КЕҪӘГЕҘҘӘН СЫҠҠАН КИРЕ ИНҺЕН

– Шәхси йорт төҙөгәндә йәки торлаҡ һатып алғанда һәр кем үҙ ғүмерендә бер тапҡыр уның хаҡының ике миллион һумынан 13 процент һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы. Йәғни дәүләт кешегә ул сарыф иткән сумманың 260 мең һумын кире ҡайтара. Тик был хоҡуҡтан файҙаланырға теләүсенең рәсми эш урыны булыуы, хеҙмәт хаҡынан һалым түләп барыуы шарт. Үҙ мөйөшөгөҙҙө ипотека ярҙамында ҡорғанһығыҙ икән, кредит өсөн түләнгән проценттарҙан да (иң юғары сиге өс миллион һум) 13 процент ҡайтармаға хаҡлыһығыҙ.
Торлаҡ 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем алынғанмы, әллә унан һуңмы? – ҡайтарма юллаған саҡта был бик мөһим. Сөнки 2014 йылға тиклемге һалым закондарына ярашлы, кеше ике миллион һумдан ҡайтармаға хоҡуҡты бары бер тапҡыр, йәғни бер торлаҡ алғанда ғына ғәмәлгә ашырырға хаҡлы ине. Мәҫәлән, миллион ярым һумлыҡ яңы фатир хужаһына 195 мең һум ҡайтарма менән сикләнергә тура килде. Законға 2014 йылдың 1 ғинуарынан ингән үҙгәрештәр буйынса, торлаҡ хаҡы ике миллиондан арзан икән, кеше үҙенә тейеш ҡайтарма күләмен ғүмер дауамында артабан бер нисә күсемһеҙ милек хаҡынан «йыя» ала. Ләкин шуныһы бар: һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғынан 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем файҙаланып өлгөрөүселәргә үҙгәрештәр ҡағылмай.
– Был аҡсаны юллау тәртибе хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ҡайтарманы килтереп бирмәйәсәктәр, һәр кем үҙе юллай. Бының өсөн кеше 3-НДФЛ декларацияһын тултырып, үҙе теркәлгән урын буйынса һалым органына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Беҙҙең сайтта (www.nalog.ru) декларация өлгөһөн бушлай күсереп алырға мөмкин. Эш урынынан алынған хеҙмәт хаҡы тураһында 2-НДФЛ белешмәһенә нигеҙләнеп, ул бик анһат тултырыла. Уға түбәндәге документтар теркәлә: торлаҡҡа хоҡуҡты раҫлаусы таныҡлыҡ күсермәһе йәки фатирҙы ҡабул итеү акты күсермәһе (торлаҡ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу юлы менән алынып, милек хоҡуғы рәсмиләштерелмәгән осраҡта); түләү документтары күсермәләре; һатыу-һатып алыу килешеүе йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе; паспорт күсермәһе.
Ипотека проценттарына ҡайтарма алыу өсөн кредит килешеүе, проценттар түләнеүе хаҡында банктан белешмә килтереү ҙә зарур.
Ҡайтарманы, теләк буйынса, ике төрлө юл менән алырға мөмкин. Беренсе ысул шулай: документтар инспекцияла ҡаралып, һалым органдарына ебәрелә һәм ғариза яҙыусы иҫәбенә тейешле ваҡыттан һуң аҡса күсерелә. Икенсе юл: документтар тапшырыусыға иҫкәрмә бирелә, артабан кеше уны эш урынына илтә һәм килеменән һалым тотолмай.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.
Теги: