Китте гармунсы дуҫ...

Китте гармунсы дуҫ...
…Ергә моң илсеһе итеп ебәрелгән ине ул – Хөсәйен Ғәбит улы Юлдашбаев. Уның гармун тауышын бер генә ишеткәндәрҙә лә был исем көй булып сыңлар, моң булып һыҙылыр. Ерҙә үҙ илселек бурысын үтәп, меңәрләгән күңелдәрҙе биҙәп китте. Күктәр ҡыуанды, ҡара көҙҙөң шыҡһыҙ көнө сыуаҡланды уны ер ҡуйынына һалғанда. Күктәргә лә моң етмәйҙер...

…Бала саҡтан үҙ алдына тальянда, мандолинала, һуңынан баянда уйнаған көйҙәрен төрлө вариацияларҙа башҡарыр, халыҡтың һәр йырын тарихы менән, урындағы ижадты эйәһе менән еткерер ине. Үҙе лә көйҙәр сығарып уйнай ҙа яҙып ҡуя алмағанына көйөнөр ине. Халыҡ ижадын тергеҙеүҙә, таратыуҙа өлөшө сикһеҙ. Сирғолда 25 йыллыҡ тарихы булған «Ҡарасәй» халыҡ фольклор ансамбленең моңо, йәме, йәне ине гармунсы Хөсәйен Юлдашбаев…

Китте гармунсы дуҫ...…Хөсәйен ауыл хужалығы техникумында уҡып ҡайтҡас, комплекслы бригаданы етәкләне.Һәр кешегә тәьҫир итә алған дипломатик һәләттәре менән дә хайран итә ине. Ауыл советы рәйесе булып оҙаҡ эшләне, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе һәр саҡ аҡыл менән, берәүгә лә зыян итмәй хәл итә белде.
Күп йылдар ауыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһында һаман да йәш саҡтағы кеүек гөрләтте ауылды…

…Хөсәйенде оҙатҡаны бирле күңелемдә Рәми шиғыры «Китте ҡурайсы дуҫ» сыңлап тик тора. Китте гармунсы дуҫ... Баһалар етмәҫ рух байлығын алып китте. Тотош бер быуындың моңон, ауылдың әхлаҡ йөҙөн билдәләгән булмышын алып китте. Юҡ! Һәр йөрәккә моңло һағыш һалып, яҡты, йылы хис ҡалдырып китте Миңнира менән Хөсәйен…
Гөлзирә ЮЛДАШБАЕВА.
Ейәнсура районы Саҙалы ауылы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook