Был ярҙам кемгә тейеш?
Һүҙ ике төр социаль ярҙам тураһында бара. Тәүгеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса сығымдарға ай һайын бирелә торған берҙәм аҡсалата компенсация булһа, икенсеһе – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия. Берҙәм аҡсалата компенсация Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, нурланыуға дусар булған кешеләргә, тыл эшсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә бирелә. Ошо төр ярҙам 505 мең кешенең көнитмешен еңеләйтәсәк.
Ә субсидия коммуналь хеҙмәттәргә түләү ғаилә табышының ул сығым өсөн билдәләнгән кимәленән (төбәк стандарттары сиктәрендә) артҡан осраҡта бирелә. Башҡортостан бюджетынан был ярҙам күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә, 70 йәштән һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ пенсионерҙарға һәм башҡа категория граждандарға күрһәтелә. Мәҫәлән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр уны коммуналь түләүҙәр табыштың 15 процентын тәшкил иткәндә ала. Субсидия ошо сығымдарға килеменең 18 процентын сарыф иткән яңғыҙ пенсионерҙарға һәм 20 процентын тотонған башҡа категория граждандарға фарыз.
Субсидиялар өсөн 2019 йылда республика ҡаҙнаһынан 2,3 миллиард һум бүленәсәк. Дәүләттең был ярҙамынан 115 меңдән ашыу кеше файҙаланасаҡ.
Берҙәм аҡсалата компенсация йәки субсидия юллау өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ республика порталы аша электрон формала ғариза бирергә була.
Теги: