Донъяның ҡояшлы яғында
Кирстен Гайнет. Ят һәм сағыу исем хужаһының эштәре, матбуғат сараларына биргән интервьюлары менән таныша башлағас, күҙ алдына һүҙен һүҙ итә торған «тимер леди» килеп баҫты. Журналистарға биргән яуаптары, уларҙы бүлдереп, үҙ фекерен ҡайырырға уңайһыҙланмауынан уҡ уның алдына алғанын ҡуймаҫ ғәйрәтле һылыу икәне тоҫмаллана. Ғөмүмән, режиссер һөнәрен ихтыярһыҙ кеше йүгәнләй алмай, әлбиттә. Әммә Кирстендан бөркөлгән талымһыҙ энергия ҡырыҫ та түгел, унда ниндәйҙер сихри нәзәкәтлек бар.
...Белорет ҡыҙы ул. Инйәр ҡасабаһында игеҙәге, Рәсәй кимәлендә исемен ишеттерергә өлгөргән йәш шағирә Эвита, тағы ла оло апайҙары Әлиә менән ата-әсәһенең наҙлы ҡосағында үҫә Кирстен. Ишле булып тыуған ҡыҙҙар гел бергә йөрөй, хатта береһе сырхап торғанда, икенсеһе лә мәктәпкә бара алмай, үҙҙәрен бер бөтөн тойоп буй еткерәләр. Үҫмер ҡорона ингәс, ҡыҙҙар етди һөнәр алырға тип Өфөгә, медицина колледжына юллана. Уҡыу йортоноң ШТК (КВН) командаһында ҡатнашалар, актерлыҡ курстарында шөғөлләнәләр, хатта кинола төшәләр. Ижад аша ғына күңел түңәрәклегенә ирешә аласаҡтарын аңлап, колледждан һуң Екатеринбургтағы Кино һәм телевидение институтына уҡырға инәләр. Кирстен тәүҙә кинооператор һөнәрен үҙләштерә. Әммә бының менән генә туҡталып ҡалмай, әүҙем ҡыҙ үҙенең таҫмаларына сценарий ҙа яҙа, үҙе төшөрөп, монтажлап ҡуйырға ла өйрәнә. Тиҙҙән уҡыуын Санкт-Петербург ҡалаһындағы Мәҙәниәт университетының кино һәм фото сәнғәте кафедраһында дауам итә. Фото төшөрөү менән дә етди шөғөлләнә. Диплом алғас, «Мосфильм» киностудияһында режиссер ярҙамсыһы булып эш башлай, шул арала үҙ проекттарын да алып бара.
«Сит илдә генә түгел, хатта илебеҙҙең баш ҡалаһында ла башҡорттарҙы, беҙҙең мәҙәниәтте белмәүселәр булыуы эсемде бошорҙо. Ижадым аша тыуған яғымдың матурлығын, халҡымдың гүзәл булмышын донъяға танытҡым килә. Инйәрҙә саҡта ниндәй хозур төйәктә йәшәүебеҙ хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Ҡырға китеп, тормош күргәс кенә, сағыштырып ҡарап, ниндәй ғәжәйеп тәбиғәт ҡосағында, ябай һәм ихлас кешеләр араһында тыуып үҫкәнемде аңланым», – ти йәш режиссер...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: Кино йылы Кирстен Гайнет Белорет