Станогы ла уның бейеп тора

Станогы ла уның бейеп тора
Нәзәкәтле Нәзирә Заһит ҡыҙын ҡырҡ йылға яҡын станок артында тороп, төрлө тимер деталдәр эшләй алған оҫталарҙан-оҫта токарь тип, әлбиттә, уйлап та бирмәҫһең. Һеҙ, моғайын, сәхнә кешеһелер, тип таныша ханымды тәүгә күргәндәр. Уныһы ла яңылыш түгел, заманында эшләгән еренә Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумының бейеү бүлегенән йәш ҡыҙҙы уҡырға ебәреүҙәрен һорап, биш тапҡыр саҡырыу килә. Әммә һылыу әсәһенең «кеше эшләп ашарға тейеш, апайыңдар һымаҡ заводҡа бараһың» тигән һүҙен йыҡмай.

Күңел түңәрәклеге йөҙөнә яҙылған уның. Хеҙмәтенә күрә хөрмәт күреүенә лә һөйөнөп бөтә алмай. Быйыл уға «Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» тигән исем бирелгән. Ә тормош иптәше, ғүмер буйы бер заводта иретеп йәбештереүсе булып эшләп абруй ҡаҙанған Рәил Ғәбделислам улы – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ярты быуатҡа яҡын ярһыуҙарын да, яныуҙарын да хеҙмәт менән баҫып йәшәй Ғәбиҙуллиндар.
Нәзирә ханым – Дим буйы ҡыҙы. Ҡалала байтаҡ йәшәһә лә, кинйәкәй булараҡ, атай нигеҙен һаҡлауҙы бурыс итеп алған. Тормош иптәше менән ауылдағы өйҙәрен заманса итеп яңыртҡандар, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтерәләр. «Эх, ауыл һағындыра, тик ҡайтыр нигеҙ юҡ, тигәндәргә ҡарап йән әрней. Апайҙарым, туғандарым килеп ял итерлек урын тота алыуым – иң ҙур ғорурлығым», – ти ул.

Әсәһе Файзаны, Миәкә районы Сатай-Бөрйән ҡыҙын, яңы ғына БДУ-ның математика факультетын тамамлаған атаһы, Әлшәй егете Заһит, тәү күреүҙән оҡшата. Ауыл сәхнәһендә Ғәлиәбаныуҙы уйнаған һылыуҙы шул уҡ кис санаға һалып урлап ала ла ҡайта. Башта һис күңеле ятмаҫ һымаҡ тойолһа ла, тора-бара ирен яратып китә йәш ҡатын. Тиҙҙән Никифарҙа парторг булып эшләгән белгесте Балғажы ауылына мәктәп директоры итеп күсерәләр. Балалар ишәйә, йорт һала башлайҙар. Заһит ағай ҡатынын шул тиклем яратҡан була, юҡлыҡҡа ҡарамай гел матур кейендерә. Файза апай ете ҡыҙ таба, тик Сәлимә исемлеһе ҡыҙылсанан һәләк була. Кинйәкәйҙәре Нәзирә ваҡытынан алда бик бәләкәй булып тыуа, әҙәм булмаҫ, ҡарап ыҙалама, тип сумкаға бикләп тотторалар ҡатынға бала табыу йортонан сыҡҡанында сабыйҙы. Шаңҡыған әсә уны асып та ҡарамай өйгә алып ҡайта. Ярай әле тиктормаҫ оло ҡыҙы «бәпес ҡайҙа?» тигәс, ымлап күрһәтә. Сумканы асып ебәрһәләр, Нәзирә күҙҙәрен ҙур итеп асып ҡарап ята. Апайы уны йыуындырырға булып, йылымыс һыуға төшөрә. Шунан тас ситенә сат йәбешкән кескәй ҡулдарҙы үҙе генә ысҡындыра алмағас, әсәһен саҡыра... Нәзирә ханыма Файза апай иҫән саҡта был тарихты илай-илай нисә һөйләгәндер. Сымыры ҡыҙ бик тиҙ нығынып, ҡурсаҡтай булып үҫеп китә. Дәртләнеп донъя көткән ғаиләгә көтмәгәндә бәлә килә, кинәт Заһит ағай вафат булып ҡала.
Станогы ла уның бейеп тора
Файза апай ауырлыҡтарҙан баҙамай, төҙөлә башлаған өйҙө эшләтеп бөтөрөп, ихаталарын уратып, яңы аҙбар-ҡуралар һалдырып үҙ аллы донъя көтә. Күпләп тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә себештәре үҫтерәләр. Сөгөлдөр яланынан дүртәр гектар өлөш алып эшкәртәләр. Уның ҡарауы, шәкәргә, ашлыҡҡа йонсомайҙар. Мискәләп емеш ҡайнатмалары әҙер­ләйҙәр. Тары, борсаҡты ла етерлек алып, үҙҙәре ярма һала. Алабута, кесерткән орлоғо һуғалар, ат ҡолағы йыялар, малдары ас тормай. Хатта апайҙары менән йүкәнән үҙҙәре таҡта ярып, ихатаны уратып ҡуялар. Һис бирешмәй ҡыҙҙар, балтаһын да тота, бесәнен дә саба.

Тик ҡайһы саҡ атайһыҙлыҡ барыбыр ҙә үҙәккә үтеп китә. Бер шулай кисләтеп кенә көтөүсенан ат һорап алып, әсәһе ике апайы менән алты йәшлек Нәзирәне утынға алып китә. Барып етеүҙәренә колхоз арбаһының тәгәрмәсе тирелә. Ни эшләһендәр, ат гел эләкмәй, әсәһе апайҙары менән тәгәрмәсте күтәреп ауылға китә. Бәләкәй ҡыҙ утын өҫтөндә ат ҡарауылларға ҡала. Ҡараңғы тиҙ төшә, ат бышҡырған ыңғайға өкөләр уфылдауына һиҫкәнгән бала дөм-ҡара төндә ҡалтыранып, туғандарының урап килеүен көткәнен әле лә һиҫкәнеп хәтерләй. Ҡайһы берҙә иптәштәренең аталары урамдан ҡырын тейәп ҡайтып барыуын күрһә, эх, иҫерек кенә булһа ла, атайың булһа ине, тип хыяллана. Күпме һоратып килмәһендәр, әсәһе ҡабат кейәүгә бармай, сығыр инем дә, Заһитҡа тиңде тапһағыҙ, тип кенә ҡуя. Апайҙары бер-бер артлы буй еткерә, иң олоһо күрше ауыл тирмәненә эшкә төшә, ҡалғандары Өфө заводтарына урынлаша. Бәләкәйҙән йырлап-бейеп йөрөгән Нәзирә иһә бейеүсе булырға хыяллана.
Станогы ла уның бейеп тора
Ул унынсы класты бөтөргән йылды Хәлиҙә апайы радиотехника техникумына уҡырға инә, әртислеккә барһаң, әсәйгә икебеҙҙе уҡытыу ауырға төшөр, быйылға училищеға инеп тор, ти. Күңеле төшкән ҡыҙ йәй буйы ауылда үҙен эш менән баҫа, хатта бәҙрәфкә тиклем яңыртып ҡуя. Ҡалаға һуң килә, лаборант йә оператор кеүек һөнәрҙәргә урын ҡалмағас, стипендияһы юғары тип токарь һөнәрен һайлай. Училищеға яҡын торған еңгәләрендә йәшәй, улары таң һарыһынан эшкә киткәс, балаларын уятып, тәрбиәләп, береһен – балалар баҡсаһына, икенсеһен мәктәпкә илтеү йәш ҡыҙға йөкмәтелә. Уҡыған еренә «Химиктар һарайы»нан килеп, курстан бер үҙен бейеү түңәрәгенә һайлап алалар. Шунда йөрөүҙән йәм таба ҡыҙ, яңғыҙ бейеүҙәренә үҙе костюмдар тегә, бигерәк тә һинд бейеүен яратып башҡара. Диплом алғас, Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумына йүнәлтмә биргәстәре, барып имтихандар тапшыра. Тик әсәһенең, миңә әртис кәрәкмәй, ана апайыңдар һымаҡ йүнле эшкә, заводҡа бар, тигәненә ҡаршы тора алмай. Ул саҡтағы 22-се заводҡа (һуңғараҡ «Нефтехим», «Башнефть» системаһы) эшкә төшә, шунда буласаҡ тормош иптәшен осрата. Улдары Динар тыуа. Тырыш хеҙмәте өсөн төрлө илдәргә путевкалар менән дә бүләкләнә. Заводта ла үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнаша. 1996 йылда Октябрьский районының торлаҡ-коммуналь хужалығына токарь булып күсә. Үҙ участкаһын ғына түгел, бөтә район бүлексәләрен хеҙмәтләндерә ул, ҡаланың коммуналь хужалыҡ етәксеһе сит ил тракторҙарына йә башҡа техникаға алмаш деталдәр тапмағанда, эшләһәң, һин генә булдыра алырһың, Нәзирә Заһит ҡыҙы, тип үҙе шылтыратҡан саҡтары ла була хатта. Атҡаҙанған хеҙмәткәр исемен дә уға ҡала хакимиәте юллай.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook