Бәхил бул, актриса!..
Күренекле актриса, СССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли #Мөбәрәкова 20 февралдә баҡый донъяға күсте.
Мәрхүмәне Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә һуңғы юлға оҙаттылар.
Башҡортостан Башлығы Радий #Хәбиров бәхилләшеү һүҙен әйтте.
– Беҙҙең республика ғына түгел, бар Рәсәй мәҙәниәте ауыр юғалтыуға дусар булды, – тине Радий Фәрит улы. – Гөлли Мөбәрәкова күп наградаларға эйә ине, шулай ҙа уның төп наградаһы – халыҡ һөйөүе. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙын аҡылы, эске ғорурлығы, бөйөклөгө, театр сәхнәһендә һәм экрандағы матур образдары өсөн яраттылар. Быларҙың барыһы ла уға ата-әсәһенән, уҡытыусыларынан күскән. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 60 йылдан ашыу үҙен милли театрға бағышланы. Бөйөк актриса, яҡшы кеше тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә ҡалыр, – тине.
Һуңғы юлға оҙатыу мәлендә Белорет районы в.в.б. Илгиз Теләүбаев бынан ары райондың халыҡ театры Гөлли Мөбәрәкова исемен йөрөтәсәген белдерҙе.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Александр Калягин, Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе мәҙәниәт министрҙары, Әҙербайджан, Ҡаҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Саха Яҡутстаны һәм башҡа төбәктәрҙең драма театрҙары ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаларын ебәргән. Ҡазандан Г. Камал исемендәге Татар театры артисы Николай Дунаев килгән ине.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙын һуңғы юлға ҡул сабыу менән оҙаттылар. Актриса Мосолман зыяратына, ата-әсәһе янына ерләнде.
Башҡорт театр сәнғәтенең ҡабатланмаҫ яҡты йондоҙо Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың фотоһүрәте “Башҡортостан ҡыҙы”ның 2014 йылдың сентябре тышлығын биҙәне. 2006 йылдың 10-cы һанында уның хаҡында Гөлгизәр Фәйзиҙең “Ул һаман да беҙҙе һоҡландыра” тигән һүрәтләмәһе баҫылды.
[right]Гөлназ ҠОТОЕВА.[/rig

Теги: Гөлли Мөбәрәкова