«СОЦИАЛЬ НӘНӘЙ» КИЛӘ ЯРҘАМҒА
– Ярты йәшлек улымды үҙем генә үҫтерәм. Әгәр берәйһе ҡарашһа, ярты көнгә булһа ла эшкә сығыр инем. Ошондай осраҡтарҙа ярҙамға килеүсе социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
Уҡыусыбыҙҙың һорауына Республика ғаиләгә һәм балаларға ярҙам үҙәге директоры урынбаҫары Гүзәл Иштимер ҡыҙы ФӘХРИСЛАМОВА яуап бирә.
– Бәпес үҫтереүсе ғаиләләр ошондай осраҡтарҙа ярҙамсылары булмағанда «социаль нәнәй» саҡырта ала. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылыусы проект тап шулай тип атала. Һүҙ өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы һәм 18 йәшкәсә инвалид балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә уларҙы ҡарашыуҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ярҙам күрһәтеү хаҡында бара.
«Социаль нәнәй» хеҙмәттәренән файҙаланырға теләүселәргә Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге бүлектәренә мөрәжәғәт итеп, ғариза яҙырға кәрәк. Үҙең менән документтар, мәҫәлән, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, уның медицина картаһы, ата-әсәнең эш хаҡы тураһында белешмә күсермәләрен алып килеү мөһим. Ғариза биш көн эсендә ҡарала, уның буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгәндә был хеҙмәтте күрһәтеүгә индивидуаль программа төҙөлә. Артабан ата-әсә «социаль нәнәй» хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ғәмәлгә ашырыусы автоном коммерция булмаған ойошма менән килешеү төҙөй.
«Социаль нәнәй» бер килгәндә бала янында өс сәғәт ярымға тиклем була ала. Уны аҙнаһына ике тапҡыр саҡыртырға мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, ҡораллы этник-ара конфликттарҙа зыян күргәндәр, шулай уҡ йән башына уртаса табыштары йәшәү минимумынан түбән йәки уның бер ярым күләменә тиң ата-әсәләр был ярҙамды бушлай алырға хаҡлы. Шуны билдәләп үткем килә: 2017 йылда социаль хеҙмәттәрҙән бушлай файҙаланыу өсөн эшкә һәләтле кешеләрҙең йән башына уртаса табышы 14 044,5 һумдан, пенсионерҙарҙың 10 750,5 һумдан артмаҫҡа тейеш. Табыштары шул кимәлдән артып китеүселәр иһә «социаль нәнәй» ярҙамы өсөн сәғәтенә 40 һумдан 140 һумға тиклем түләй.
ЯЛ ИТҺЕНДӘР ӨЛКӘНДӘР
– Хаҡлы ялға сыҡҡан өлкәндәрҙең махсус программа буйынса сәйәхәт итеү мөмкинлеге хаҡында ныҡлап белергә теләгәйнек.
Был мөрәжәғәт буйынса Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының филиалдар менән эшләү бүлеге етәксеһе Руслан Идаль улы АГИШЕВТЫҢ аңлатмаһын тәҡдим итәбеҙ.
– «Башҡортостанда эске туризмды һәм ситтән килеүселәр өсөн туризмды үҫтереү» дәүләт проекты эсендәге «Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү» программаһы ярҙамында республикабыҙҙа йәшәүсе пенсионерҙар һәм инвалидтар төбәгебеҙ, илебеҙ буйлап сәйәхәт ҡыла ала. Был программала ҡатнашыусылар туристик путевкалар хаҡының бер өлөшөн ҡаплаусы сертификаттар алыу хоҡуғына эйә. Уларға тапшырылған исемле сертификат Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының эксперт советы билдәләгән туроператорҙарҙың теләһә ҡайһыһы менән үҙ аллы килешеү төҙөү, шулай уҡ квотаға ярашлы теләһә ниндәй туристик маршрутты һайлау мөмкинлеге бирә. Программа сиктәрендә улар өсөн Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы буйынса социаль турҙар ойошторола.
2017 йылдың 15 майынан программаны ғәмәлгә ашырыуҙа яңылыҡ индерелде: унда пенсияларына социаль өҫтәмә алыусылар ғына ҡатнаша ала. Ҡалған бөтә талаптар үҙгәрешһеҙ ҡала: кеше Башҡортостан территорияһында йәшәү урыны буйынса теркәлергә, пенсия алыуға хоҡуҡлы булырға тейеш, ир-ат 60-ҡа еткән йә унан уҙған, ҡатын-ҡыҙҙың йәше 55 һәм унан өлкәнерәк булыуы зарур. Йәки программала ҡатнашыуға дәғүә итеүсенең «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында»ғы Федераль законға ярашлы инвалид булып танылыуы шарт. Коляскалағы инвалидтарҙы, инвалид балаларҙы, күреү буйынса I төркөм инвалидтарын оҙатып йөрөүселәр ҙә программала ҡатнашыусы итеп һанала. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусылар туристик путевкалар менән сираттан тыш тәьмин ителә. 2017 йылдың 15 майына тиклем сиратҡа баҫыусылар иһә путевканы пенсияға социаль өҫтәмәләре булмаһа ла алырға мөмкин.
Программаға ярашлы сәйәхәт ҡылыусыларға, социаль турҙың маршруты ниндәй булыуға ҡарамаҫтан (Рәсәй буйлапмы, Башҡортостандамы), бер путевкаға киткән сығым өлөшөн ҡаплау өсөн бюджет иҫәбенән 8000 һум бүленә. Коляскалағы инвалидтарға, инвалид балаларға, күреү буйынса I төркөм инвалидтарға һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә бер путевка өсөн 12 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Нәркәс БИЛАЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Римма ӘЛИБАЕВА.
Дәүләкән районы.

Теги: Һорау-яуап