Хыялдарҙың тотоп ялынан

Хыялдарҙың тотоп ялынанДилә бәләкәйҙән сәнғәткә мөкиббән. Бигерәк тә йырларға, шиғыр һөйләргә, үҙе ҡараған һинд киноларының актерҙары булып һөйләшергә ярата. Башҡалар ҡыланыштарымды күреп нимә уйлар, тигән оялыу, тартыныу уға бөтөнләй хас түгел. Үҙ донъяһында, үҙе күҙ алдына килтергән әкиәт илендә йәшәй ул. Ғаиләлә быға күнегеп бөтәләр, ә инде өйҙәренә килгән ҡунаҡтар йә таныштар менән фильм ҡарап ултырғанда, ҡапыл хисләнеп, герой булып уйнай башлаһа, һеңлеһе ипләп кенә «Дилә» тип шыбырлай торған була.

... Күптәрҙән айырмалы рәүештә, Баймаҡ районы Йомаш ауылы ҡыҙы Дилә Мөхәмәтйәроваға кеше фекеренән, баһаһынан азат, үҙенә тоғро булып үҫеү бәхете яҙа. Ә бит бындай мөмкинлек һәр кемгә тәтемәй, кешеләр йыш ҡына башҡаларҙан айырылып тормаҫ өсөн асылдарын йәшереп, хистәрен баҫып йәшәргә мәжбүр. Кескәй генә сағында үҙешмәкәр таланттар бәйгеһендә йырлағанда һүҙҙәрен онотҡас та, сәхнәнән сығып китмәй, көтөп кенә тороғоҙ инде, хәҙер иҫләп алам да, тип йырын ҡысҡырып үҙ алдына ҡабатлай башлай. Күпме генә торһа ла, ихлас ҡыҙҙы сәхнәнән төшөрөүсе табылмай, ярай әле бер аҙҙан йырын тамамлап ҡуя. Был хәлде онотмайҙар, әле лә «иҫләп кенә алайым да тигән ҡыҙыҡай» тип әйтеп китеүселәр табыла. Атаһы Ринат Шәрип улы менән әсәһе Ғәйшә Зәйнулла ҡыҙы ла хисле баланың ынтылыштарын ҡайырмай, киреһенсә, маҡтап, дәртләндереп тора. Артист булырына бер ҙә шикләнмәй. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Тик ҡыҙҙы «буйы бәләкәй» тип уҡырға алмайҙар – ғүмерендә беренсе ҙур ҡаршылыҡҡа осрай Дилә. Ул саҡта ни тиклем әрнегәнен, күпме күҙ йәштәре түккәнен үҙе генә белә. Башҡа юлды күҙ алдына ла килтермәгән ҡыҙ аптырап ҡала. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан алып уҡып бөткәнсе, мәҙәниәт эштәрен ойоштороусы булараҡ, факультеттың үҙешмәкәрҙәр тормошоноң уртаһында ҡайнай, үҙе лә спектаклдәрҙә уйнай. Диплом алғас та, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт рес­публика гимназия-интернатына ойоштороусы булып урынлаша, эшен яратып башҡара.

Тик йөрәгендәге хыялы уға тынғы бирмәй, йәй еткәс «Башҡортостан» киностудияһына юллана. Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаеваларҙың «Минең йондоҙом» фильмына тотоноп ҡына торған мәлдәренә тура килә. Шулай итеп фильмдың администраторы булып китә. Уға ышанған, кино сәнғәте донъяһына алып ингән Зөһрә менән Таңсулпанға Дилә шул тиклем рәхмәтле. Бер нисә проектта эшләп, кино төшөрөү индустрияһының түрбашы менән танышып алған Дилә инде ҡыйыуыраҡ аҙымдарға ла йөрьәт итә, режиссер Булат Йосопов ойошторған «Кино мәктәбе»нә уҡырға бара. Шул арала «Моң» студияһында эшләй, сценарийҙар яҙа, йырсыларға клип төшөрә. 2009 йылда «Туған тел» каналын асҡан ижади коллектив эсендә булыуын да ғорурлыҡ менән хәтерләй, «Туған тел»дә эшләү уға сәнғәт оҫталары менән танышырға, режиссер ярҙамсыһы, унан режиссер булараҡ тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә...

... Әлбиттә, бюджетһыҙ фильмда әллә ниндәй махсус техника ла ҡулланылмай, һауанан төшөрөлгән кадрҙар кеүек киноны иркен күренештәр менән байытҡан эффекттар ҙа юҡ. Әммә режиссерҙың эшенә бар күңелен һалыуы уны йәнле итә алған, «Киноҡараш» фестиваленә килгән 90-дан ашыу эштең финалға үткән 36-һы араһында йәш режиссер Дилә Мөхәмәтйәрованыҡы ла була. Фильм күрһәткән ваҡытта үҙенең эшен ҡарап илап ултырыусыларҙы күргәс, бушҡа тырышмағанын аңлай йәш ижадсы. Был ҙур сарала уның ҡыҫҡа метражлы «Фирүзә ташлы муйынсаҡ» таҫмаһы «Иң хисле фильм» номинацияһында еңә. Фестивалдең финалына үткән башҡорт телендәге берҙән-бер фильмды Башҡортостан Кинематографистар союзы ла махсус диплом менән бүләкләй. Кино сәнғәтендә тәүге аҙымының уңышы Диләнең үҙе өсөн дә көтөлмәгән хәл була. Ә бит фильмды төшөргән ваҡытта уға «ниңә башҡорт телендә, русса булһа, үҙ аудиторияһын тиҙерәк табыр ине, былай уны кем генә күрә инде» тигән бер билдәле ижадсы премьеранан һуң эргәһенә килеп, йәл, был киноның операторы мин түгел, тип әйтеп китә. Дилә ижадташтарына ысын сәнғәттең ниндәй телдә булыуы түгел, ә сифаты мөһим икәнен дә иҫбат итә...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Дилә Мөхәмәтйәрова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook