Мул өлөшлө баш бала

– Беҙ, йәш ғаилә, ошо көндәрҙә беренсе бәпесебеҙҙе көтәбеҙ. Тәүге сабыйы тыуған ғаиләләргә Башҡортостаныбыҙ күрһәтә башлаған 300 мең һумлыҡ ярҙам менән торлаҡты киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Яңы йылдан беренсе бала өсөн федераль кимәлдә лә пособие бирелә башлауын ишетеп шатландыҡ. Ошо пособиеның кемдәргә тейешлеге хаҡында аңлатып китһәгеҙ ине.
Нурзидә һәм Илдар ҠОРБАНҒӘЛИЕВТАР.
Мәләүез районы.


Мул өлөшлө баш балаУҡыусыларыбыҙҙың мөрәжәғәтенә Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза КУЗЬМЕНКО яуап бирә.

– Тәүге балаһы донъяға килгән ғаиләләргә яңы социаль ярҙам программаһы республикала үткән йылда эшләй башлағайны. Дәүләттән бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һум күләмендәге субсидия был ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн йүнәлтелә. Ярҙамды алыр өсөн ир менән ҡатындың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратта тороуы мөһим. Уларға документтарын БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына килтерергә йәки күп функциялы үҙәктәр аша ебәрергә кәрәк.

Бала үҫтереүсе йәш ғаиләләргә йәнә бер мөһим ярҙам төрө – беренсе сабый өсөн пособие түләү хаҡындағы ҡанун 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.

«Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында»ғы федераль законға ярашлы, пособие 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған) һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған балаға, ғаиләләге килем йән башына йәшәү минимумының 1,5 тапҡырынан артмаған осраҡта, билдәләнә.

Аҡсалата ярҙам федераль ҡаҙна иҫәбенән балаға йәш ярым тулғансы ай һайын түләнеп барасаҡ. Башҡортостанға 2018 йылда был социаль ярҙамды ғәмәлгә ашырыу өсөн 533 миллион һум бүленә. Республикала 2018 йылда беренсе балаға айлыҡ түләү күләме 8892 һум тәшкил итәсәк.

Ғаиләнең был түләүгә хоҡуғын асыҡлау өсөн уның ағзаларының (атай, әсәй һәм бала йәки әсәй һәм бала) һуңғы 12 календарь айҙағы килемен 12-гә бүлергә, килеп сыҡҡан сумманы артабан ғаилә ағзалары (яңы тыуған баланы ла индереп) һанына бүлергә кәрәк. Сумма 14 247 һумдан артмаһа, ғаилә ошо түләүҙе алыуға хоҡуҡлы.

Пособиены бала тыуғандан һуң алты ай эсендә юллау зарур. Документтарҙы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү филиалдарына, күп функциялы үҙәктәр аша йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы буйынса тапшырырға була. Ғариза менән бергә баланың тыуыуын раҫлаған документ (бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ, баланы ҡарауға алыу тураһында опека һәм попечителлек органы ҡарарынан күсермә), Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуҙы дәлилләгән документ, ғаилә ағзаларының килеме хаҡында мәғлүмәттәр ҙә кәрәк. Ғариза һәм документтар тапшырылғандан һуң бер ай эсендә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органы беренсе балаға пособие билдәләү тураһында ҡарар сығара.



Теги: Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook