башҡа табыштарының дүрттән бер өлөшө, икәүһенә – өстән бер, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балаға яртыһы күләмендә алимент түләтелә».
Суд, дәғүәсенең һәм түләүсенең матди, ғаилә хәлен, иғтибарға лайыҡ башҡа шарттарҙы иҫәпкә алып, алимент күләмен арттыра йәки кәметә ала.
Әгәр алимент хаҡында килешеү төҙөлгән икән, түләүҙәр күләме ирекле.
– Улым юғары уҡыу йортонда түләүле белем ала. Нисек итеп уҡыу өсөн киткән аҡсаның һалым ҡайтармаһын алырға?
– Балалары дәүләт уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлегендә түләп уҡыған ата-әсәләр социаль һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы. Уны алыу өсөн түбәндәге документтарҙы һалым инспекцияһына тапшырырға кәрәк:
3-НДФЛ формаһы буйынса декларация,
сығымдарығыҙҙы раҫлаусы документтар (квитанциялар),
белем биреү хаҡында уҡыу йорто менән төҙөлгән килешеү,
туғанлыҡ кимәлен раҫлаусы документ,
эшләгән ойошманан 2-НДФЛ справкаһы.
Һалым инспекцияһы документтарҙы тикшереп, ыңғай ҡарар ҡабул иткәс, ғариза биреүсе исеменә ҡулаҡсаһыҙ иҫәп менән аҡса күсерелә. Уҡыу өсөн индерелгән аҡсаның һалым ҡайтармаһын артабанғы йылда ғына алырға мөмкин. Йәғни 2015 йылда түләнгән аҡса ҡайтармаһын 2016 йылда алырға була. Түләү әсәлек капиталынан, отоштан, аҡсалата приздан күсерелһә, ҡайтарма бирелмәй.
Шуны онотмағыҙ: уҡыу йортоноң дәүләт аккредитацияһы үтеүе зарур. Уҡып йөрөүсе баланың йәше 24-тән, әгәр ул опекаға йәки патронат тәрбиәгә алынһа, 18-ҙән артмауы мөһим.

Тәғзимә ШӘРИПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Гөлһылыу ЙӘНГИЛДИНА.
Мәләүез районы.

Хәйерниса КӘРИМОВА.
Баймаҡ районы.

Теги: