Ҡояшлы Баҡы ҡалаһына сәйәхәт

Ҡояшлы Баҡы ҡалаһына сәйәхәт ... Быйыл үҙемдең күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым – Баҡыға барҙым. Был күркәм ҡала тураһында дуҫтарымдан ҡасандыр ишеткәйнем. Ҡыҙыҡһыныуым көндән-көн артты ғына: тәүҙә бөйөк йырсы Мөслим Магомаевтың иҫтәлектәре ҡулыма килеп эләкте, телевизорҙан бында үткән Евровидение, Беренсе Европа уйындарын күрһәттеләр, телде йоторлоҡ әзербайжан аштарын тәмләү бәхете тейҙе.

...Бына самолетыбыҙ Әзербайжан Республикаһының беренсе президенты Гейдар Әлиев исемендәге аэропортта төшә һәм мин Баҡының тип-тигеҙ, тап-таҙа юлдарынан елдерәм. Боронғо Азия һулышы менән заманса Европа мегаполисы һыҙаттарын берләштергән был ҡала үҙенә тәү күреүҙән ғашиҡ итә.
Көҙ етһә лә, бында әле эҫе, Каспий күленән ваҡ ҡына ҡом саңы ҡушылған дымлы ел иҫә. Ул ҡулдарға, биткә һырый. Ярым сүллектә ултырған ҡала һалҡын һыулы фонтандары, бихисап парктары һәм баҡсалары менән дан алған, уны йәшеллеккә күмгән кешеләрҙең хеҙмәте ихтирам һәм һоҡланыу уята.

Туризмды үҫтереү өсөн бында барыһы ла эшләнә. Милли парк статусына эйә булған Диңгеҙ буйы бульвары 20 километрға һуҙылған. Махсус рәүештә экзотик ағастар (баобаб, кактус, зәйтүн, анар), ҡыуаҡтар һәм сәскәләр ултыртылған. Манаттары күп булған (манат долларға бәрәбәр) ял итеүселәр өсөн төрлө күңел асыу саралары булдырылған: күҙәтеү тәгәрмәсе, етеҙ катерҙар, үҙенсәлекле аттракциондар, ҡәһүәханалар.

Әммә аҡсаһы самалы булған турист та үҙ бәхетенә ирешә ала. Иллюминация уттарына солғанған Баҡы арбаты (Сауҙа итеү урамы) йәйәү йөрөүселәр менән тулған. Бөтә халыҡ ашыҡмай ғына сәйханала ҡайнатма менән тәмле сәй эсә. Олоһо ла, кесеһе лә бында һыра менән һис мауыҡмай. Грек сәтләүегенән әҙерләнгән ҡайнатманы тәүге тапҡыр тәмләп ҡараным. Сәтләүекте йәшел сағында уҡ йыйып алалар ҙа ҡара төҫкә ингәнсе ҡайнаталар икән. Баҡы һауаһына тыныс туҡлыҡ еҫе һеңгән – «Ете һылыу» шарабы, саджда ҡурылған ит, яңы мейестән сыҡҡан чуректәр, сәтләүек менән балдан бешерелгән пахлава тәме...
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
Әзербайжан.
Баҡы ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook