Яратҡан эш емешле
Уҡытыусы күңеле – киң даръя, тиҙәр, ә ул даръяла күпме хеҙмәт емештәре, күпме асыштар, бихисап еңеү йондоҙҙары балҡый. Дмитрий Менделеевтың: «Үҙ фәнендә көслө булған, уны тәрән аңлаған, ысын күңелдән яратҡан уҡытыусы ғына үҙ уҡыусыларына тәьҫир итә ала», – тигән һүҙҙәре Сибай педагогия колледжы мөғәллимәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы Байрамғоловаға тап килә.
Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында белем алған йәш белгес хеҙмәткә ныҡлы нигеҙҙе әсәһенән – Баймаҡ районы Төркмән ауылында оҙаҡ йылдар математиканан уҡытҡан, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Заһира Вәлиәхмәт ҡыҙы Сабаеванан ала. Талапсан, тәжрибәле уҡытыусы ҡыҙына етди маҡсаттар ҡуйып, яңы үрҙәргә күтәрелһен өсөн ныҡышмалы тырышлыҡҡа юл ярырға өйрәтә.
Бөгөн Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы – дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә яратҡан, заман менән бергә атлаған, белемле, киң эрудициялы, түҙемле, эшһөйәр, ижади ҡарашлы уҡытыусы, нескә психолог.
Уҡытыусы – эҙләнеүсе, ижадсы, тәжрибә уртаҡлашыусы
«Бөтә бөйөк еңеүҙәр ҙә үҙеңде еңеүҙән башлана» тигән әйтем бар халыҡта. Тырыш хеҙмәтенең татлы емештәрен татыр мәле уның. Баймаҡта уҙған «Йыл уҡытыусыһы–1993» конкурсында, шулай уҡ 1996 йылда зона буйынса бәйгелә беренсе урындар яулай. Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары араһындағы республика кимәлендәге ярыштың еңеүсеһе лә була ул. Класс етәкселәре конкурсында зона буйынса икенселеккә сығыуы – йәнә бер уңышы.
Эйе, педагогия колледжында уҡыта һәм бейеү түңәрәген дә етәкләй. «Яҙ – 95» бәйгеһендә һалған бейеүҙәре лауреат исеменә лайыҡ була. Фольклор фестивалендә лә беренселеккә өлгәшә ул, хореографик биҙәлеш йәһәтенән дә оҫталығы оло маҡтауға лайыҡ.
«Тормош – көрәш», – ти немец фәлсәфәсеһе Шопенгауэр. Тормош яланында көрәшмәйенсә бейеклектәр яулау мөмкин түгел.
Уҡытыусы йыйған тәжрибәһен бергә эшләгән коллегалары менән дә ихлас уртаҡлаша. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарына әҙерләшә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шәкирова республика бәйгеһенә йыйынғанда, Фәриҙә Байрамғолова ла хеҙмәттәшенә ярҙам йөҙөнән ижади төркөмө менән Өфөгә юллана. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти. Сибайҙар бында ла һынатмай.
Ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат
Маҡсаты – студенттарға төплө белем биреү һәм үҙ асылын табырға ярҙам итеү. Эйе, ул тәрән белеме, аҡыллы кәңәштәре, бай ижади фекерләүе менән студенттарға илһам ҡанаттары ҡуя, һәләттәрен аса, үрҙәр яуларға дәртләндерә. Математиканан республика олимпиадаһында Гүзәлиә Ғөбәйҙуллинаның, республика колледждары араһында Фәрит Рәмовтың еңеүе – Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙының да тырышлығы һөҙөмтәһе.
«Беҙҙе математиканан уҡытҡан гүзәл ханымдың шул хәтлем матур, бөхтә, зауыҡлы, ыҫпай кейенеп, сәстәрен килешле ҡуйып йөрөүенә һоҡлана инем. Кәүҙәһен дәрәжәле тотоп, еңел генә аҙымдар менән атлап йөрөй. Беҙҙең курста ритмика дәресен дә алып барғайны, һәр беребеҙгә иғтибарлы булды, бигерәк тә ҡыҙҙарға матур кәңәштәрен йәлләмәне. Белем биреп кенә ҡалманы, ә яҡшыны ямандан айырырға, ниндәй кешелек сифаттарын ихтирам итергә, ә нимәнән һаҡ булырға өйрәтте. Киләсәккә уй-хыялдарыбыҙҙы белеп, тәғәйен йүнәлештәр бирҙе. Уның дәрестәре минең өсөн тормош һабағы ла булды. Әлеге көндә лә ихлас аралашабыҙ», – ти уның уҡыусыһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Айгөл Буранғолова.
Эйе, кәүҙәһен төҙ тотоп, матур баҫып йөрөүенең сере бар. Ул бала саҡтан бейергә ярата, бейеүсе булырға хыяллана. Әсәһенең: «Һәр бейеүсе математика уҡытыусыһы була алмай, ә һин, ҡыҙым, математика уҡытып та, бейеүгә ҡарата һөйөүеңде һаҡлай алаһың», – тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалып, уҡытыусы һөнәрен һайлауына һис тә үкенмәй.
Уҡыусыларҙы үҙ артынан әйҙәй, эшләргә, уйларға, ижад итергә, бәхәсләшә белергә, фекерен әйтергә һәм яҡларға өйрәтә. Һәр баланың эске донъяһын аңлап, уларҙы асырға тырыша, алдыңа бурыстар ҡуйып, маҡсатҡа ынтылырға өндәй, үҙаллылыҡ, ижади ҡараш тәрбиәләй.
«Миңә, ул ваҡытта Сибай педагогия колледжы студентына, Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы менән танышыу оло бәхет булды. Ул алып барған алгебра, геометрия фәндәре буйынса белем менән бер рәттән, тормош дәрестәре лә ала инек. Уның бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, аҫыл сәнғәт төрөнөң нескәлектәрен, бар матурлығын асты ул миңә. Баймаҡ районында үткән «Аҡйондоҙ» гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулауым менән дә Фәриҙә апайға рәхмәтлемен, сөнки ул мине конкурсҡа әҙерләне, ярҙамсым һәм кәңәшсем булды. Бар яҡлап та камил, кеше тураһында тик яҡшылыҡ ҡына уйлап, тормоштоң ҡара таптарын аҡҡа манып йәшәүсе киң күңелле кеше бит ул. Күңел матурлығы күҙҙәрендә сағыла, изгелекле, йомшаҡ һүҙле, иғтибарлы, ярҙамсыл. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға өндәүсе лә ул булды. Ихласлығы, ҡулдарының маһирлығы, хеҙмәтенең емеше баһалап бөткөһөҙ. Хоҙай Тәғәлә уға барыһын биргән – йөҙ матурлығы, күңел дәрте, йән изгелеге бергә үрелгән уҡытыусымда. Гел ҡояштай балҡып, йылмайып, яҡындарына нур һәм йылылыҡ өләшкән, ҡатын-ҡыҙға хас барлыҡ һоҡланғыс сифаттарға, шул уҡ ваҡытта ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығына, тәүәккәллеккә эйә Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы – туғандарының ғына түгел, дуҫтары һәм студенттарының да ҡайғы-хәстәрен, шатлыҡ-ҡыуанысын изге күңеленә һыйҙыра алған ғәжәйеп кеше ул», – ти уҡыусыһы, филология фәндәре кандидаты, БДУ уҡытыусыһы Рәмилә Рәмил ҡыҙы Йәнмырҙина, остазына рәхмәттәр юллап.
Ысынлап та, һәр нәмәнән йәм-тәм табып, туғандарына, яҡындарына тик изгелектәр генә ҡылып йәшәй ул. Ағаһы Фәнис Кәримов – ата-бабаларының ҡомартҡыларын һаҡлаусы эшҡыуар. Моҫтай ауылында йылҡысылыҡ шөғөлөн йәйелдереп, унда ял итеү урыны төҙөй, ике мәсет һалдыра. Былтыр уның улы Артур республика кимәлендә «Ирәндек» этнотуры асыу тантанаһын һәм халыҡ-ара ҡатнашлыҡта конференция уҙғарҙы. Был сараны ойоштороуҙың тос өлөшө Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙына төштө.
Фәриҙә апай «Байыҡ» конкурсының Гала-концертына йыл һайын дуҫтары менән барыуҙы матур йолаға әүерелдергән. «Ауырлыҡтарға бирешмәй гел алға барырға, булған белемен камиллаштырырға, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы. Яҙмыш уға һынауҙарын да етерлек татытты, шулай ҙа һис кенә лә төшөнкөлөккә бирелмәне, алдына береһенән-береһе юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып, хыял иткән үрҙәренә күтәрелергә көс тә, дәрт тә таба алды», – ти оло ғорурлыҡ менән уның хаҡында иң яҡын әхирәттәре.
Ҡояш янында – йылылыҡ,
Әсә янында – изгелек
Эйе, Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы ғаилә усағының йылыһын һаҡлап, осҡон нурҙарын балаларына, туғандарына, студенттарына, дуҫтарына муллап өләшә. Улдары Байрас менән Азаматҡа юғары белем алырға, ныҡлап тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне.
Байрас улы тыуғас, табиптар ҡуйған диагноз күптәр өсөн тетрәндергес яңғыраһа ла, ул тиҙ генә үҙен ҡулға алып, һөйөклө улыҡайына бөтә һөйөүен, йән йылыһын, хәстәрен бағышлай. Оло йөрәкле әсә Байрасының һаулығын нығытыу менән бер рәттән, уға камил аҡылын үҫтерергә, тәүҙә урта һөнәри, аҙаҡ юғары белем алырға, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өйрәтә алды. Бөгөн Байрас – тормошҡа үтә лә яуаплы ҡараған ихлас, ярҙамсыл, эшлекле егет. Азамат иһә армия сафында хеҙмәт итеп, иҡтисад һәм юридик һөнәр юлынан ике юғары белем менән генә сикләнмәй, фән юғарылығына үрләүен дауам итә. Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай, әлеге көндә әйҙәүсе белгес вазифаһын башҡара. Алдыңда – ышаныс, яныңда таяныс булһын, тигәндәй, ике ныҡлы ҡанаты – улдары һәм тормош һуҡмағынан бәхет иленә әйҙәүсе ише янында. Эйе, тормош юлдашы Шөғәйеп Ғүмәр улы менән күркәм йорт һалып, зауыҡ менән биҙәп, иңгә-иң терәшеп, бер-беренә таяныс булып йәшәйҙәр.
Баҡсаһында ултыртҡан ағас-ҡыуаҡтары емеш-еләккә, түтәлдәре йәшелсәгә, гөл-сәскәгә тулған. Ҡулы ҡотло уның, ни сәсһә лә, үҫергә генә тора. Баҡсаһын да, тормошон да матурлыҡҡа сорнаған.
Һынауҙарҙа һынмаҫ көслө рухлы, яҙмыш бурандарында аҙашмаҫ һиҙгер йөрәкле, аҡыллы, тырыш, ярҙамсыл Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы – күптәргә өлгө. Гүзәллек донъяны ҡотҡара, тиҙәр, Фәриҙә Байрамғолова күптәрҙе әсир итә, хәстәрлекле, мәрхәмәтле, һиҙгер йөрәге йәнде арбай, алтын ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра.

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.
Сибай ҡалаһы.
Сибай ҡалаһы.
Теги: