Бәхеттең асылы ябай

Бәхеттең асылы ябай
Кеше ғүмерҙәре һағында
42 йыл дауамында аҡ халатына тамсы ла кер төшөрмәй, халыҡтың оло ихтирам-хөрмәтен яулаған Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙына ярты Сибай, Баймаҡ халҡы рәхмәтлелер. Бигерәк тә балалар дауаханаһында эшләгәнендә ниндәй генә хәлдәге сабыйҙарҙың, үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн көрәшергә, ҡайһы бер киҫкен осраҡтарҙа хатта ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалырға тура килмәй уға. Мине лә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте бәләкәй ҡыҙым менән ике тапҡыр төн уртаһында тап ошо шәфҡәтле, оло йөрәкле табибә ҡулына алып килеп тапшырғайны. «Аллергия арҡаһында тыуған бронхит – бик мәкерле, әлеге ваҡытта ныҡ таралған сир, баланың тын юлдары эстән шешә, һөҙөмтәлә ул һығыла, тын ала алмай. Бындай осраҡта ҡайһы берҙә һәр минут һанаулы. Дөрөҫ йәшәһәгеҙ, дөрөҫ һаҡланһағыҙ, йәш менән бергә, йәғни ҙурая барыуға сир баҫыла. Шул уҡ ваҡытта үтмәүе, астма кеүек хроник ауырыуға әйләнеүе лә ихтимал», – тип һөйләгәне хәтергә уйылған. Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙының кәңәштәрен йәшәү рәүеше итеп алғайныҡ ул мәлдә: «ҡыҙыл, һары, ҡыҙғылт ярамай» (ризыҡтың төҫтәре. – Автор), «сәтләүектәр – көслө аллерген, бик һаҡ ҡулланығыҙ», «үтә татлынан (шоколад, кәнфит, бал) тыйылып тороғоҙ» һ.б. Шөкөр, ул хәлдәрҙе йырып сыҡтыҡ, шул ваҡыттарҙа Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙы Хоҙайҙың изге фәрештәһе итеп ебәрелгәндер тием, әле булһа уға рәхмәтем сикһеҙ.

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ф.З. Мортаева СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Сибай филиалында эшләй. «Был хеҙмәтем дә бик яуаплы. СПИД кеүек йоғошло ауырыуҙар – заманабыҙҙың бер афәте. Күптәр, ул миңә ҡағылмай, тип яңылыша, ә хәүеф-хәтәр яныбыҙҙа ғына. Шуныһы аяныслы: ВИЧ-инфекция ошоғаса тәрбиә, әхлаҡ йәһәтенән тотороҡлолоҡ өлгөһө һаналған ауыл еренә лә барып етте. Сир йоҡтороусылар тәүҙә һөҙөмтәнең ыңғай булыуына ышанмай, ҡабатлап анализ биреп ҡарай, мөғжизәгә өмөтләнә. Беҙ уларҙы аяныслы хәлде ҡабул итергә, әлеге диагноз менән йәшәргә өйрәтәбеҙ. Бөгөн ҡиммәтле, заманса дауалау алымдары ярҙамында ВИЧ вирусы менән дә оҙаҡ йылдар тулы ҡанлы тормошта йәшәргә мөмкин», – ти тәжрибәле инфекционист.

Бәхеттең асылы ябайӘсәнән күргән...
Гүзәл кескенәнән әсәһе кеүек аҡ халат кейеп, кешеләрҙе дауалау хаҡында хыяллана. Ныҡыш, бер ниндәй ҡаршылыҡ алдында юғалып ҡалмаған, ҡыйыу ҡыҙ булып үҫә ул. Ғаиләләре Баймаҡтан Сибайға күскәс, уҡытыу программаһындағы айырмалыҡ арҡаһында яңы мәктәптәге класташтарынан ныҡ артта ҡалыуын белә. Көн һайын үҙе теләп дәрестән һуң ҡала, уҡытыусынан һәр нәмәне төпсөнә, аңлатыуын һорай, өҫтәлмә эштәр алып, тиҙҙән барыһын да ҡыуып етә тырыш ҡыҙ.

Ҡайҙан килә һуң был сәмселлек, ныҡышлыҡ? «Холҡомдо формалаштырыуҙа өләсәйем менән ҡартатайымдың йоғонтоһо ҙур булды. Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылына һәр саҡ ашҡынып, һағынып бара торғайным. Маһира өләсәйемдең йәмле өй эсе, тәмле аштары, бергәләп емеш-еләккә йөрөүҙәр – бала сағымдың матур хәтирәләре. Ә ҡартатайым Зәкриә Арыҫланбаев гел халыҡ араһында, эш өҫтөндә булды. Ул – ғаиләнең үҙәге, бөтә нәмә уның тирәһендә әйләнә кеүек. Алты класс белемле кешенең иҫәп-хисапҡа шул тиклем шәп булыуына һоҡлана торғайныҡ, күп уҡыны. Көслө ихтыярлы, ҡыйыу, тәүәккәл ине. Прораб булып эшләне. Илдең ул булмаған мөйөшө һирәктер. Ҡайҙа барһа ла, гел ейән-ейәнсәр­ҙәренә матур бүләктәр, иҫтәлекле сувенирҙар, беҙҙең яҡта булмаған кейемдәр алып ҡайтып ҡыуандырҙы», – тип ҡәҙерле кешеләрен оло ихтирам, танһыҡ та, һағышлы ла хәтирәләр аша иҫкә ала бөгөн ейәнсәрҙәре.
Гүзәл мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында һөнәри белем алып, хыялын тормошҡа ашырыуға етди аҙымдар яһай һәм дипломлы йәш белгес булараҡ Сибайға ҡайтып эш башлай. Медицинаның ҡатмарлы өлкәһе – неврологияны һайлай. «Ҡаршылыҡлы, тиҙлек талап иткән, үҙгәреүсән заман кеше алдына иҫәпһеҙ-һанһыҙ һынауҙар ҡуя. Аҡса, карьера артынан ҡыуыу, һәр саҡ көсөргәнештә йәшәү көс-ҡеүәтте һура. Һөҙөмтәлә невроз күренештәре йышая, күптәр йоҡо боҙолоуҙан, күңел төшөнкөлөгөнән интегә, йәғни ауырыуҙар һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә һаулыҡты йәштән һаҡлау, үҙ-үҙең, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү, эске тыныслыҡҡа ынтылыу бик мөһим», – ти Сибай ҡала дауахана­һының табип-неврологы Гүзәл Рәмил ҡыҙы.

Бәхеттең асылы ябайҒаилә – иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе
Сибай егете Эдуард Һөйөндөков менән ғаилә ҡороуҙары тарихын ғәҙәти хәл кеүек кенә итеп, ихлас һөйләне Гүзәл. Һөнәрле, эшле, аяғында ныҡлы баҫып торған егеткә поликлиникаға йәш табибә ҡайтыуы, ҡыҙҙың аҡыллы, белемле, яҡшы нәҫелдән булыуы хаҡында әйтәләр. Аҡ халатлы һылыуға ла уның менән бер шәп егет ҡыҙыҡһыныуын ҡолағына төшөрөп ҡуялар. Тәүәккәл Эдуард эште оҙаҡҡа һуҙмай «ауырыу» сифатында Гүзәлгә ҡабул итеүгә килә. «Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек, ҡараштарыбыҙҙың, маҡсаттарыбыҙҙың тап килеүен аңлағас, танышыуыбыҙға дүрт ай тигәндә гөрләтеп туй үткәрҙек», – ти Һөйөндөковтар.

Һәр саҡ үҫешкә ынтылған, бер һүҙле, бер уйлы йәштәрҙең ҡорған донъяһында нур һәм ҡот уйнап тора. Ҡаланың Сармат ҡасабаһында үҙ йорттарында йәшәй улар, гөрләтеп баҡса үҫтерә, йәй күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Улдары Ғәйсәр менән Вилданға ла матур тәрбиә бирергә, һәр яҡлап үҫтерергә тырыша атай менән әсәй. Малайҙар икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, 6-сыла уҡыған Ғәйсәр гитарала уйнай, матур йырлай.

Хоҡуҡ һағы хеҙмәткәре Эдуард Салауат улына хеҙмәти бурыстарына ярашлы Сибай, Аҡъяр прокуратураларында эшләргә тура килә, бөгөн ул – Күгәрсен районы прокуроры ярҙамсыһы. Һәр ялда, оҙайлы юл үтеп, ғаиләһе янына ашыға. Гүзәл тормош юлдашының тынғыһыҙ, ауыр эшенә аңлап ҡарай, өйҙә һөйөклөһөнә йылы мөхит булдырырға, тәмле аштары менән һыйларға тырыша, имен юлдар теләп оҙатып, һағынып көтөп ала. Тормошҡа айыҡ аҡыл менән баға, аныҡ маҡсаттар ҡороп йәшәй ул. Сәбәләнеү, бер ярҙан икенсеһенә ташланыу ят уға, һәр нәмәгә – үҙ үлсәме. Ысын табибә шулай булырға тейештер ҙә – мәрхәмәтле, әммә һалҡын аҡыллы. Донъяға ҡарашы, фекерҙәре лә төплө Гүзәлдең: «Сетерекле хәлдәрҙә кәңәш бирер әсәйем, бөтә эште лә белгән алтын ҡуллы атайым, миңә бынамын тигән тормош юлдашы – ысын ир-егет тәрбиәләгән 84 йәшлек ҡәйнәм, йәшәүемдең мәғәнәһе – балаларым, ирем, ашҡынып барған эшем, наят донъям бар. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? Бәхет, әлбиттә. Шуны аңларға һәм шөкөр, тиергә генә кәрәк...»
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook