Иҫке йортҡа – яңы ғүмер

...– Республикабыҙ торлаҡ фондындағы күп фатирлы йорттарҙың 41 проценттан ашыуы иҫке, йәғни 40 һәм унан да күберәк йыл элек төҙөлгән. Йорттарҙың яртыһы тиерлек 30 процентҡа таушалған һәм капиталь ремонтҡа мохтаж. РФ Торлаҡ кодексына күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлауҙы ойоштороу хаҡында махсус 9-сы бүлек индерелде. Бүлектә капиталь ремонт фондынан финансланыусы хеҙмәттәр исемлеге билдәләнгән. Уларға йорт эсендәге электр, йылылыҡ, газ, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаларын йүнәтеү, файҙаланыуға яраҡһыҙ тип танылған лифт һәм уның шахтаһын төҙәтеү йәки алмаштырыу, фасад, ҡыйыҡ, подвал, нигеҙҙе ремонтлау ҡарай...
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.
Теги: