«Комильфо» матурлыҡ салоны

«Комильфо» матурлыҡ салоны
Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы була, тиҙәр. Һылыу ҙа, тапҡыр ҙа, сая ла, ғәҙел дә Айгөл Уйылдан ҡыҙы Әхмәҙиеваға үҙ ғүмерендә ниндәй генә һөнәр башҡарырға тура килмәй. Уҡытыусы, телевидение дикторы, телетапшырыуҙар мөхәррире, «Ҡурай» йыр-моң каналы директоры, «Туған тел» телеканалы баш мөхәррире – һәр эштә лә яуаплылыҡ, уңғанлыҡ, нескә зауыҡ, оҫта ойоштороу һәләте менән хөрмәт ҡаҙанған ханым бөгөн дә тормошҡа заманса ҡарашы, отҡорлоғо һәм тәүәккәллеге менән һоҡландыра.

Яратҡан уҡытыусыһы Австрияға күсергә ҡарар иткәс, мөләйем һылыуға Өфөләге бизнесын ҡалдырырға теләген әйтә: «Баламдай күргән ҡәҙерле эшемде гүзәллектең ысын асылын аңлаған һин генә дауам итә алырһың». Көрсөк мәлендә матурлыҡ салоны һатып алыу ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятһа ла, ғаилә кәңәшмәһендә кредит юллап булһа ла был мөғжизәле лә, үҙенсәлекле лә яңы өлкәне үҙләштереп ҡарарға, тигән ниәткә киләләр. Шулай итеп Айгөл Әхмәҙиева Өфөнөң Коммунистик урамындағы билдәле «Комильфо» матурлыҡ салонының хужаһы булып китә. Нәфис зат гел гүзәллеккә та­бынып йәшәй, үҙе лә сибәр, йәш ҡалғыһы килә. Юҡҡа ғына, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тимәгәндәр бит. Бына инде ике йыл Айгөл Уйылдан ҡыҙының һәр көнө кешеләрҙе матурыраҡ, зауыҡлыраҡ, бәхетлерәк, тимәк, уңышлыраҡ итеү маҡсатына бағышланған. Байрамға, ҡунаҡҡа, туйға, кисәгә барыр алдынан, ҡайһы берәүҙәр хатта ҡәҙимге эш көнөндә лә үҙен йәмләр өсөн салонға мөрәжәғәт итә. Бында бер генә тапҡыр килгән кеше лә сәсен килешле итеп киҫтергәндән һуң, махсус макияж, үҙенсәлекле маникюр эшләтергә, тырнағын биҙәргә, ҡаш-керпеген «үҫтерергә» булып китә. Тап «Комильфо» матурлыҡ салонында имиджыңа тура килтереп, барыһын да бер юлы эшләтеп сығыу мөмкинлеге бар. Оҫталар үҙеңә генә килешле образ тыуҙырып, һине танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеү һәләтенә эйә. Тағы ла бит тиреһен заманса аппараттар ярҙамында йәшәртеү, эпиляция, пилинг, шугаринг (төктәрҙе алыу), балаларға прическа яһау, солярий һәм төрлө массаж хеҙмәттәре күрһәтелә. Хәҙер йәштәр араһында мехенди, татуаж яһатыу модала. Башҡорт ҡыҙының алтын ҡулдары бик тәүәккәл ижади хыялдарҙы ла ысынбарлыҡҡа әйләндерә. «Комильфо»ла таҙалыҡ, гигиена ҡағиҙәләренә лә талап юғары: һәр клиенттан һуң тараҡ-ҡайсылар, ҡырғыстар, тырнаҡ биҙәү яйланмалары махсус ҡорамалда дезинфекциялана. Тағы шуныһы мөһим: бары тик билдәле фирмаларҙан ҡайтарылған һәм тикшереү үткән юғары сифатлы һөнәри буяу-косметикалар ғына ҡулланыла.

«Хәҙер магазин кәштәләрендә һатылған буяуҙарға төрлө ярамаған матдәләр ҡушыла, улар һаулыҡҡа ныҡ зыян килтерә. Ни тиклем зарарлы булыуын белгәнгә, быға айырыуса иғтибар итәм», – ти директор.

Заман һулышынан артта ҡалмаҫ өсөн етәксе оҫталарының белемен камиллаштыра, бәйгеләрҙә ҡатнашыуын хуплай. Салондың үҙенсәлекле, сағыу интерьеры һәм, әлбиттә, үҙ эшен яратып башҡарған белгестәрҙең яғымлылығы арбай. Шуға бер генә тапҡыр килгәндәр ҙә даими йөрөргә ғәҙәтләнә. Уларҙың күбеһе – ысын зауыҡты тойған һәм үҙ баһаһын белгән ханымдар. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә башҡарыла, хаҡтар ҙа юғары түгел. Етмәһә, төрлө мауыҡтырғыс ак­циялар үтә, мәҫәлән, оло йәштәгеләргә ташламалар, ҡыҙы йәки улы менән килгән атай-әсәйҙәргә сертификат биреү ҡаралған.
Салондың уңышлы эшмәкәрлегендә директорҙың талапсанлығы, эшһөйәрлеге лә ҙур роль уйнай. Әйткәндәй, Айгөл ханымдың эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй, «Башакадемкитап» ғилми-ағартыу үҙәген етәкләй, башҡорт милли биҙәүестәре һәм халҡыбыҙҙың рухи, мәҙәни донъяһын сағылдырған китап-энциклопедиялар һатҡан кибет һәм типография менән идара итә. Ғилми эшкә лә ваҡыт таба ул, ошо көндәрҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйына. Унан тыш Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары һәм үҙенең туған мәктәбе – әлеге көндә ҡыҙҙары Алтынай менән Айдана уҡыған Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ата-әсәләр комитеты рәйесе булараҡ та, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың рухи бөтөнлөгөн нығытыу эшендә әүҙем ҡатнаша. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы туған халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур көс һала.

Киләсәккә бағлаған маҡсаттары бихисап уңған етәксенең. Матурлыҡ салонын киңәйтеп, тағы ла стоматология клиникаһы асырға ниәтләйҙәр. Айгөл Уйылдан ҡыҙының тормош иптәше Ришат Мөхтәр улы – танылған теш табибы-ортопед. Ғаилә бизнестарын яңы даирәгә сығарырға, кешеләргә ярҙам итергә теләктәре ҙур Әхмәҙиевтарҙың. Тырыш, миһырбанлы парҙың яңы талпыныштарҙа ла уңышҡа өлгәшеүенә ышанабыҙ!
«Комильфо»ның сихри донъяһы һеҙҙе көтә! Һәр йөрәк тибешегеҙ менән камиллыҡҡа, матурлыҡҡа яҡынайығыҙ!




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook