Ҡылыс уйнай ҡулдарында

Ҡылыс уйнай ҡулдарындаҠайһы саҡ ул үҙен ваҡыт машинаһында йөрөгән һымаҡ хис итә. Киноиндустриялағы биш йыл ғүмерендә төрлө дәүерҙәрҙә барған ваҡиғалар солғанышы эсендә ҡалырға тура килгән уға. Бер көн XVIII быуат майҙанында ҡылыс менән айҡашһа, иртәгәһенә әлеге заманды һүрәтләгән тетрәндергес фильмда атаман менән атыша. Сөнки Ейәнсура районының Абзан ауылы егете Роберт Йылҡыбаев кино сәнғәтендәге иң хәүефле һөнәр эйәһе – актер-каскадер.

...Ябай ауыл малайы өсөн буй етмәҫтәй тойолған хәтәр хыялын тормошҡа ашырып, иҫ киткес трюктар башҡарырға һәм ҡулында ҡылысты уйынсыҡтай уйнатырға өйрәнеп танылыу яулай Роберт. Хәҙер унан оҫталыҡ дәрестәре алыр өсөн сит илдәрҙән дә киләләр. Яҡташыбыҙ Рәсәй каскадерҙарының һөнәри даирәһендә «текә»ләр рәтендә.
Өфөлә актерлыҡҡа уҡығандан һуң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уңышлы эш башлап, төп ролдәр башҡарған егет көтмәгәндә Мәскәүгә юллана. ГИТИС-та сәхнә хәрәкәте кафедраһында аспирантура тамамлап, шунда уҡытырға ҡала. Әммә туған театрын да ташламай, Ромеоны уйнар өсөн берәр кискә генә самолет менән Өфөгә осоуын дауам итә.
Ҡылыс уйнай ҡулдарында
Каскадер бөгөн кәләше Лилиә һәм кескәй генә Нәргизә исемле ҡыҙы менән Мәскәүҙә ныҡлы төпләнгән. Төп эш урынынан тыш, ВГИК-та ла сәхнә хәрәкәте һәм фехтование буйынса дәрестәр алып бара. Мәскәү опереттаһында «Фанфан-тюльпан» спектаклендә актер-каскадер булып сығыш яһай. Уҡытыусылыҡ итеүҙән тыш, кино төшөрөү сәнғәтендә лә әүҙем эшләй...

...Йәш каскадерҙың тағы бер хыялы – сит илдәрҙең кинокомпаниялары менән эшләп ҡарау. Һәр йәй ул РИТИ-ГИТИС һәм ВГИК-та «Сәхнә пластикаһы» предметынан һайлап алыу комиссияһында эшләй. Үҙе билдәләгән егет һәм ҡыҙҙарҙы өсөнсө курсҡа тиклем уҡытып, уларҙың үҫешен, үҙ-үҙҙәренә ышаныс­тары артыуын күреүҙән йәм таба. Студенттарын Рәсәйҙең төрлө каналдарында күреп ҡыуана. Ә тәүге сығарылыш уҡыусылары уны хатта үҙҙәре төрлө проекттарға ҡатнашырға саҡырған. Студенттар менән эшләгәс, улар менән бергә ял итә, шунлыҡтан тыуған ауылына ла ул йылына ике тапҡыр, каникул мәлдәрендә юллана. Ә унда инде ҡулында ҡылыс һәм һөңгө түгел, һәнәк-көрәк уйнатып, ата-әсәһен – донъялағы иң тоғро фанаттарын һөйөндөрә. Ҡыйыу замандашыбыҙға артабан да тик уңыштар юлдаш булһын, тормошо тик шәп кадрҙарҙан ғына торһон, тип теләйек!..
Гөлнара ӘХМӘҘУЛЛИНА.
Мәскәү.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.



Теги: Роберт Йылҡыбаев




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook