Никах балдағы
… Сатнама һыуыҡ көн. Тирә-йүнде көрт баҫҡан. Силәбе урамдарын ҡарҙан таҙартмағандар. Сәриә йүгерек аҙымдар менән өйөнә ашыҡты. Уға әле 32 генә йәш, әммә ул биш балаға әсәй булып өлгөргән. «Хоҙайым, тиҙерәк ҡайтып етеп, балаларға берәй нәмә йүнәтеп ашатырға ине», – тип уйланы ул. Төшкөлөккә лә ас ҡарын ҡалдылар. Өлкән ҡыҙы карточка буйынса икмәк алған булырға тейеш, әле үҙе баҙарҙағы таныш үзбәктән сәй һатып алды.
Әсе елдән күҙ ситтәре йәшләнде. Сәриә аҙымдарын шәбәйтте, аяҡ аҫтындағы ҡар шығырлауы янған йөрәгенә тағы ла нығыраҡ хәүеф өҫтәгәндәй тойолдо. Ҡапыл ҡаршыһына килгән ҡатын яурынына төкөп тигәндәй туҡтатты ла:
– Ҡәҙерлем, ҡулымды алтынлат, мин һиңә бөтәһен дә дөрөҫ итеп һөйләп бирермен, – тип өндәште.
– Ҡабаланам, ваҡытым юҡ, – тип Сәриә китергә уҡталды.
– Ирең һуғышта бит. Уның тураһында белгең килмәйме ни? Ҡулымды ғына буш итмә...
Хоҙайым, Ғәлиһе Сталинград янындағы алыштарға ингәйне, иҫәнме икән ул? Ҡасандан бирле хат-хәбәре килмәй.
– Минең аҡсам юҡ.
– Ярай улайһа, балдағыңды бир!
Сәриәнең йөҙө таш һындай ҡатты, күҙ йәштәре лә, балаларға кискелеккә нимә ашатырға икән, тигән борсолоуы ла ҡайҙалыр юғалды. Күпмелер ваҡыт Сәриә менән сиған ҡатыны бер-береһенә текләп, һәр кем үҙ хәсрәтенә батҡандай баҫып торҙо. Күрәҙәсемен тигәне нимә хаҡында уйлағандыр – үҙе генә белә, ә Сәриәнең башында шундай уйҙар ҡайнашты: «Әгәр Ғәлиһе иҫән булһа – был шундай ҙур бәхет, бер нәмә лә, хатта никах балдағы ла йәл түгел. Әгәр ҙә ул булмаһа, йөҙөктөң дә кәрәге юҡ!» Ул ҡапыл бармағынан балдаҡты һурып сығарҙы ла сиған ҡатынының алға һуҙылған ҡулына һалды. Тегеһе йәнләнеп китте, Сәриәнең бәләкәй генә усын һалҡын ҡулдарына алып «һайрап» ебәрҙе:
– Иҫән һинең ирең. Иҫән! Тиҙҙән ҡайтып төшөр. Яраланыр, әммә ҡайтыр...
Ғәли ял итеп ятманы, бер нисә көндән хәрби бүлектә эш башланы. Әммә яу яралары уға тыныс тормош рәхәтен оҙаҡ татырға насип итмәне...
Сәриә элеккесә баш күтәрмәй эшләне, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡошсоҡтары бер-бер артлы атай йортон ташлап оса торҙо. Кемеһе – Мәскәүҙә, кемеһе Өфөлә юғары уҡыу йорттарында, техникумдарҙа уҡыны. Ғаилә ҡорҙолар, Сәриә уларға гөрләтеп туйҙар үткәрҙе. Әлбиттә, эшкә тилбер, уңған, алсаҡ тол ҡатындың үҙен һоратыусылар ҙа булманы түгел, әммә ул йәшлек йәренә – Ғәлиһенә, уның менән ҡорған мөхәббәтле нигеҙгә тоғро ҡалды. Иң аҙаҡҡы булып тыуған йорттан кинйәкәйе Өммөгөлсөм китте. Студент сағында уҡ балалар музыка мәктәбендә уҡыта башланы, һуңынан ошо белем усағын етәкләне. Тәүге эш хаҡына ҡыҙ әсәһенә алтын никах балдағы һатып алды. Ябай ғына, ул саҡтағы аҡса менән 17 һум тора ине. Хәҙер был балдаҡ аманат булараҡ Өммөгөлсөмдөң ҡыҙында һаҡлана. Әлбиттә, уның ҡиммәтле, затлы биҙәүестәре лә етерлек, әммә байрамдарҙа ире бүләк иткән гәүһәр ташлы никах балдағы янына мотлаҡ Сәриә өләсәһенең дә йөҙөгөн кейә. Ышаныс, Өмөт, Мөхәббәт балдағы бит ул...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.

…***

Аҡман-Тоҡман
(Вячеслав СТРИЖЕВСКИЙ).

Теги: Хәтер