«Һәр кем ҡоя үҙ бәхетен»
«Әгәр мин көн дауамында бер генә кешегә булһа ла ярҙам итә алмаһам, тимәк, был көнөм әрәмгә үтте», – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Почетлы донор, юғары категориялы табип-стоматолог, Өфөнөң 2-се поликлиникаһының стоматология бүлеге мөдире Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙы Абдрахманованың тормош саҡырыуы был һүҙҙәр.
Ете балаһында ла миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар тәрбиәләүгә өлгәшкән Рауза Бәхтигәрәй ҡыҙы һәм Мәҡсүт Вәлиәхмәт улы Абдрахмановтар. Заманында Ҡазанда мал табибына уҡып сыҡҡан йәш белгестәрҙе йүнәлтмә буйынса Өфөгә эшкә ебәрәләр. Тырыш ғаилә ошонда ғүмерлеккә төпләнеп, фиҙакәр хеҙмәте менән хөрмәт яулай, балалары күңеленә лә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтары һалып, уларҙы ысын кеше итеп үҫтерә. «Табип кешеләрҙе дауалаһа, мал табибы тотош кешелек һағында тора», – тиер ине атайым мәрхүм. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Ғаиләбеҙҙәге ете баланың өсәүһе атай менән әсәйҙең юлын һайланы, тағы ла өсәүебеҙ медицина өлкәһен үҙ итте. Теүәл фәндәрҙе яратҡан Айҙар ағайым ғына математикаға өҫтөнлөк бирҙе», – Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙының туғандары хаҡында оло бер ғорурлыҡ, йылылыҡ менән һөйләүен күреп, был ғаиләнең ни тиклем берҙәм, бөтөн булыуына төшөнәһең.
Бәләкәйҙән Альбина апаһы кеүек табибә, улай ғына түгел, мотлаҡ уның ише гинеколог булырға хыялланған Әлфирәгә маҡсатына ирешеү өсөн арыу уҡ һынауҙар аша үтергә тура килә. Медицина институтының дауалау факультетына конкурс йылдың-йылы ҙур, ҡыҙ өс йыл рәттән уңышһыҙлыҡҡа осрай. Әммә ныҡыш, сәмсел Әлфирә ниәтенән кире ҡайта торғандарҙан түгел! Апаһы эшләгән дауаханаға санитарка булып урынлаша, буш ваҡытында уҡырға инергә әҙерләнә.
Йәшлек – ҡанатлы саҡ, дауаханала үткән Яңы йыл кисәһендә ул һомғол буйлы, күрмәлекле егеткә күҙ һала. Ә тегеһе байрамдың башынан аҙағынаса ҡыҙҙың әхирәтен бейергә саҡыра. Кисә тамамланғас, Әлфирә янына килеп, оҙатып ҡуйырға рөхсәт һорай. «Оҙатырға теләгәс, ниңә бер тапҡыр бейергә лә саҡырманың?» – тип тураһын әйтә ҡыйыу ҡыҙ. Егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгел: инде ҡайтырға тип йыйына башлаған оркестрҙы туҡтатып, бер генә көй уйнарға күндерә һәм талдай нескә сибәркәйҙе бейергә саҡыра. «Тәү күреүҙән йөрәгемде яуланың, әммә һинең һылыулығың алдында ҡаушап, юғалып ҡалдым...» – тип аңлата ғашиҡ егет үҙенең ҡылығын. Тиҙҙән ике йәш йөрәк ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышып, гөрләтеп туй яһай. Кәләшенең яҡты хыялын белгән Альберт, унан бер нисә йәшкә өлкәнерәк, донъя күргән кеше булараҡ, Әлфирәнең артабанғы яҙмышын билдәләйәсәк фекер әйтә: «Беҙҙең ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйен бер табип бар бит, ниңә һиңә апайыңды ҡабатларға, әйҙә, теш табибына уҡырға ин», – тип стоматология факультетына барырға кәңәш итә. Шулай итеп, Әлфирә Башҡорт дәүләт медицина институты студенткаһы булып китә. Ғаиләләренә йәм, ҡот өҫтәп, ҡыҙҙары Алина тыуа. Ғаилә, бала ҡарау, уҡыу мәшәҡәттәрен бергә алып барыу һис тә ауыр булмай һәләтле йәш ҡатынға. Дипломлы белгесте Силәбе өлкәһенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Ғаиләһе менән Еманжелинск ҡалаһында 18 йыл йәшәп, стоматолог булараҡ ҙур тәжрибә туплай, күп нәмәгә өйрәнә. Ә инде икенсе ҡыҙҙары Регинаның тыуыуы мөхәббәтле ғаиләнең бәхетен тағы ла ишәйтеп ебәрә. Тик тыуған яҡтар, гүзәл Өфө үҙенә тарта һәм улар Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.
Бына инде нисәмә тиҫтә йыл Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙы кешеләрҙең һаулығы һағында тора, көн дә иртән яратҡан эшенә ашыға. «Кәйефеңә, күңел торошоңа, шәхси тормошоңдағы мәшәҡәттәргә ҡарамай, ауырыуҙарға ярҙам итергә, уларҙың хәлен еңеләйтергә тейешһең, сөнки һин – табип, – ти ул. – Теше һыҙлаған кеше былай ҙа мең уй менән килә дауаханаға: «Нисек ҡабул итерҙәр, нисек дауаларҙар, үтә ныҡ ауыртмаҫмы?» Шул хәленә өҫтәп, табип тупаҫ мөғәмәлә күрһәтһә, уның өсөн бар донъя тик ҡара төҫтәрҙән торғандай тойолоуы бар».
Әлфирә Абдрахманова йылдар дауамында тупланған бай тәжрибәһен йәштәр менән дә ихлас уртаҡлаша – Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытырға ла өлгөрә. Ә инде стоматология бүлеге мөдире булараҡ, берҙәм, эшһөйәр коллектив туплауға өлгәшкән. Уның ҡул аҫтында Өфө районы ауылдары халҡын хеҙмәтләндереүсе 22 табип эшләй. Уларҙы һөнәри йәһәттән үҫешергә, даими рәүештә белемдәрен камиллаштырырға, замандан артта ҡалмаҫҡа өндәй мөдир. Ярҙамсыл, итәғәтле, киң күңелле булғаны өсөн хөрмәт итә һәм ярата уны коллегалары. Донор булараҡ, әллә нисәмә тапҡыр ҡан биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға булышлыҡ иткән, оҙаҡ йылдар Өфө районының «Ҡыҙыл Тәре» ойошмаһын етәкләгән табибәгә юҡҡа ғына ил күләмендәге юғары награда – «Алтын йөрәк» билдәһе тапшырылмағандыр. Әле Рәсәйҙә был маҡтаулы исемгә ни бары биш (!) кенә кеше лайыҡ.
Эше менән генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле Әлфирә ханым. Ҡыҙҙары күңеленә ятҡан һөнәргә эйә булған, үҙҙәренең ишен табып, матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтерә. Игеҙәктәр Татьяна менән Влад, буласаҡ хоккейсы Роберт менән бәләкәс Рубен – өләсәй менән олатайҙың көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары. «Беҙ бергә йыйылғанда әсәйем гел түңәрәк өҫтәлгә ап-аҡ ашъяулыҡ ябыр, ҙур бәлеш бешерер ине. Хәҙер ошо матур йоланы мин дә дауам итәм. Ғаиләмде түңәрәк табын артына йыйыуҙан, тәмле бәлеш менән һыйлауҙан иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек, күңел рәхәтлеге кисерәм», – ти Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙы.
Табибә менән әңгәмәбеҙ аҙағына яҡынлашты. «Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙе бәхетлемен тип әйтә алаһығыҙ», – тием Әлфирә ханыма. «Әлбиттә, әйтә алам. Әммә был минең тормошомдоң салт аяҙ көндәрҙән генә тороуын, һикәлтәләрҙән, һынауҙарҙан азат булыуын аңлатмай. Ғаилә именлеген һаҡлауҙа, бөтөнлөк булдырыуҙа күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығына, йор аҡылына бәйле. Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя», – тине ул. Ошо бәхетегеҙ һәр ваҡыт түңәрәк булһын, кешеләргә ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын, Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙы!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ 2018 - Ғаилә йылы