Мөғжизә бар ул тормошта
Билдәле тета-практиктар, ябайлаштырып әйткәндә, төпкө аң аша кешеләрҙең тормошон көйләй белеүселәр, Регина Маркелова менән Луиза Хәлфетдинованы күптәр апалы-һеңлеле тип уйлай. Ысынлап та шулай, ҡан туған булмаһалар ҙа, уларҙың күңелдәре игеҙ. Мөғжизә ышанғанда ғына алға килә, тиҙәр. Был һылыуҙарға йөрәк серҙәрен асырға баҙнат итеп, яҙмыштарын яңы юҫыҡҡа ебәрә алғандарҙың һәр береһенең тарихы әкиәткә торошло.
Кемдәр был серле һылыуҙар, әлеге ижадкәр хеҙмәттәренә улар нисек килгән? Шаҡ ҡатырғыс оло һынауҙар үткән улар үҙ тәғәйенләнешен тапҡансы.
Регина Хәким ҡыҙы – Өфөнән, тамырҙары әсәй яҡлап Иглин районы Келәш, атаһы яғынан Белорет районының Әхмәр ауылдарына тоташа. Атаһының ҙур урындарҙа эшләүенә ҡарамай, заводтағы ябай эшселәрҙән әҙерәк эш хаҡы алыуын ғәжәп итеп хәтергә ала ул. Атаһы ул үҫкән Черниковканың биш ҡатлы йортонда юғары белемле берҙән-бер кеше һанала, әсәһенең уның менән сикһеҙ ғорурланыуы балаларҙа белемгә ынтылыш, сәм уята. Тормоштары шул тиклем ябай була, өйҙә ул тиклем йыһаз да күренмәй. Шуға ҡарамаҫтан, моңға тартылған ҡыҙҙарының музыка мәктәбендә әхирәттәренең шөғөлләнеүен сәғәттәр буйы күҙәтеүенә битараф ҡала алмай, атаһы бурысҡа батып, ул саҡта мең һумдан артыҡ торған фортепиано алып ҡайта. Шул арала художестволы гимнастикаға йөрөп уңыштарға өлгәшә, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ҡыҙыҡай бала саҡтан яҡындарының хыялын тормошҡа ашырыр мөғжизәле таяҡ хаҡында ла хыяллана. Ата-әсәһенең ҡаты сиктәр ҡуйып, һәр нәмәлә һәйбәт, дөрөҫ булырға өйрәтеүҙәренән үҫмер сағында ҡыҙ баланың күңелендә яу ҡуба. Мәктәптәге иң хулиган малайҙар менән дуҫлаша, ситкә тибелгәндәрҙең дә яҡшы яҡтарын күреп, башҡаларҙың уларға ни өсөн ярлыҡ тағыуына аптырай. Ғаилә Себергә күсенгәс, матди яҡтан нығына, аталары балаларын илебеҙҙең төрлө ерҙәренә алып йөрөй. Сәнғәт юлын һайларға теләүенә өйҙә ҡаршы килгәстәр, сәйәхәттәрҙә тарихи урындарҙан әҫәрләнгән һылыу тарих факультетын һайлай. Шунда тәүге тормош иптәшен осрата.
Ҡыҙы донъяға килә, тик ул бик ауыр тыуа, күҙе насар күрә, йәш әсәгә лә аяҡҡа баҫыр өсөн оҙаҡ ваҡыт китә. Иптәше был һынауҙарҙы күтәрә алмай, икенсегә әүрәй. Хыянатты кисерә алмаған ҡатын «ниңә кемгәлер шәхси бәхет еңел бирелә, ә мин гел таптым тигәндә, юғалтам» тип, ошо һорауына төрлө ғилемдәр аша оҙаҡ йылдар яуап эҙләй. Етмәһә, үҙе балалар йортонда үҫкән атаһы, ғаилә теүәл булырға тейеш тигән әсәһе «нисек тә иреңде ҡайтарып ал» тип шарт ҡуя, улар менән дә аралар ҡатмарлаша. Балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн әсәһе ярҙамында бер урынға эшсе булып урынлаша. «Ана, күрше ойошманың баш бухгалтерының ҡыҙы юғары белемле килеш двигателдәргә сым урап ултыра», – тип ҡырын ҡарауҙарына ла түҙә. Шулай ҙа тормошонда булған, бер-бер артлы башына төшкән һынауҙар йәш ҡатынды һындыра яҙа, дауаханала аңына ҡайта ул. Сикһеҙ эҙләнеүҙәр, бәргеләнеүҙәр аша килә әлеге эшенә. Тарихсы, иҡтисадсы, психолог һөнәрҙәрен ала, абруйлы эштәргә үрләй. Петербургҡа тета-хилингҡа нигеҙ һалған Вианна Стайблға уҡырға барып эләккәнсе хатта төрлө күрәҙәселәр, психотерапевтар, бағыусылар менән залдар йыйып сеанстар үткәрә, икенсегә тормошҡа сыға. Ҡапыл атаһы ла, ҡайныһы ла үлеп киткәс, ҡайғынан шаңҡып, иптәше менән алыҫлашалар, аңлашмай башлайҙар. Атайһыҙ ҡалған ҡыҙ ирен дә юғалтырға теләмәй, мөнәсәбәттәрҙе ҡотҡарыр юл эҙләй. Күңелен биләгән тыйыуҙар, психологик кәртәләр һәм септәрҙән ҡотолоу еңел булмай. Ә тета-хилинг ярҙамында шуларҙан ысҡыныу уның алдында өр-яңы донъя аса. Ғаиләһен һаҡлап ҡала, тормошо бәрәкәтлегә әйләнеп, бурыстарынан ҡотола, яҡындары менән мөнәсәбәттәре көйләнә. Ҡыҙы Эвелина ла бөгөн дипломлы тета-инструктор. «Кеше үҙенә үҙе аңһыҙ рәүештә ҡорған бығауҙарынан, ситлектәренән ысҡына алһа, төпкөл аңдағы емергес программаларҙан арынып, мейеһенең йәшерен көстәрен уятһа, бар юлдар асыла, ауырыуҙар китә, бәрәкәтле, бәхетле, яҡты ыҙанға төшә. Әҙәм балаһы ергә ғазап сигер өсөн түгел, бәхетле булыр өсөн килә. Бөгөн шәхси мәктәбемдә башҡаларға ла күҙгә күренмәгән бығауҙарҙан ҡотолорға өйрәтәм», – ти Регина. Бишенсе тиҫтәһенә етеп килгән, өләсәй булыу бәхетен кисергән Регина Хәким ҡыҙы йәш күренеүенең серен үҙенсә аңлата: «Сырайҙың, кәүҙәнең ҡартайыуы, тета-хилинг ғилеме күҙлегенән ҡарағанда, тәбиғи булмаған күренеш, тереклек аңы бер мәл «тән ҡартайырға тейеш» тип хәл иткән һәм ерҙә шул ҡалыпҡа буйһоноп йәшәйҙәр».
Регинаның төп ярҙамсыһы, уң ҡулы булған Луиза Нәжип ҡыҙы – Әбйәлил районы Хәмит ауылынан. Биш ҡыҙ араһында иркәләнеп үҫкән төпсөк бала. Ул да сараһыҙлыҡтан сығыр юл тапмай ыҙаланғандарға ишек асып ебәргән әлеге һөнәренә урау һуҡмаҡтар аша килгән. Тәүге һөнәре буйынса иҡтисадсы. Студент сағында уҡ үҙаллылыҡҡа ынтылып, банкта, брокерлыҡ компанияһында, һатыу өлкәһендә эшләп ҡараған, шул саҡта уҡ үҙ фотосалонын, унан кейем тегеү цехын, тырнаҡ эшләү салонын, тағы әллә нәмәләр асып, ҡыйыулығы менән күптәрҙе һоҡландырып өлгөрә. Әммә күңеленә майҙай ятҡан шөғөл таба алмай ҡаңғыра. Ун йыл элек ҡурҡыныс юл фажиғәһенә эләгә. Йәнһеҙ кәүҙәһе эргәһендә йүгергеләгән табиптарҙы, илашҡан туғандарын ситтән асыҡ күрә. Мөғжизә менән тере ҡалды, тиҙәр ул саҡта йәне кире тәненә ҡайтҡас. Оҙайлы дауаланыуҙан йөҙө элекке хәленә ҡайтһа ла, бит нервылары туҡтауһыҙ тартышып ҡала. Табиптар ҡул һелтәгәс, әсәһе халыҡ медицинаһы ярҙамында дауалай уны. Луиза шул мәлдәрҙән буласаҡ ваҡиғаларҙы төшөндә күрә башлай. Үҙе был хәлдән ҡурҡа, борсола. Инде кире уҡыуына ҡайтып, донъя яйланды тигәндә, ҡыҙҙа ҡурҡыныс ауырыу табалар. Ундай сир менән оҙаҡ йәшәмәүҙәрен аңлаған һылыу башкөллө төрлө психологик китаптар уҡып, үҙен үҙе аяҡҡа баҫтырыуға ышанып, ҡомһоҙ рәүештә шул йүнәлештә белем алырға тотона. Ниндәй генә китап уҡымай, уларҙа өйрәтелгән күнегеүҙәрҙе үтәй. Ауырыуы хаҡында туғандарына өндәшмәй. Ғәжәп, сираттағы анализда насар күҙәнәктәр булмай сыға, табиптар, ундай хәл булғаны юҡ ине, был мөмкин түгел, тип аптырай. Әле күҙаллай нимә булғанын Луиза, ул саҡта түбәнге аңы менән идара итеп, ауырыуҙы туҡтата алғанын ул үҙе белмәгән була. Бары автоматик рәүештә, йәшәү теләге көслө булғанға ғына китаптарға ысын күңелдән ышанып, психологик күнегеүҙәр эшләй. Был хәлдәрҙән инде генә ҡотолдом тигәндә, бер-бер артлы яҡын кешеләрен юғалтҡан һылыуҙың ашҡаҙаны ризыҡ ҡабул итмәй башлай. Табиптар диагноз ҡуя алмай, ул саҡта төпкөл аңымда ғәйеп тойғоһо кисереп, йәшәгем килмәгән, тип аңлата хәҙер. Организмы айҙар дауамында һыуҙан башҡа нәмәне ҡабул итмәй, утыҙ килонан саҡ ҡына ауырыраҡ булған ҡыҙға йәлләп ҡарайҙар. Ә һылыу кешеләрҙең аураһын, ауырыуҙарын күрә, тоя башлай. Дауамлы асығыу зиһендең йыһан менән тоташыуына булышлыҡ итә, ул ваҡытта бәхетһеҙлек тип һанаған һынауҙарым асылда мине рухи яҡтан яңы баҫҡысҡа күтәргән Хоҙайҙың ысулдары ғына булған, ти Луиза. Ул инде ете йыллап ит ашамай, тик емеш-еләк, һөт ризыҡтары менән туҡлана. Ейәнсура егете менән матур ғаилә ҡорған. Тета-хилингҡа килгәс, төпкө аң менән идара итергә өйрәнеп, Луиза Нәжип ҡыҙы, тормош үҙе биргән белемдәрен тәртипкә һалып, уҡытыусыһы Регина менән бер командала эшләй башлай.
Тета-инструктор Регина Хәким ҡыҙы Маркелова: «Был ысул ярҙамында кешеләр мөмкинлектәрен аса, матди яҡ та көйләнә. Ә иң ҡыҙыҡтырғаны – кешеләрҙең тормошондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, улар кисергән ҡыуаныстың ипкенен тойоп йәшәү», – ти. Луиза иһә уның ярҙамында йән һәм тән һаулығын ҡайтарып ҡыуанғандарҙың рәхмәтен йыш ишетеүенә һөйөнә. Бөгөн төпкө аң менән эшләгән төрлө мәктәптәр күп. Тета-хилинг уларҙан шәхестән рөхсәт алмайынса тәьҫир итеп булмауы, бер юлы тормоштоң төрлө яҡтарын көйләүе, был белемдәрҙең асыҡлығы, теләгән һәр кемдең уға уҡып, үҙен-үҙе имләр кимәлгә етә алыуы менән айырыла. Кешеләргә бәхет асҡысы була алырлыҡ ысулдарҙың береһен өйрәткән ҡыҙҙарға һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын, матур миссияларын лайыҡлы үтергә яҙһын, тип теләйек.
Гөлнара ӘХМӘҘУЛЛИНА.
Теги: Тета-хилинг