Моң тылсымын сайпылтмайса

…Ҡыҙға өс йәш. Бына ул байрамса биҙәлгән ауыл мәҙәниәт йортонда әсәһе уға махсус һалған «Башҡорт полька»һын бейергә әҙерләнә. Дәртле башҡорт көйөнә атылып сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙсыҡ һығылмалы, нәзәкәтле ым-хәрәкәттәре менән тамашасы күңелен шунда уҡ әсир итә! Тәүге сығышын, ундағы һәр тын алышын, ҡул сабыуҙар менән оҙатылған татлы тәьҫораттарҙы Айгөл әле лә йөрәгендә йөрөтә. Бөгөн тотоп шул бейеүҙе башҡарырға ҡушһалар, күҙен йомоп, һәр хәрәкәтен сатнатып бер тында ҡабатлар ине. Бигерәк тә көйө хәтеренә мәңгелеккә уйыла һәм башҡорт моңона булған тәрән һөйөүҙе ул ошо ваҡиға менән аңлата.
Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылына юллама буйынса килеп төпләнгән Хәйҙәр Наил улы менән Фәйрүзә Әхсән ҡыҙының тормоштарын йәмләп тыуған тәүге сабыйҙары Айгөлдөң мөғжизәле сәнғәт донъяһына беренсе аҙымы шулай башлана…
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ