Белем нурын сәсә уҡытыусы



…Ғүмер баҡый колхозда тракторсы булып эшләгән, алдынғылыҡты бирмәгән атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ Иршат Варис улына пенсияға киткәндә хеҙмәт юлын бергә үткән тракторын бүләк итәләр. Машинаһын шул тиклем яҡын күргәндер, трактор тауышына күңелемә доғалар килә, тип һөйләр булған. Ваҡыты хеҙмәттә үткән ир-азамат бар йырҙарҙың да һүҙен белә. Уларҙы ятлап ултырырға форсаты ла булмай бит инде. «Кукуруз, көнбағыш урған мәлдә күңелгә халыҡ йырҙары килә, – тип серен уртаҡлаша ул. – Иләҫләнеп китеп, сығам да трактор башына менеп йыр һуҙам. Бер көнбағышты микрофон итеп тотам, ә ҡалғандары, әйтерһең дә, мине ҡарап ултырған халыҡ, ел ыңғайына башын һелкеп, хуплап ултырған кеүек. Шулай йырлай торғас, оҫтарып та киткәнмен». Ҡәҙерле кешеһенә бәйле йылы иҫтәлектәре күп Айгөл Иршат ҡыҙының: «Тыуған яғымда Һәрешҡужа тигән тау бар. Атайым бер саҡ ейәндәрен, беҙҙең балаларҙы, тәбиғәт күрһәтәм тип алып сыҡты. Ер-һыу атамаларын һөйләп, шул тау башында йырлап та ишеттерҙе, был йыр беҙгә гимн кеүек, тине. Байтаҡ йылдар үткәс, музыка мәктәбендә уҡыған улым ҡайтып инде. «Әсәй, олатайым теге ваҡыт тау башында йырлаған йырҙы Хөсәйен Әхмәтов яҙған икән, «Тыуған ауылым» тип атала», – ти ҡыуанысын тыя алмай. Әллә нисәмә йыл элек, бәләкәс кенә сағында булған ваҡиға ғына түгел, олатаһының ниндәй йыр йырлауы ла күңеленә һеңеп ҡалған икәнен белеп, ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да. Сабый йөрәгенә мөмкин тиклем изгелек орлоҡтарын сәсеп ҡалдырырға кәрәклегенә тағы бер инандым шул мәлдә».
Әсәһе Вазифа Әхмәт ҡыҙы ашхана мөдире лә, һауынсы ла, һөт үлсәүсе лә була, шулай уҡ алдынғылыҡты бирмәй. Барған еренән ниндәйҙер ағас үҫентеһе алып ҡайта – тыуған йорттары ихатаһында һаман шаулап үҫә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡ һигеҙ генә йәшендә вафат була. «Атайым менән әсәйем икеһе лә шул тиклем тырыш ине, беҙ һис нәмәлә мохтажлыҡ кисермәнек. Ауылыбыҙҙа тәүге булып машина алған да – улар. Шулай ҙа өйөбөҙҙә иң төп байлыҡ китап булды. «Беренсе сиректе уңышлы тамамлағаны өсөн Айгөлгә» йә «Бишенсе класта яҡшы өлгәшкәне өсөн Закирға» тип яҙылған китаптар әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Әсәйем шулай байрам һайын бүләк итә ине. Әле уҡыусыларыма ла, уларҙың атай-әсәйҙәренә лә йыш ҡабатлайым: китап булған ерҙә бала уҡыуға, әҙәбиәткә ылыға...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: Уҡытыусы