Һаҡсыллыҡ – күркәм сифат
![Һаҡсыллыҡ – күркәм сифат Һаҡсыллыҡ – күркәм сифат](https://bashkizi.bashkortostan102.ru/uploads/posts/2015-11/thumbs/1446551094_maslo.jpg)
Журнал уҡыусыларға ул бер нисә үҙенсәлекле рецебын тәҡдим итте.
Орлоҡтан тәмләткес
Һарымһаҡ тигәндән, күптәр уны йыйып алғас, һабағын, орлоғон ташлай. Мин һарымһаҡ орлоғонан ҡышҡылыҡҡа йәшел тәмләткес әҙерләйем. Ашҡа һалып та, иткә ҡушып та, икмәккә һылап та ашарға була. Аппетитты ла күтәреп ебәрә. Һарымһаҡ орлоғон, кишер, укропты ит турағыстан үткәрәһең дә, самалап тоҙ ҡушаһың. Бәләкәй банкаларға тултырғас, бер ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәргә. Бындай тәмләткесте мотлаҡ һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Гөлназдан тағы ла бер нисә «сер»:
*Манты, билмән ҡамырына аҙ ғына көнбағыш майы ҡушам. Ҡамыр тәмлерәк тә, һығылмалыраҡ та була.
*Ашҡа тип әҙерләгән ҡоротҡа туралған укроп ҡушып йомарлап туңдырам. Ике тәмләткестең бергә булыуы бик уңайлы.
*Татлы бәлеш бешергәндә әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙурырағын табаға йәйеп һалғас, манный ярмаһы, кеҫәл йә картуф крахмалы һибергә кәрәк. Шунан һуң туралған алма, ҡарағат йәки башҡа емеш һалабыҙ, аҙаҡ ҡына мул итеп шәкәр һибәбеҙ. Ошолай эшләгәндә эслектең һуты ағып сыҡмай.
*Аҡ май йәки маргарин ҡушып ҡамыр баҫҡандан һуң, бер ваҡытта ла тышҡы ҡағыҙын ташламайым. Шуның менән табаның эсен майлайым.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.
Гөлназ Ишемғолованың башҡа төрлө файҙалы кәңәштәре журналдың 10-сы һанында.
Теги: