Ижад күперҙәре йәйғорҙай
Үкенмәйем үткәнемә –
Бар яҙмышым ете төҫтә.
Ете төҫтә балҡырмын мин –
Һөйөүемә ялҡын өҫтә.
Яҙмыш ептәре ураған
Тормошомдо ете төҫкә.
Бәреп йыға тулҡындары,
Ҡалҡып сығам тағы өҫкә...
Була мәлдәр. Туҙан баҫа
Шул йәйғорҙоң ете төҫөн.
Ямғыр булып саңды йыуһаң,
Мин балҡырмын һинең өсөн, – тип, ғүмер юлдарын шиғырға йәйғор таҫмалай теҙгән Әбйәлил районы Ҡолоҡас ауылында донъяға килгән танылған шағирә Фәнүзә Биктимерова.
…Башҡортостан Яҙыусылар союзына Әҙәбиәт йылында ағза итеп алынған Фәнүзә Биктимерованың шиғырҙарында алдағы юлдарҙағылай һутлы, сағыу образдар йыш осрай, уларҙың күбеһе тәбиғәт менән бәйле. Әлбиттә, тыуған ерен һөймәгән, уға табынмаған, уны күктәргә сөймәгән шағирә буламы икән? Юҡтыр! Йәшәүгә дәрт, көс-ғәйрәтте «талдар серен тыңлап аҡҡан Ҡыҙыл йылғаһы», ауылын ике яҡлап уратып алған «аяҡ өҫтө ойоған Ҡырҡты, Ирәндек тауҙары», уға ғына «күҙен ҡыҫып торған Олоташы», «күкрәген киреп, башын болотҡа терәгән Әйүкәһе» бирә, төйәгендә һәр «ҡаты ташы – йомшаҡ мендәр»... Шағирәнең таланты ошо мәңгелек тәбиғәттән яралғандыр. Атайсалың менән бер бөтөн булғанда ғына, тыуған төйәгеңә һөйөүеңде шулай сағылдырып булалыр, йәнтөйәгеңдән бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам алаһыңдыр.
Ижадсы әленән-әле атай йортона, күңеле төпкөлөндә урын алған ҡәҙерлеләренә мөрәжәғәт итә, уларҙан илһамлана, рухлана. Юҡҡа ғына шағирә «Атай йорто», «Бесән күбәләй әсәйем...» шиғырҙарында «Мине һиңә оҡшаталар тормошта бөтә яҡтан...», «...Күңелемдең иң түрендә атай йорто – алтын һарай...» тимәгәндер, сөнки шағирәнең биографияһы атаһы түргә элеп ҡуйған сәңгелдәктән, әсәһе теккән аҡ йүргәктән башлана һәм ысынбарлыҡта уларҙың рухи емешен бер бөтөн итеп кәүҙәләндерә. Атайҙан иртә ҡалып, әсәһе менән ир-ат эштәренә егелгән, тормош ауырлыҡтарына сыныҡҡан шағирә генә: «Иркәләү бик тәтемәне, күбә һымаҡ тос булдыҡ. Ҡабат-ҡабат әйттермәнек, эшкә тилбер, сос булдыҡ», – тип яҙа ала. Әсәнең әсе юлын ҡыҙы ла ҡабатлай түгелме?! Яңғыҙы ике ул үҫтерә. Нимә был? Яҙмыш һынауымы? Әллә Хаҡ Тәғәлә ҡушыуымы? Шағирәнең шиғырҙарынан уның рухи үҫешен күрәбеҙ, уйланабыҙ. Әйтеп үтеүемсә, Фәнүзә Биктимерованың ижад һандығы тос, ул уның донъяны танып-белеүе, ысынбарлыҡты нисек ҡабул итеүенә ҡоролған. Шуның өсөн дә шиғырҙары уҡымлы, һәр кемдең йөрәгенә үтеп инә, уҡыусы әҫәрҙә үҙ тормошон да төҫмөрләй. Ололар өсөн «Нисек беҙҙе ер күтәрә?» исемле хикәйәләр йыйынтығын, кескәйҙәргә «Мин бит әле бәләкәс» шиғри күстәнәсен «Китап» нәшриәтенә тапшырып йүгереп йөрөй ул...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.
Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ