«Был донъяла бөтә нәмә әйләнеп ҡайта»

«Был донъяла бөтә нәмә әйләнеп ҡайта» Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, баш ҡаланың 40-сы балалар баҡсаһы мөдире Наилә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Вәлиева хеҙмәт юлын башлағанда нисек инанһа, әле лә шуны ҡабатлай: тәрбиәсе – сабый күңелен донъяға асыусы, тимәк, киләсәк яҙмышын билдәләшеүсе, бәхет ҡапҡаларына юл күрһәтешеүсе зат. Сөнки тап баҡсала бала шәхес булараҡ үҫешә башлай. Хоҙай Тәғәлә һалған һәләттәре баҫылып ҡаламы, әллә артабан уға ышаныс, баҙыҡлыҡ биреүсе матур сифаттар булып балҡыймы – күп осраҡта тәрбиәсенең диҡҡәтле, һөйөү менән баҡҡан ҡарашынан тора. Баҡсаның бөтә эшмәкәрлеге шуға йүнәлтелгән дә инде. Музыка, бейеү, инглиз теле, һүрәт төшөрөү, математика кеүек өҫтәмә дәрестәр, баланың зиһенен киңәйтеүсе, телмәрен камиллаштырыусы, эске донъяһын байытыусы иң алдынғы алымдарҙы ҡулланыу ана шул төп маҡсатҡа хеҙмәт итә.

...Учалы районының Оҙонкүл ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә алтынсы сабый булып донъяға килә Наилә. Дөрөҫөрәге, әсәһе Мөслимә игеҙ ҡыҙҙар таба. Наиләнең игеҙәге өс көн йәшәп кенә вафат була. Халҡыбыҙҙа саҡ тыуып үлгән ҡыҙ балаға Фатима тигән исем ҡушып ерләй торған булғандар. Игеҙәктең һыңарын да шулай нарыҡлап гүргә һалалар. «Ауылыбыҙҙа быума сиренән яфаланыусы бер апай бар ине, тип һөйләй әсәйем. Халыҡта ундай ауырыуҙан интегеүсене «ен эйәләшкән» тигәндәр. Йәнәһе лә, ул кеше яңы тыуған сабыйға баҡһа, сире бөтә, имеш. Бәпестәр тыуған көндө шул апай бүлмәгә башын тығып ҡына күҙ һала ла сыға. Хәлһеҙерәк, сибегерәк булып тыуған мине әсәйем, «өшөмәһен» тип, стена ҡырына һалған, игеҙәгем ситтә ятҡан. Апай сыҡҡас, минуты-секунды менән игеҙәгем һынһыҙ ҡалып илай башлай. Өс көн туҡтамай илай ҙа дүртенсе көнгә күҙҙәрен йома, – тип әсәһе һөйләгәндәрен хәтеренән үткәрә Наилә. – Игеҙәгем ысынлап та апай ҡарашынан үлдеме, башҡа сәбәптәнме, мин ғүмер буйы уны уйлап йәшәнем. Бәләкәйерәк саҡта: «Их, икәү булһаҡ, рәхәтләнеп уйнар инек», – тип ҡыҙышһам, үҫә төшкәс: «Бер иштән кейенеп, клубҡа барыр инек. Бар серемде уға һөйләр инем, ул мине бөтәһенән дә нығыраҡ аңлар ине!» – ти торғайным. Олоғая барғанда: «Ул ниндәй булыр ине икән? Хас минең кеүек олпатланыр инеме? Моғайын, ул – миңә, мин уға оло терәк булыр инек», – тигән уйҙар биләне. Карауат ситендә ятып, яман күҙҙең көсөн үҙенә алған, шуның менән мине ҡотҡарып ҡалған йәндәшемде һағынып, уның өсөн дә йәшәргә, изгелек ҡылырға тейешмен, тип инанып ғүмер иттем»...

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Наилә Вәлиева тураһындағы мәҡәләне журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook