Компенсациялар ҡайтарыла
– Мин – баҡсаға йөрөүсе өс сабый әсәһе. Балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсациялар хаҡында ныҡлап аңлатма бирһәгеҙсе. Улар ниндәй күләмдә кире ҡайтарыла?
Гөлфирә ЮНЫСБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Өфө ҡалаһы.
Уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәтенә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Альбина Рафаэль ҡыҙы МИҢНУЛЛИНА яуап бирә:
– Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Компенсация күләме түбәндәгесә билдәләнә: беренсе бала өсөн – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөһөнә 70 процент.
2017 йылдың 1 мартына тиклем бөтә ата-әсәләр ҙә ошо ташламаға эйә ине. Әммә 1 марттан федераль талаптарға ярашлы, республикала компенсациялар түләү тәртибе үҙгәреш кисерҙе: социаль ярҙамдың был төрө мохтаждар исемлегендә тороусылар, атап әйткәндә, килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр өсөн генә ҡалдырылғайны. Был үҙгәрештәр балаларын баҡсаға йөрөтөүсе күп ата-әсәләрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Башҡортостан Парламенты «Мәғариф тураһында»ғы Закондың балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсацияларға ҡағылышлы өлөшөнә үҙгәрештәр индереп, Республика Хөкүмәте тейешле ҡарар ҡабул иткәндән һуң, компенсациялар элекке кимәлдә ҡалды. 2017 йылда дәүләт һәм муниципаль мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларында баланы тәрбиәләү һәм ҡарау өсөн ата-әсә түләүе айына уртаса 1530 һум тәшкил итә. Һеҙ бер балағыҙ өсөн, тимәк, – 306 һум, икенсеһенә – 765, өсөнсөһөнә 1071 һум компенсация алырға тейеш.
Ололарҙы яңғыҙ итмәйек!
– Республикала тәрбиәгә мохтаж өлкән кешеләрҙе ғаиләгә алып ҡарарға мөмкин булыуын ишеткәйнек. Шул турала һөйләп үтегеҙ әле?
Бибисара ӘХСӘНОВА.
Шишмә районы.
Шишмә районы.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Исмәғил ҡыҙы КУЗЬМЕНКОНЫҢ аңлатмаһын тәҡдим итәбеҙ:
– 2016 йыл аҙағында «Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр хаҡында» Закон ҡабул ителгәйне. Республика Хөкүмәте быйыл йәй өлкәндәрҙе һәм инвалид кешене ҡарауға алыусы ғаиләләр булдырыуҙың тәртибен раҫланы. Даими ярҙамға мохтаж оло йәштәге кешене тәрбиәгә алырға теләүсегә билдәле талаптар ҡуйыла. Ул, әлбиттә, психик яҡтан сәләмәт булырға, алкоголизм, наркомания кеүек афәттәрҙән алыҫ торорға тейеш. Шулай уҡ хөкөмгә тарттырылмаған булыуы ла шарт. Яҡын туғанды тәрбиәгә ҡабул итергә ярамай. Ғаиләлә эшкә һәләтһеҙҙәр булып, уларҙы ҡарау өсөн РФ Пенсия фонды аша компенсация алған осраҡта өлкән кешене тәрбиәгә алырға рөхсәт ителмәй.
Ололарҙы «уллыҡҡа» алырға теләүселәр хаҡында мәғлүмәт банкыһын туплау, кандидаттарҙы һайлап алыу, уларҙы психологик яҡтан әҙерләү, килешеүҙәр төҙөүҙе Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре ғәмәлгә ашырасаҡ. Улар артабан ғаиләләрҙең хәлен, тормош-көнкүрешен тикшереп торасаҡ. Шуны ла билдәләп үтке килә: бындай ғаилә төҙөү өсөн опека һәм попечителлек органдарының рөхсәте кәрәк.
Бағыусы ғаиләләрҙең бюджеты уның ағзалары килеменән төҙөлә һәм өлкән йәштәге кеше унда индергән аҡса уртаса йән башына табыштың 75 процентынан артырға тейеш түгел.
Өлкәндәрҙе йәки инвалид кешене ҡараусыға айына 6200 һум аҡса түләү билдәләнә.
Оло кеше 80-де уҙған йәки I төркөм инвалид икән, 30 процентҡа күберәк түләнәсәк.
Бөгөн республикала 902 мең пенсионер йәшәй, уларҙың һәр бишенсеһе яңғыҙ һәм даими тәрбиәгә, ярҙамға мохтаж. Ҡағиҙә булараҡ, улар ҡарттар йортона эләгә һәм ғүмер көҙөн унда үткәреүҙе бик ауыр кисерә. Оло йәштәгеләрҙе тәрбиәгә алыу байтаҡ кешегә ҡарт көндәрен йылы ғаилә ҡосағында уҙғарыу мөмкинлеге бирәсәк.
Теги: Һорау-яуап