ЙӘШӘҮЕБЕҘ – МӘЛДЕ МӘЛГӘ ЯЛҒАУ

Гөлназ – Өфөнән, Черниковка ҡыҙы. Тамырҙары Благовещен районының Яңы Мең ауылына тоташа. Әсәһе, өләсәһе менән үҫә ул. Бишектә үк биләүҙе һөйһөнмәүен күреп, йүргәккә төрмәҫкә ҡарар итәләр, артабан да һис тыймай тәрбиәләйҙәр. Туҡтауһыҙ һорау яуҙырһа ла, битәрләмәй, һораған нәмәләрен сабыр ғына аңлатып баралар. Әсәһе ғаиләне ҡарар өсөн бар ваҡытын эштә үткәргәс, кескәй ҡыҙға күберәк өләсәй тәрбиәһе эләгә. Дөрөҫөрәге, улар икәүләп үҙ тормоштары менән йәшәй.
...Эҙәрмәндәргә ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышында юғалған һалдаттарҙың яҙмышын юллап, окоптарҙа ҡаҙынып, улар үткән юлдар буйлап экспедицияларҙа ҡатнаштым, ошо хаҡта фильмдар төшөрҙөм. Эшемде нисек яратыуымды һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, һигеҙ йыл отпуск та алманым», – тип хәтерләй Гөлназ.
Ҡапыл ауырып китә ул, тыны ҡыҫылып, атлай алмаҫ була. Йонсоуым еткәндер, кеше белмәһен, ояты ни, тип уйлай. Бөтөнләй хәле ҡалмағас, әсәһенә белдермәй генә эшкә такси менән йөрөй башлай. Табиптарға бара, улар, бер ни ҙә юҡ, арығанһыңдыр, ти. Ярай эшендә хәлен аңғарып, дауаханала урын белешәләр. Реанимацияла иҫенә килә. Тәүҙә әсәһенең түгелеп илауының сәбәбен аңлай алмай, бер аҙҙан шәбәйермен, тип уйлай. Яман шеш, оҙаҡ тормаҫ инде, тигәндәрен яңылыш ишетә. Бер-бер артлы операциялар үткәрә. Йомро ғына ҡыҙ утыҙ биш килоға ҡала. Шунда ла 25 йәшлек һылыу хәленең мөшкөллөгөнә ышанмай. Йәшәү өсөн көрәшеүселәр менән танышып, уларҙың ихтыяр көсөнә иҫе китә. Дауахананан сыҡҡас, улар хаҡында фильм төшөрәм, сәләмәт кешеләр был хаҡта белергә, һаулыҡтың ҡәҙерен аңларға тейеш, тип уйлай. Кеше күрмәгәндә атлап ҡарайым, тип баҫа ла иҫен юя. Коридор буйлап уны реанимацияға алып китеп барғандарында бер аҙ аңына килә, түбәлә шәп-шәп алмашынған лампочкаларҙы күреп, ҡалай шәп кадр, быны фильмда мотлаҡ ҡулланырға кәрәк, ти ҙә тағы томанға сума. Клиник үлем кисерә, йәне кәүҙәһе янында түгелеп илаған һәм уның менән хушлашҡан ғәзиз ике кешеһен күрә. Шул саҡта әле мин таҫмаға төшөрөп, кешеләргә һөйләп өлгөрмәгән күпме яҙмыш, күпме өлгөлө миҫалдар бар, юҡ, минең әле эшем күп, тип ҡото осҡанын үҙе лә яҡшы иҫләй...
... Оло һынауҙар үтеп ғүмер ҡәҙерен тойған, уңыштарҙы ҡара тир менән яулаған һылыуҙың ваҡыт ҡиммәтен аңлауы, мөғжизәле миҙгелдәрҙе тотоп фоторәсемдә һынландырырға ынтылыуы тәбиғилер. Йәшәүебеҙ ҙә бит мәлде мәлгә ялғау. Һөҙөмтәлә ниндәй биҙәктәр килеп сығыры ла күберәк үҙебеҙҙән тора...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәскәү ҡалаһы.
Мәскәү ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.
Теги: