Һалымды түләү яйы
Йыл аҙағы етәрәк, 1 декабргә тиклем, халыҡ күсемһеҙ милек (ер, торлаҡ), транспорт өсөн һалым түләргә ашыға. Ләкин һалым хаҡындағы һорауҙар йыл әйләнәһенә көнүҙәк. Журнал уҡыусылар был өлкәләге нескәлектәр хаҡында һорашып йыш мөрәжәғәт итә. Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының физик шәхестәрҙең килеменә һәм милегенә һалым һалыу бүлеге етәксеһе Гүзәл Ришат ҡыҙы Вахитова аңлатма бирә.
– Ер һәм милек һалымдары урындағы һалымдарға ҡарай һәм һәр муниципалитет күләмде һәм ташламаларҙы үҙҙәре билдәләргә хоҡуҡлы. Муниципалитеттар араһында улар төрлө булырға мөмкин. Милек һалымы буйынса ташламаларға эйә булыусылар исемлеге ҙур. Уларға пенсионерҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, чернобылсылар, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар инә. Өфө ҡалаһында шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләр торлаҡҡа һалымдан азат ителгән.
Өфө ҡала округы ҡала Советы ер һалымы буйынса һалым базаһын кәметеү рәүешендә ташлама билдәләгән. Был иһә күрһәтелгән сумма ер һалымын түләгәндә уның кадастр хаҡынан алып ташланасағын аңлата. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына – 90 000 һум, хеҙмәт ветерандарына – 100 000 һум, I төркөм инвалидтарға һәм бала саҡтан инвалидтарға – 90 000 һум, етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм балаларға – 220 000 һум, ишле ғаиләләрҙәге ата-әсәләр һәм 18 йәшкә тиклемге балаларға кадастр хаҡынан 100 000 һум күләмендә ташлама ҡаралған.
Ташламалар һалым һалына торған бер генә объектҡа (1 йорт, 1 ҡаралты, 1 гараж, 1 ер участкаһы) бирелә.
Транспорт һалымы төбәк һалымы тип иҫәпләнә, уның күләмен һәм ташламаларҙы төбәк власть органы билдәләй. Башҡортостан Республикаһы законы буйынса бөтә төр инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хеҙмәт ветерандары үҙҙәрендәге бер транспорт сараһына (йәғни бер нисә машинаһы булһа, береһен һайлап) һалымдан азат ителә.
Бөтә республика халҡы үҙ милкендәге транспорттың береһенә һалымды түбәнерәк ставка буйынса түләй.
Ташламаларҙан файҙаланыу йәки һалымдан азат ителеү өсөн ғариза яҙып, тейешле документтар менән һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Быйыл халыҡҡа берҙәм белдереү ҡағыҙҙары (квитанциялар) ебәреү яңылыҡ булып тора. Йәғни һалым түләүсе тәү тапҡыр, Рәсәй Федерацияһы территорияһында нисә милке, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, үҙенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, бөтә милек һалымдары ингән бер квитанция алды.
Быйыл тағы бер яңылыҡ бар – социаль ғәҙеллек хаҡына майҙаны 50 квадрат метрҙан аҙыраҡ йорт, 20 квадрат метрҙан бәләкәйерәк фатир, 10 квадрат метрҙан кәмерәк бүлмә өсөн милек һалымы һалынмай. Йорт 50 квадрат метрҙан ҙурыраҡ икән, һалым 50 квадрат метрҙан ашҡан майҙан өсөн генә алына. Был ташлама кеше милкендәге бөтә торлаҡҡа ҡағыла. Йәғни, ул бер нисә фатирға, йортҡа йәки бүлмәгә хужа икән, һәр ҡайһыһы буйынса һалымды РФ ҡануниәте билдәләгән нормаларҙан ашҡан майҙан өсөн түләйәсәк. Ә һеҙҙең иҫке өйөгөҙҙөң майҙаны, моғайын, 50 квадрат метрға етмәйҙер.
– Әгәр ҙә милек һалымығыҙ индерелмәһә йәки уның буйынса түләп еткерелмәгән бурысығыҙ булһа, һеҙҙе аэропортта, вокзалда тикшереп, сит илгә сығырға рөхсәт итмәүҙәре ихтимал. Йыш ҡына Рәсәйҙән ситтә ял итергә теләүселәр үҙҙәренең бурыстары барлығын белмәй һәм бына шундай көтөлмәгән күңелһеҙлеккә тарый.
Һалым инспекциялары түләргә мәжбүр итеүҙең башҡа сараларын да ҡуллана. Мәҫәлән, бурыслы кешеләрҙең мөлкәтен теркәү буйынса сикләүҙәр ҡуйылыуы мөмкин.
– Милек, транспорт һалымдарын түләгәндә кемдәргә ташламалар ҡаралған?
Әсмә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Өфө ҡалаһы.

– Беҙ түләргә тейешле милек һалымдары бер квитанцияла күрһәтелергә тейеш, тип ишеткәйнем. Әммә миңә килгән квитанцияла ауылдағы иҫке йортом өсөн һалым хаҡында хәбәр юҡ. Ни эшләп улай икән?
Дилара БҮЛӘКБАЕВА.
Шишмә районы.
Шишмә районы.
– Быйыл халыҡҡа берҙәм белдереү ҡағыҙҙары (квитанциялар) ебәреү яңылыҡ булып тора. Йәғни һалым түләүсе тәү тапҡыр, Рәсәй Федерацияһы территорияһында нисә милке, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, үҙенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, бөтә милек һалымдары ингән бер квитанция алды.
Быйыл тағы бер яңылыҡ бар – социаль ғәҙеллек хаҡына майҙаны 50 квадрат метрҙан аҙыраҡ йорт, 20 квадрат метрҙан бәләкәйерәк фатир, 10 квадрат метрҙан кәмерәк бүлмә өсөн милек һалымы һалынмай. Йорт 50 квадрат метрҙан ҙурыраҡ икән, һалым 50 квадрат метрҙан ашҡан майҙан өсөн генә алына. Был ташлама кеше милкендәге бөтә торлаҡҡа ҡағыла. Йәғни, ул бер нисә фатирға, йортҡа йәки бүлмәгә хужа икән, һәр ҡайһыһы буйынса һалымды РФ ҡануниәте билдәләгән нормаларҙан ашҡан майҙан өсөн түләйәсәк. Ә һеҙҙең иҫке өйөгөҙҙөң майҙаны, моғайын, 50 квадрат метрға етмәйҙер.
– Милек һалымын түләмәүсене сит илгә сығармауҙары мөмкин, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
Нурзидә ӘХМӘТШИНА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Теги: