«Үкенерлек түгел был ғүмер...»

«Үкенерлек түгел был ғүмер...»«Илгә дошман килгәндә ирҙәр менән бергә яу сапҡан сая, үткер, ҡыйыу башҡорт ҡыҙҙары, моғайын, ошолай булғандыр», – тип уйлап ҡуйҙым Ямал Шәкирйән ҡыҙы менән танышҡандан һуң. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, булмышына һаман да элеккесә тәүәккәллек, ныҡлыҡ хас. Һүҙем – бөтә аңлы ғүмерен халҡына, уның рухиәтен үҫтереүгә бағышлаған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ямал (Миңъямал) Шәкирйән ҡыҙы Исхаҡова хаҡында.

...Республикабыҙҙа бик күп танылған, талантлы шәхестәр бүләк иткән данлы төбәктә – Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫкән ул. Был яҡтарҙа йырламаған, бейемәгән кеше һирәктер.

– Мин дә йыр-моң һөйгән ғаиләлә үҫтем, – тип хәтерләй Ямал апай. – Атайым менән әсәйем айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. Атайым дәртле, дарманлы кеше, оҫта ойоштороусы булды, Бөйөк Ватан һуғышында данлыҡлы Башҡорт кава­лерия дивизияһы составында ауыр юлдар үтеп, беҙ – дүрт балаһы хаҡына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Һуғыштан һуң тағы өс туғаным тыуҙы, бына шулай, ете бала үҫтек.

Бәләкәйҙән күңеле сәнғәт тигән ылыҡтырғыс донъяға тартыла, әммә был теләген тормошҡа ашырыуға юлдар тиҙ генә асылмай. Мәктәптән һуң өс йыл ауыл клубы мөдире булып эшләп сынығыу ала.

«Ауылыбыҙҙағы 1850 йылда һалынған мәсет совет власы йылдарында клубҡа әүерелә. Иҙән серек, түбәһе емерелергә тора. Ауыл Советы һәм колхоз рәйестәренә яңы мәҙәни усаҡ кәрәклеген аңлата-аңлата арып бөткәс, клубтың ишек-тәҙрәләренә ҡаҙаҡ ҡаҡтым да йәштәр уйынын йылға буйына күсерҙем. Был хәлде ишеткәс, колхоз рәйесе яңы клуб төҙөргә рөхсәт бирҙе, төҙөүселәр бригадаһы ялланды. Эштең оҙаҡҡа һуҙылғанын күргәс, атайымдың бейәһен урлап егеп, ағас-таш ташыуға үҙем дә сыҡтым. Мин, ҡыҙ бала, бейәнең ҡолонларға тейеш булғанын белмә­гәнмен һәм ул алдан ҡолон һалды. Әлбиттә, атайҙан бик ҡаты эләкте. 1961 йылда клубты һалдырып бөтөп, Өфөгә театр бүлегенә уҡырға киттем...» (Көндәлектән)...

...«Мине һәр ваҡыт ҙурыраҡ, күләмлерәк эштәр үҙенә тартты. Был йәһәттән бәхетле булдым. Юлымда ҡаршылыҡтар ҙа күп осраны. Уларҙы еңеү тойғоһо тағы ла нығыраҡ сәм өҫтәне...» (Көндә­лектән). Булмышына хас ана шул тынғыһыҙлыҡ, ынтылыш, сәм Ямал Исхаҡованы гел яңы үрҙәргә, яңы офоҡтарға саҡыра. 1977 йылда киренән Өфөгә күсеп килеп, Республика халыҡ ижады йортонда ең һыҙғанып эш башлай...

... Әбйәлил ҡыҙының изге эштәрен барлағанда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы тураһында ла әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Бынан 50 йыл элек Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Шаһиғәле Ишбулатовтың башланғысы менән Ҡаҙмашта тәүге тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә. Халыҡ ижады үҙәгендә эшләй башлағас, Ямал Шәкирйән ҡыҙы ошо сараның сценарийын төҙөп, байрамды башҡа төбәктәрҙә лә тара­тыуға ҙур өлөш индерә, хатта милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән сит өлкәләргә шәхсән үҙе барып үткәрешеп ҡайта...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook