Моңһылыуға әүерелдең, Сулпан
Тыуған ерен, ғәзиз телен яратҡан, башҡортобоҙ тарихына, мәҙәниәтенә мәңгелеккә ғашиҡ һәм тоғро булып, уның хаҡына үҙен аямай хеҙмәт иткән, илгә ҡот өҫтәгән меңәрләгән рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе ине Сулпан Кейекбирҙина.
...Баймаҡ районының хозур тәбиғәтле Йәрмөхәмәт ауылында донъяға килһә лә, үҫеп буй етеүенә ғаиләләре Юлыҡҡа күсеп төпләнә. Баймаҡ ҡалаһында интернат-мәктәпте тамамлай. «Йырсы булырға бала саҡтан хыялландым, әсәйем тәүҙә ҡаршы булып, Сибай педагогия колледжына имтихандар тапшырырға алып барҙы, геометрияны «ике»гә биргәс, ҡыуана-ҡыуана кире ҡайттым. Атай-әсәйем дә йыр-моңға әүәҫ булды, атай ҡурайҙа уйнаһа, әсәйем моңланып йырлар ине», – тип тормош иптәше Юламан менән «Тәмле» тапшырыуына төшкәндәрендә бала саҡ хәтирәләрен ихлас иҫләгәйне ул...
...Халыҡ ижадының ни тиклем ҙур хазина булыуын йөрәге менән нескә тойған Сулпан юғалып барған, күптән яңғырамаған боронғо йырҙарға өҫтөнлөк бирә һәм яңылышмай. Тамашасы уның башҡарыуынан һуң йөрәгендә ниндәйҙер ойоп ятҡан рух һәм үҙаң уяныуын тойоп, тетрәнеп сыға. Интернет киңлектәрендә йырсының сығыштарын телефонға яҙҙырып, диуарҙарына һалыусылар һәм уға комментарийҙар яҙыусылар байтаҡ була. «Видеотаҫма был йырсының мөғжизәле тауышын тулыһынса бирә алмай, уны тыңлаған саҡта моңдоң зымбырлатып тәнем аша үтеүен тойҙом», – тигән, мәҫәлән, бер тамашасы...
...Быйыл иһә Сулпан Кейекбирҙина идеяһына нигеҙләнеп, «Урал» фонды ярҙамында «Р. И. Продакшн» студияһы төшөргән «Бибигөл менән Сәйфелмөлөк» тип аталған тарихи-музыкаль фильм эшләнеп бөттө, ләкин йырсы үҙе тере саҡта уның презентацияһын күреп өлгөрмәне. Фильм декабрь айында үтәсәк II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофильмдар фестиваленә һайлап алынған эштәр исемлегенә ингән. Уның сценарийын режиссер Айсыуаҡ Йомағолов менән видеооператор Рияз Исхаҡов «Сөйфелмөлөк» йырының ҡыҙғаныс сюжетына нигеҙләп ҡорған. Төп ролдәрҙә уйнаған Сулпан Кейекбирҙина, Эльмир Хәйретдинов, Нәркәс Байбулдина менән бер ҡатарҙ ан мәрхүмәнең Тимерхан һәм Тамьян исемле бәләкәс кенә улдары ла төшкән унда. Фильмда «Ғәрипҡол», «Сәйфелмөлөк», «Һөйгән йәр» тигән халыҡ йырҙары Сулпан һылыу башҡарыуында яңғырай. Зәңгәр таҫмалағы геройҙыҡы кеүек, яратҡан артисыбыҙҙың да ғүмере фажиғәле өҙөлөр, тип кем уйлаған...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.

Теги: