«Ҡояш байышына табан киткәс, Ғүмеребеҙ беҙҙең тиҙ үтә...»

«Ҡояш байышына табан киткәс, Ғүмеребеҙ беҙҙең тиҙ үтә...»Һәр алған һулышынаса ҡәҙерле күреп, һәр көнөн оло бәхеткә тиңләп, булған ваҡытын ижадҡа һәм балаларына арнап, янып йәшәгән ижадсы ине ул. Ғафури районы Байымбәт ауылы ҡыҙы Рәйлә Назарғолова (Мөхәмәтдинова) һөнәре буйынса хисапсы булһа ла, күңеле әҙәбиәткә тартылып, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә биш китап сығарып, уҡыусыларҙың һөйөүен яулап өлгөргәйне. Баҫмабыҙ былтыр үткәргән Бөйөк Ватан һуғышына арналған публицистик бәйгенең дә еңеүселәре араһында булып, хәле насар тип тормай, Стәрлетамаҡтан байрамыбыҙға килеп, бүләген үҙе сәхнәгә күтәрелеп алды. Яҙыусыны һуңғы күреүебеҙ булған. Ә был шиғырҙарын ул вафатынан саҡ ҡына алда ебәргәйне, шағирәнең яҡты иҫтәлеге итеп тәҡдим итәбеҙ уларҙы.

Яҙмыш, яҙмыш
Яҙмыш, яҙмыш,
Һис тә аяманың
Бәхет өсөн тыуған балаңды.
Һикәлтәле-һикәлтәле иттең
Ул үтәсәк мәғрур яланды.

Селпәрәмә килде хыялдарым,
Һеңкеткәнсә ергә ауҙарҙың.
Ҡағынғайным ҡанат, етермен тип,
Түбәһенә бейек тауҙарҙың.

Нисә ҡабат юғары үрмәләп,
Ҡабат-ҡабат ергә ҡоланым.
Дауыл сыҡҡан, ер тетрәгән кеүек,
Аҫты-өҫкә килде донъяның.

Текә ярҙа яңғыҙ баҫып торам,
Ярҙам ҡулын миңә кем һонор?
Итерҙәрме ярҙам, этерҙәрме ярҙан –
Минең өсөн әле ҙур һорау.

Теш-тырнағым менән үрмәләйем,
Ныҡышлыҡты Хоҙай күп биргән.
Ярҙам өмөт итеп ҡысҡырмайым,
Ярҙан этмәһәләр – шул еткән.

Кеше ғүмере
Эсем тулы һағыш, яна ут ­–
Тынғы белмәй күңел бер минут,
Өмөт итә, көтә, ашҡына,
Сабыр итсе, түҙ һин саҡ ҡына.
Яңғыҙлыҡтан ҡотолор сара юҡ,
Шул хис ташлап китмәй бер минут.

Тормошомдо килә көйләйһем,
Килә серҙәремде һөйләйһем,
Аңларһыңмы минең күңелде?
Күҙ йәштәрем тағы түгелде…

Бик ҡыҫҡа шул кеше ғүмере,
Тиҙ яндыра, ҡала күмере.
Күмерҙән дә ялҡын дөрләтеп,
Йәшәп ҡалһаң инее гөрләтеп.

Бороп булмай ғүмер ағышын
Бороп булмағандай йылғаларҙы,
Бороп булмай ғүмер ағышын.
Һаман сыңлай минең ҡолағымда
Һинең йырың, моңло тауышың.

Араларҙа күпме юлдар ята,
Йылдар үтә, үтә елдереп.
Ғүмер буйы осрашыуҙар көттөм,
Күҙ алдыма һине килтереп.

Осратҡайным һине – ҡаушап ҡалдым,
Онотолдо әйтер һүҙҙәрем.
Йылдар һалған үҙенең һыҙаттарын,
Бары элеккесә күҙҙәрең.

Яҙмыштарҙы ҡабат яҙып булмай,
Ике йәшәп булмай ғүмерҙе.
Кисерергә ҡабат ул мәлдәрҙе
Күпте күргән йөрәк түҙерме?

Ҡояш байышына табан киткәс,
Ғүмеребеҙ беҙҙең тиҙ үтә.
Күңелемә һинең был донъяла
Барлығыңды тойоу ҙа етә.

Ҡабат башлайһы ине
Эх! Башлайһы ине тормош юлын
Ошо аҡыл менән яңынан.
Күп тапҡырҙар аҡыллыраҡ итеп
Үтер инем тормош юлынан.

Кисермәҫ тә инем тетрәнеүҙәр,
Ышанмаҫ та инем юҡ-барға.
Алданмаҫ та инем матур һөйләп
Яманлыҡтар ҡылған “дуҫтарға”.

Үҙ ҡәҙеремде лә белер инем,
Бөгөлмәҫтә инем елдәргә.
Иғтибар ҙа итмәҫ инем кеүек
Ағыу сәскән яман телдәргә.

Күп йәшәһә, әҙәм пәйғәмбәргә
Әүерелер ине бер заман.
Ниңә аҡыл йыйып бөткәс кенә,
Китә кеше фани донъянан?

Йөрәк хисе
Ҡарамайса йөрәгемдең тулауына,
Эш иттем мин гелән һалҡын аҡыл менән.
Шулай яҡшы, шулай кәрәк, шулай ҡулай,
Йөрәккәйем ҡаршы торҙо тулай-тулай.

Ғүмер үтте, ҡәнәғәтлек тоймайым һис,
Йөрәк хәҙер ашҡын майҙа хисһеҙ, көсһөҙ.
Баш ҡалҡытһа ҡайнар хистәр, ниҙер даулап,
Баҫып ҡуя аҡыллы баш, алған яулап.

Тыңламаным йөрәгемде, еңде аҡыл,
Түләйем мин хәҙер килеп шуның хаҡын.
Кисерегеҙ, аңланым мин шуны һуңлап:
Йәшәү кәрәк йөрәгеңдең хисен тыңлап.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook