Һәр бала үҙ ризығы менән

Һәр бала үҙ ризығы менәнБала үҫтереүсе ғаиләләрҙең көнитмешен еңеләйтеү маҡсатында республика тарафынан һәм федераль кимәлдә бик күп социаль ярҙам саралары күрһәтелә, улар янына яңылары өҫтәлеп тора.
Әгәр балағыҙ берәү икән, ниндәй түләүҙәргә иҫәп тота алаһығыҙ? Сабыйҙарығыҙ икәү, өсәү йәки бишәү булһа, ниндәй ярҙам алырға мөмкин? Иң әһәмиәтле ярҙам төрҙәре хаҡында Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Борисовна Глухова һөйләй.


Беренсе бәпес тыуһа
Үткән һандарҙың береһендә тәүге балалары тыуған ғаиләләргә тәғәйен мөһим өр-яңы социаль ярҙам төрҙәре менән тәфсирләп таныш­тырғайныҡ. Был юлы хәтерегеҙгә төшөрөп кенә үтәбеҙ. Былтырҙан алып республи­кабыҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәш ата-әсәләргә беренсе бәпестәре өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған субсидия түләй башланы. Түләүҙәрҙе Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ғәмәлгә ашыра.
Баш бала өсөн исемләнгән яңы федераль пособие ла саҡ тормош башлап торған ата менән әсәгә яҡшы ярҙам. Ул 2018 йылда 8 892 һум тәшкил итә. Был аҡсаны йән башына табыштары хеҙмәткә һәләтле кеше­ләр өсөн йәшәү минимумының 1,5 күләменән түбән ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Иҫәплә­гәндә нигеҙ итеп 2017 йылдың икенсе кварталындағы йәшәү минимумы, йәғни 9 498 һум алына һәм уны 1,5 тапҡырға ҡабат­лағандан 14 247 һум килеп сыға. Өс кешенән – атай, әсәй, баланан торған ғаиләнең дөйөм табышы 42 741 һумдан артмай икән, сабыйға йәш ярым тулғансы был пособие түләнергә тейеш. Шуны онот­маҫҡа: ҡулға ингән аҡса түгел, һалым һалын­ғанға тиклемгеһе иҫәпкә алына.

Икенсе сабый өсөн
Икенсе бәпес тыуғанда (йәки уллыҡҡа алғанда) ғаилә әсәлек капиталына хоҡуҡлы. Ул быйыл 453 026 һум тәшкил итә. Был программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙай­тылды һәм уға һиҙелерлек үҙгәрештәр индерелде. 2018 йылдан сертификатты файҙаланыу буйынса яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде:
1) аҙ килемле ғаиләләр 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған икенсе балаға йәш ярым тулғансы ай һайын әсәлек капиталынан бер йәшәү минимумы күләмендә ҡулаҡса алырға хоҡуҡлы;
2) сабыйға өс йәш тулғанын көтмәйенсә, уны балалар баҡсаһына йөрөтөүгә түләү өсөн сертификатты файҙаланырға мөмкин. Был күп йәш әсәләргә эшен йәки уҡыуын дауам итергә форсат бирер.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: әсәлек капиталы опекундарға бирелмәй. Сертификатты алыу өсөн Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан идара­лығының үҙегеҙ йәшәгән урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү мөһим.

Өсөнсө бала донъяға килгәндә
Өсөнсө бәпесен ҡулға алыу бәхетен кисергән ғаилә (был ваҡытта өлкән балаларына 18 йәш тулмаһа) күп балалы тип атала һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларынан фай­ҙалана ала.
Йән башына уртаса табыштары бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаған ишле ғаиләләрҙә 2018 йылда тыуған өсөнсө, унан һуңғы сабыйға 8 993 һум күләмендә пособие тәғәйенләнә. Ул бәпескә өс йәш тулғансы түләнәсәк.
Аҙ килемле ишле ғаиләләрҙәге йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр өсөн беҙҙең министрлыҡ аша ай һайын 3000 һум түләнә. Дүрт сабый үҫтереүселәргә – 1500 һум, биш балалыларға 2000 һум айлыҡ пособие фарыз. Бәлиғ булмаған өс балалы ғаилә шәхси йорт төҙөү өсөн участкаға хоҡуҡлы.
Күп бала тәрбиәләүселәр шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә сығымдарын ай һайын аҡсалата ҡаплатыуға һәм башҡа ярҙам алыу хоҡуғына эйә. Улар тураһында алдағы һандарҙың береһендә айырым ентекләберәк һөйләрбеҙ.
Һәр бала үҙ ризығы менән

***
Ғаиләгә тейешле артабанғы ярҙам төрҙәрен барлайыҡ.
Йөклөлөктөң иртә сроктарында медицина учреждениеһына иҫәпкә баҫҡан буласаҡ әсәгә бер тапҡыр 722,74 һум күләмендәге пособие бирелә. Ауырлы ҡатын эшләп йөрөһә, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар эш урынынан Социаль страховкалау фонды аша түләнә. Әгәр ул декретҡа тиклем эшләмәһә, пособиеларҙы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдары аша юллай.
Эшләмәгән әсәләргә беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса айлыҡ пособие 3 613,68 һум, икенсе һәм артабанғы бала өсөн 7 227,35 һум тәшкил итә, уларға иң ҙур түләү 14 454,72 һумдан артмаҫҡа тейеш. Эшләүсе әсәләргә иһә был пособие бала ҡарау буйынса отпускыға тиклемге һуңғы ике календарь йылдағы уртаса хеҙмәт хаҡының 40 проценты кимәлендә тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта эшләүсе әсәләргә тәүге сабыйҙы ҡарау буйынса иң бәләкәй түләүҙең 3 613, 68 һум, икенсе һәм артабанғы балалар өсөн 7 227,35 һум икәнен билдәләп үтәбеҙ, ә айына иң ҙур түләү 28 217,06 һумдан күберәк булырға тейеш түгел. Йәш ярымға тиклемге ике йәки унан күберәк бәпес үҫтереүселәр пособиены балаларҙың һәр береһе өсөн ала. Ләкин эшләүсе әсәләр өсөн бөтә сабыйҙарға пособиеларҙың дөйөм суммаһы уртаса эш хаҡының 100 процентынан артыҡ була алмай.
Йөклө ҡатындар һәм бала имеҙеүсе әсәләр, ғаиләлә йән башына табыш уртаса йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта, махсуслаштырылған туҡланыуға иҫәп тоторға мөмкин. Буласаҡ әсәләр йөклөлөк буйынса иҫәпкә торғандың икенсе айынан алып бала тыуғансы, ә бәпес имеҙеүсе ҡатындар сабыйына ярты йәш тулғансы дауалау-профилактика учреждениеларынан, һөт кухняларынан махсус ризыҡтар менән бушлай тәьмин ителә. Шулай уҡ 20 аҙналыҡ йөгө булған аҙ килемле әсә социаль пособиеға хоҡуҡлы.
Аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиә­ләнеүсе сабыйҙарға өс йәшкә тиклем бушлай балалар туҡланыуы ҡаралған.
Донъяға килгән һәр бала өсөн ғаиләгә 19 272,95 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Уны ата-әсәнең береһе йәки уларҙы алмаштырыусы кеше юллай. Балалар игеҙ йәки унан күберәк булып тыуғанда пособие һәр береһе өсөн тәғәйенләнә. Эшләүселәр уны – эш урынынан, эшләмәүселәр Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдары аша ала.
Бала бағыусы аҙ килемле ғаиләләргә донъяға килгән, уллыҡҡа йәки опекаға алынған һәр сабый өсөн ул 16 йәшкә еткәнсе йәки уҡып бөткәнсе (тик 18 йәштән артыҡ түгел) йәнә айлыҡ пособие тейеш. Уның база күләме ғаиләнең ниндәй категорияға ҡарауынан сығып, 225 – 450 һум тәшкил итә. Айырым категория ғаиләләргә (күмәк сабыйлы­ларға, инвалид бала бағыусыларға) был пособиеның төп күләме арттырылып, айына 1000 һумға тиклем етеүе мөмкин.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аша республикабыҙ ғаиләне яҡлау маҡсатында бүлгән аҡсаның 95 проценты йән башына уртаса табышы бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән ғаиләләргә йүнәл­телеүен билдәләп үтеү мөһим.
Әлеге мәлдә социаль ярҙам сараларынан 80 меңдән ашыу ғаилә файҙалана, уларҙа 183 меңдән күберәк бала йәшәй. Был маҡсатта беҙҙең министрлыҡ аша ғына ла йылына 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.
Альмира Кирәева яҙып алды.


Башҡортостан бюджеты иҫәбенә балалы ғаиләләргә күрһәтелеүсе социаль яҡлау төрҙәренең тулы булмаған исемлеге:
•18 йәшкә тиклемге туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләү – 600 мең һум.

•Торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратта торған айырым категориялы ишле ғаиләләргә (ата-әсә менән йәшәүсе бәлиғ булмаған биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә һәм бер юлы өс, унан күберәк сабыйы тыуған ғаиләләргә) торлаҡ алыу өсөн сертификат менән раҫланған социаль түләү.

•2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге балалары тыуған йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 300 мең һумлыҡ социаль түләү.

•Инвалид баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие – 532, 50 – 1000 һум.

•Бер юлы игеҙ һәм унан күберәк бала тыуған аҙ килемле ғаиләләргә сабыйҙарына өс йәш тулғансы – һәр береһе өсөн 500 һум.

•Бала үҫтереүсе студенттар һәм аспиранттар ғаиләләренә махсус социаль пособие – 250 һум.

•Аҙ килемле ишле ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие (дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә) – 1 500 – 2000 һум.

•Бәлиғ булмаған биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға яңы йыл бүләктәре.

•Аҙ килемле күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ай һайын сығымдарын ҡаплау.

•Аҙ килемле ишле ғаиләләрҙәге балаларға ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы сығымдарын ҡаплау.

•Аҙ килемле ишле ғаиләләрҙең мәктәптәрҙә һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусы балаларын дәрескә йөрөгән көндәрендә бушлай ашатыу.

•Балаға айлыҡ пособие.

•Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам.

•Ауыр тормош хәлендәге балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу.

•Биш һәм унан күберәк бала тапҡан әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы һәм 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе түләү.

•Аҙ килемле йөклө ҡатындарға һәм бала имеҙеүсе әсәләргә бушлай махсус ризыҡтар биреү.

•Килеме аҙ ғаиләләрҙәге бәпестәрҙе өс йәшкә тиклем махсус туҡланыу менән тәьмин итеү.



Теги: Ғаилә Социаль ярҙам саралары




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook