Йылы ямғыр булып

Йылы ямғыр булыпҺөйөклө әсәһенә һыйынып, апайҙарының кәңәштәрен тыңлап, һеңлеһен ҡурсалап, мәж килеп, шау ҡыҙҙар араһында үҫергә тура килә уға. Бәләкәйҙән генә атайһыҙ ҡалғас, донъя мәшәҡәттәрен ҡыҙҙарҙыҡы-егеттәрҙекенә бүлмәй, сабыр ғына үҙҙәре тарта. Сымырылығы, ауырлыҡтар алдында албырғамауы, тәүәккәллеге лә шунан килә.

Инде үткән быуатта тороп ҡалған 1992 йылда республикала үҙенә күрә сағыу, ят бер ваҡиға була – беренсе «Һылыуҡай» бәйгеһе үтә, унда Гран-при алыусы ун биш йәшлек кенә наҙлы ҡыҙҙың рәсемен «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышлығында бирәләр. Ошо нескә баланың ҡулдарына көрәк тә, һәнәк тә тотоп, көндәр буйы йә сөгөлдөр утап, йә бесәнгә йөрөп, түрбашҡа инһә иһә ҡотло хужабикәгә әйләнеп яҡында­рын һөйөндөрөүен, әсәләренә ауырлыҡ һалмайбыҙ, уны яңғыҙ тойҙормайбыҙ, атайлыларҙан кәм булмайбыҙ тип сәмләнеп донъя көтөүсе дүрт уңған ҡыҙҙың береһе булыуын, әлбиттә, уның гүзәллегенә һоҡланыусы журнал уҡыусылар күҙ алдына ла килтермәй.
Йылы ямғыр булып
Йылдар үтә. Федоровка районы Оло Сытырман ауылында тыуып үҫкән маҡсатлы ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын көмөш миҙалға тамамлай. Мәктәптең бейеү ансамблендә солист та була, һөйөклө уҡытыусыһы – яҙыусы Рәсимә Ураҡсина етәкләгән әҙәби түңәрәктә лә әүҙем шөғөлләнә. Өфө сәнғәт институтында, Рифҡәт Исрафилов төркөмөндә белем ала. Барыһы ла уны театрҙа, сәхнәлә балҡыр тип көтә, тик һылыу үҙе кадр артында ҡалған икенсерәк һөнәрҙе күңеленә яҡын итә. Студент йылдарында уҡ Луиза Фархшатованың саҡырыуы буйынса Башҡортостан телевиде­ниеһының «Тамыр» студияһында эш башлай. Ун ете йылдан ашыу бер урында таштай батып, режиссер булып хеҙмәт итә.

«Балаларҙың һәр нәмәне ысынға алып, ихлас уйнауы оҡшай, уларға бит бойороп булмай, теләйҙәр икән төшәләр, теләмәһәләр, хет әллә ниҙәр вәғәҙәлә, ыңғайлатып булмай. Шуның өсөн дә «Тамыр» каналы яһалмалыҡтан алыҫ. Телевидениела һәр тапшырыу – тотош команданың хеҙмәт емеше. Һәр бер эшкә тотонғанда яҡшы һөҙөмтә мөхәррир, оператор, грим оҫтаһы, ассистент, рәссам булһынмы, һәммәһенең эшенә яуаплы ҡарауына бәйле. Ул яҡлап коллегаларымдан, етәкселектән уңдым. «Тамыр»ҙа эшлә­йем тип янып торған, үҙен һөнәри яҡтан тулыһынса асырға тырышҡан кешеләр йыйылған. Был, моғайын да, етәксебеҙ Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаның буласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе күңеле менән тойоп, һайлап ала белеүенә бәйлелер. Сабыйҙарҙың ихласлығы һәм эштәге иптәштәремдең алсаҡлығы – мине «Тамыр»ға бәйләп тотоусы көс. Режиссер өсөн сценарийҙа таянып эшләрлек идея булыуы мөһим, шөкөр, ҡыҙыҡлы фекергә, ижади хыялға бай мөхәррирҙәр менән эшләргә тура килде. Ике тиҫтә йылға яҡын режиссерлыҡ итһәм дә, һаман да яңы эшкә тулҡынланып тотонам, тапшырыу йә фильм нисек килеп сығыр, тип борсолам, әммә сценарийҙы кадрҙарға бүлеп күҙаллау, ролгә геройҙар һайлау, съемкалар, монтаж, көй һалыу, тауышты көйләү – эшемдең һәр этабынан, ижади процестан ләззәт табам», – ти Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы Солтанғолова.

Мостай Кәримдең атаҡлы әҫәре нигеҙендә төшөргән тәүге эше – «Беҙҙең өйҙөң йәме» телефильмында уҡ ул үҙен ижади ҡарашлы, ҡотло ҡуллы оҫта режиссер итеп танытты. Унан һуң бер-бер артлы төшөрөлгән «Алһыу таң илендә», «Ҡарйондоҙ», «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ», «Бер туған ғына бәпес кәрәк», «Әсә йөрәге», «Кәкүк сәйе», «Малайҙар», «Умырзая», «Тылсымлы ҡойроҡ», «Балҡас», «Ҡолонҡай» – балалар яратып ҡараған, тамашасы ҡабат-ҡабат һорап эфирға ҡуйҙырған, «Тамыр»ҙың алтын фондын тәшкил иткән, Рәсәй кимәлендәге төрлө фестивалдәрҙә еңеү яулаған ошо һәм башҡа бихисап әкиәти, мажаралы, ватанға һөйөү тәрбиәләгән таҫмаларға ул үҙенең бар күңел көсөн, йөрәк йылыһын һала. Алып барыусы булараҡ та башҡорт теленә өйрәткән «Әлиф-би» телевизион дәрестәрендә, йөҙәрләгән «Сәңгелдәк», «Әкиәт китабы» тапшырыуҙарында ҡатнашып тамашасы һөйөүен яулай. «Быуат кешеһе» проектында автор һәм режиссер ҙа булып сығыш яһаһа, «Семәр», «ӘЮЯ ҡаласығы» кеүек тапшырыуҙарҙың алыштыр­ғыһыҙ режиссеры ла була Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы. Ун ике йыл рәттән йыл да «Тамыр» каналы ойошторған балалар өсөн концерттарҙа ла ҡуйыусы-режиссер ролен лайыҡлы башҡара. Эш араһында Мәскәүҙәге Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтын уңышлы тамамлап, икенсе юғары белем хаҡында дипломын ҡулына алып, ике малайға әсәй булырға өлгөрә.

Телевидение эшендә ваҡыт менән иҫәпләшеп тороу юҡ, съемкалар йыш ҡына төнгәсә дауам итә йә ял көндәрендә монтажларға сығырға тура килә, шуға ла өлкән улы Данил ысын ғына «Тамыр» малайы булып үҫте. Сабый сағынан әсәһенә эйәреп монтажлау бүлмәһе йә съемкалар майҙансығында уйнап ултырыр ине. Дүрт йәше тулыр-тулмаҫтан «Сәңгелдәк»тә төшә башланы, байтаҡ фильмдарҙа ҡатнашты, «Тамыр» вокаль ансамбленең дә алыштырғыһыҙ йырсыһы булараҡ танылды. Рус мәктәбендә уҡыуына ҡарамаҫтан, башҡортса шул тиклем матур һөйләшкән, спорт менән дуҫ, кескәй туғаны Айрат өсөн йән атып, ҡустым тип торған Данил менән Ләйсән бөгөн хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тәүәккәллек һәм тыйнаҡлыҡ бар Ләйсәндә. Йылдар буйы баш баҫып эшләһә лә, башҡарғандары хаҡында артыҡ асылып һөйләп бармай ул, маҡтаныу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, сирек быуат юлдары­быҙ йәнәш. Бер класта белем алдыҡ, һуңынан «Тамыр»ҙа ун йыл иңгә-иң терәп, ул – режиссер, мин сценарист һәм мөхәррир булараҡ «Сәңгелдәк»тәр, балалар өсөн фильмдар төшөрҙөк. Эштә төрлө мәлдәр була, ләкин уның ҡатмарлы хәлдәрҙе яйлай белеүе, сетерекле ваҡиғаларға артыҡ әһәмиәт бирмәй, башлаған эшенән тайпылмауы һәр осраҡта ла ҡотҡара ине. Бер йортта ике ҡатын булһа, аш тоҙһоҙ бешә, тигән әйтем бар. Әммә тапшырыуҙар эшлә­гәндә уға тулыһынса ышанып, мөхәррир ҙә, рәссам, видео һәм монтаж опера­торҙары, водитель һәм ут ҡуйыусылар ҙа «тоҙ» хаҡында борсолмай ине. Сөнки Солтанғолова менән эшләйҙәр икән, ул барыһын да күҙ уңында то та тигән ышаныс алдан йөрөй. Авторҙарҙың иң мажаралы идеяларына ла ҡаршы килмәне ул. «Сәңгелдәк» төшөрәбеҙ тип, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Ишембай яҡтарына бәләкәй балаларҙы тейәп сығып китә инек. Был тапшырыуҙы эшләр өсөн хатта Төркиәгә барып етергә яҙҙы, алып барыусыбыҙ биш йәшлек кенә Гөлнәзирәнән Зәки Вәлиди Туған, Абдулҡадир Инандарҙың балалары менән әңгәмәләр ҡорҙороу өсөн дә бит ҡыйыулыҡ талап ителгән.

Кеше хаҡында иң беренсе сиратта уның башҡаларға мөнәсәбәтенә ҡарап фекер йөрөтәләр. Ләйсәндә, уның Әлфиә, Әнисә апайҙарында һәм Гөлфиә һеңлеһендәге кеүек, иң һоҡландырғаны –уның әсәһенә ҡарата мөғәмәләһе. Улар ҡәҙерле кешеләрен бер-береһенә һөйләгәндә лә әсәй тип түгел, әсәйем тип өндәшәләр. Әсәйем ҡыҙҙары ҡайтманы тимәһен, әсәйем бесән эше һуңға ҡала тип борсолмаһын – уның ике һүҙенең береһендә әсәйем. Ғәзиздәре Фирҙәүес Әғзәм ҡыҙы – аталары Фәрүәз Фәсхетдин улы һымаҡ Ашҡаҙар буйынан, Федоровка районы Оло Сытырман ауылынан. Шунда тыуып үҫкән, шунда ғүмер кисерә. Йәшләй генә тол ҡалған Фирҙәүес апайҙы ауылдаштары ҡыйыу, тура һүҙле, егәрле һәм бөтмөр булғаны өсөн хөрмәт итә. Шатлыҡта ла, ауыр саҡтарҙа ла ҡай­тып һыйыныр тыуған йорттоң йылыһын һаҡлап, терәк булып йәшәй бит ул.

Ашҡаҙар буйы башҡорттарында туғанлыҡ хисе, бер-береңә терәк булыу сифаты көслө. Башҡортостандың күп милләтле көньяҡ-көнбайышында башҡа халыҡтар араһында ауыл-ауыл шулай берҙәм булмағанда үҙ йөҙөңдө юғалтыу өсөн дә күп кәрәкмәйҙер. Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы ла затынан килгән ошо күркәм һыҙаттарға тоғро. Бөгөн ул бәләкәс Айрат менән декрет ялында. Бар ваҡытын, иғтибарын ғаиләһенә бағышлай. «Беренсе балаға барыбер ҙә етерлек иғтибар теймәй ул, йәшлек менән барыһын да эш араһында башҡараһың, үҫтерәһең. Икенсегә әсәй булғас, был бөйөк хисте бар матурлығында астым. Сабыйымдың һәр ымы, хәрәкәте, йылмайыуы һәм талпыныуы әлеге мәлдә минең өсөн әллә ниндәй проекттарҙан да ҡиммәтерәк, ҡәҙерлерәк. Әммә яратҡан эшемде барыбер ҙә күҙ уңынан бөтөнләйгә ысҡындыра алманым, «Тамыр»ҙың тапшырыуҙарын күҙәтеп, анализлап барам, уңыштары өсөн ҡыуанам. Телевидениела бит технологиялар йыллап түгел, айлап, көнләп үҙгәрә. Заман арбаһынан төшөп ҡалғы килмәй, ләкин бәләкәсемде ҡосағыма алһам, әсә булыуҙан да ҡиммәтерәк нимә бар ҡатын-ҡыҙ өсөн, тип тынысланам. Улдарымдың йәш айырмаһы ҙур ғына, Данилдың сабый сағы бер аҙ онотолған, байтаҡ йылдар күп ваҡытым эштә үткән. Шуға өйҙә ултырыу тәүҙә үҙемә сәйер ҙә тойола ине. Әле күнектем, декрет ялы уйҙарҙы тәртипкә килтереп, баш әйләндергес эш тиҙлегенән бер аҙ туҡталып, донъяуи ҡиммәттәр хаҡында уйланып алыр өсөн дә бик ҡулай мәл икән тип, балаларыма арнаған һәр минутымдың ҡәҙерен белергә тырышам», – ти режиссер.

Ләйсәндең өҫтәлендә әйләнгән һайын яңы китап ята, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе күп уҡый ул, ә һуңғы ваҡыт бигерәк тә тәрбиә өлкәһенә ҡағыл­ғандарын үҙ итә. Ҡыҙҙар ғына үҫкәс, малайҙар бағыуҙың нескәлектәрен дә өйрәнәм, ти. Уның гел бөхтә, зауыҡлы кейенеүенә лә иғтибар итмәй мөмкин түгел, һәр ваҡыт матур, ыҫпай күренеүҙең сере нимәлә һуң? «Кейем-һалымды ниндәйҙер стилгә яраштырып һайла­майым. Ул минең кәйефемде сағылдыра, тәү сиратта уңайлы һәм тәбиғи туҡыма­ларҙан булғанын ҡарайым. Моданың яңы йүнәлештәренә тура килтереп кенә кейенмәһәм дә, дөйөм тенденцияларҙы иҫәпкә алам. Ул эш, ял йә спорт өсөн тура килеп тә торорға тейеш, әлбиттә. Кәйеф күтәрер өсөн генә шопингҡа йөрөрлөк ҡалын кеҫә юҡ. Әммә ҡайһы берҙә күңелемә берәй образ инһә, шуға тура килтереп «Тамыр»ҙа хеҙмәт иткән оҫта дизайнерҙарҙан күлдәк йә салбар-фәлән тектереп алам. Һәр йәштең үҙ матурлығы бар. Иң мөһиме – күҙҙәр йәшәү теләге менән бәхетле янып торһон ул. Фитнесҡа йөрөргә мөмкинлек булмаһа ла, иртәнсәк 15–20 минутлыҡ ябай зарядканы мотлаҡ эшләп алам, тәбиғи битлектәр яһайым. Гүзәл зат үҙенә ҡул һелтәп ҡуйырға тейеш түгел, теләк булһа, ҙур аҡсалар сарыф итмәй ҙә үҙеңде тәрбиәләп торорға мөмкин. Ә бәхет – әлеге мәлдәге күңел торошо, балаларҙың, яҡындарҙың һаулығы, йәшәр урының, яратҡан эшең булыуы, маҡсат­тарыңдың тормошҡа ашыуы... Быға өлгәшер өсөн бөгөнгө заманда ынтылыш, аҡса ла эшләй белеү кәрәктер. Әммә бөтә нәмәлә сама мөһим, шул уҡ тәрбиәлә лә сиктән сиккә һуғылыу яҡшыға килтермәй. Алған йүнәлештән тайпылмаҫ өсөн, бар өлкәлә лә алтын урталыҡты һаҡлау зарур», – Ләйсәндең тормошҡа ҡарашы ябай һәм уға һөйөп бағыуы ла ярылып ята был юлдарҙа.

Һәр кем донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Хоҙай тарафынан бирелгән һәләттәрҙе урынлы ҡулланып, кешеләргә файҙа килтереп йәшәй алғанда ғына күңел көр була. Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы – үҙен яратҡан эшенә арнап, унан тәм табып йәшәгән бәхетлеләрҙең береһе ул. Балалар – халҡыбыҙҙың иртәгәһе. Уларҙың йөрәгенә әле ниндәй ҡиммәттәр һалына, киләсәгебеҙ ҙә шулай буласаҡ. «Тамыр» каналының төптән егелеп эшләгән режиссерҙарының береһе – ижади күңелле һылыу был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай һәм, ләйсән тигән йылы ямғыр булып, милләтебеҙҙең йәйғорло киләсәген туҡыуҙа үҙенең ҡабатланмаҫ өлөшөн индерә.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.



Теги: Кино йылы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook