«КҮҢЕЛ ЙЫЛЫМ БАРЫҺЫНА ЕТӘ»
«Һеҙ уҡытыусымы?» – тип һорай унан йыш ҡына бығаса таныш булмаған кешеләр ҙә. «Эйе!» – тип ғорур яуаплай ул. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының юғары категориялы математика уҡытыусыһы, «Рәсәй дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, «Сорос уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булыусы Рәйлә Абдрахман ҡыҙы Юнысованың булмышынан мөғәллимәгә хас иплелек, зыялылыҡ һирпелә.
... «Һөнәремде шул тиклем яратам. Интернат системаһында эшләүселәр ябай уҡытыусы ғына түгел, ниндәйҙер кимәлдә балаларҙың атай-әсәйен алмаштырыусы ла, серҙәше лә, дуҫы ла. Уларҙың бер ҡараш-ымынан күңел торошон һиҙәһең, гел күҙ алдында булғастар, һәр яңылығын белеп тораһың тигәндәй. Атай-әсәйҙәре янына ҡайтып, берәй яңы кейем һатып алып килһәләр ҙә, һөйөнөстәре менән уртаҡлаша һалалар...» – эше, уҡыусылары хаҡында мауығып һөйләгән Рәйлә Абдрахман ҡыҙын тыңлауы – үҙе бер кинәнес...
... «Шамонин ауылындағы ҙур йортобоҙҙа ҡыҙым, кейәүем, ейәндәрем менән гөрләтеп донъя көтәбеҙ. Баҡса үҫтерәбеҙ. Йортобоҙҙоң ишектәре туғандарым, дуҫтарым өсөн һәр саҡ асыҡ, күңел йылым барыһына ла етә. Ҡунаҡ һыйларға, аралашырға яратам. Кейәүем, ҙур ҡалала үҫеүенә ҡарамаҫтан, ауыл шарттарына яраҡлашып, йортта ир-ат башҡарырға тейеш мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға тырыша. Ә ҡыҙым инде – минең серҙәшем дә, таяныс-терәгем дә. Тормошомдоң иң ауыр мәлдәрендә янымда уның булыуы һынмаҫҡа, бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итте», – ти әсә...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Теги: