Китапханасы Райхана

...Өфө китапхана техникумын тамамлаған Райхананы Билал ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ул яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. «Китапханасы булып китеүемә әсәйем булышлыҡ итте. Үҙе ғүмер буйы совхоздың ауыр эшендә йөрөгәс, минең һауын фермаһына барыуымды өнәмәне. Ә беҙ, яңы ғына унынсы класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр, «Бөтә класс менән фермаға!» тигән лозунг менән дәртләнеп эшкә килгәйнек.

Китапхана эше, бында үткәрелгән осрашыуҙар, кисәләр хаҡында Райхана Эдуард ҡыҙы сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ауылда ойошторолған бер генә сара ла Райхананан тыш үтмәй. Район кимәлендә ниндәй генә конкурс, бәйге уҙмаһын, китапханасы унда ла ихлас ҡатнаша, ауылдаштарын йәлеп итә.
Биләмәләге ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы мәктәп менән бергә ҡайнап эшләй. «Бигерәк тә мәғариф ветерандары әүҙем. Ишһылыу Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гүзәл Танғатарова, олораҡ быуын вәкилдәренән Рәйлә Кинйәбулатова, Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Рәмилә Әминева, Фәимә Һибәтуллина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Нурзиә Йәнгилдина, Гөлнур Ишморатовалар, йәштәрҙән Сәғилә Ғайсина, Сәғирә Кәримова, Зөлфиә Байраҡаева, Рима Мырҙина, Дилара Әхмәтова, Рәшиҙә Хәйҙәрова, Люциә Дауытова һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итергә әҙер. Шулай уҡ хөрмәтле коллегаларымдан уңдым. Уларға рәхмәтем сикһеҙ», – ти китапханасы...
...Райхана Булатова – оҫта хәбәрсе лә. Уның ауыл тормошон яҡтыртҡан, уңғандарҙы, йүнселдәрҙе данлаған мәҡәләләре район, республика баҫмаларында әленән-әле баҫылып тора. Ауылдаштары араһында милли матбуғатты таратыу, гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ла әүҙем эш алып бара рухлы ханым. Беҙҙең «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәре менән ойошторған осрашыуы ла самауырлы табын артында ихлас аралашыуға ҡоролдо, Билал, Һәмән тарафтарында яңы дуҫтар табыуыбыҙға ҡыуанып ҡайттыҡ...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.
Баймаҡ районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ғаилә