Йәнлектәргә аяулымы заман?
Өсөнсө мең йыллыҡта Ер шарында халыҡ иҫәбенең саманан тыш артыуы ресурстар кәмеүенә килтерәсәк. Бөгөн планета биш миллиард халыҡты ғына туйындыра ала, ти көн байыш ғалимдары. Төрлө ҡитғаларҙа әленән-әле һуғыш уты тоҡаныуы, ресурстарҙың ҡырҡа кәмеүе, урмандарҙың юҡҡа сығыуы, йылға-күлдәрҙең ҡороуы ошо хаҡта иҫкәртә.
Һәр халыҡ өсөнсө мең йыллыҡта буласаҡ аслыҡҡа үҙенсә әҙерләнә. Ҡытайҙар, мәҫәлән, быйылдан дөгө урынына картуф сәсә башланы. Сөнки миллион гектар биләгән дөгө яландарын һуғарыу өсөн һыу әҙ. Ә картуф – талымһыҙ культура, ул бер урында быуаттар буйына үҫә ала. Шуға ла илде туйындырырға етергә тейеш. Еңел сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре иһә картуфтан ниндәй ризыҡтар әҙерләп һатыу хаҡында баш вата. Ҡытайҙар проблемаһы сит ил инвесторҙары кеҫәһенә миллиардлап аҡса килтерергә мөмкин – улар быны файҙаланып, ҡытайҙарҙың зауығын өйрәнә, картуфтан етештерелгән аҙыҡ түлек продукцияларын һатыу хаҡында һөйләшеү-килешеүҙәр алып бара.
Донъя баҙарында хәҙер Төркиә картуфы ла ҙур һорау менән файҙалана. Әйткәндәй, уны Башҡортостанда ла һаталар. Иллә-мәгәр ватандаштарымды төрөктәрҙең картуфын алмаҫҡа өндәйем, сәбәбе – экспортҡа ебәрелгән картуфтың текстиль заводтарына терәлеп ятҡан баҫыуҙарҙа газ-саң йотоп үҫтерелеүе.
Планеталағы глобаль үҙгәрештәргә Антарктидалағы меңәр йылдар ятҡан боҙҙарҙың иреп, диңгеҙ кимәленә күтәрелеүе лә бәйле. Был хәл унда йәшәгән кейектәргә лә насар тәьҫир итә, ҡитғаның йылыныуы аҡ айыуҙарға, киттарға ҙур ауырлыҡ тыуҙыра.
Африкала ла шул уҡ хәл. Мәҫәлән, филдәр, ашарға етмәү сәбәпле, кешеләргә һөжүм итә, уларҙың ерҙәрен тапай, йорттарын емерә.
Ләкин ҡырағай хайуандар ҙа заманға яраҡлаша. Мәҫәлән, һуңғы арала Себер айыуҙары, ҡышҡы йоҡонан баш тартып, кешеләр йәшәгән ерҙәрҙә йөрөүҙе хуп күрә. Уларҙы сүплектәрҙә йә иһә трассала осратырға була. Мадагаскарҙа – варандар, Европала – ҡабан сусҡалары, шулай уҡ мышы-ҡоралайҙар, үҙҙәренә ризыҡ табыуҙы еңелләштереп, фермерҙарҙың кукуруз, кишер, сөгөлдөр, картуф баҫыуҙарын талай. Ҡабан сусҡалары кеше йәшәгән ерҙә күпләп йөрөү сәбәпле, уларҙы атырға рөхсәт иткәндәр. Тик Чехияла ғына быйыл көҙ һунарсылар 1300 ҡабанды атырға мәжбүр булған.
Кейектәр көслө ямғыр, ел-дауыл, ҡоролоҡ кеүек тәбиғәт ғәрәсәте янауын йә һуғыш, янғын башланыуын тоя һәм хәүефле ерҙе тиҙерәк ташлап китеү яғын ҡарай. Мәҫәлән, Украинала һуғыш сыҡҡас, элек был ерҙе төйәк иткән бүреләр өйөрө менән Европаға ҡасҡан. Хәҙер Германияла, Чехияла, Словакияла, Сербияла уларҙан нисек ҡотолоу сараһын эҙләйҙәр.
Вағыраҡ йәнлектәр ҙә үҙҙәрен сәйер тота. Алйырҙан фермерҙарҙың иген баҫыуҙарын ҡоротһа, тик урманда ғына йәшәгән һыуһарҙың баҡсаларға, ауыл-ҡала йорттарының подвалдарына күсеп килеүе ысынында ғәжәпһенеү уята. Билдәле булыуынса, был йәнлек көндөҙ йоҡлай, төнөн һунарға сыға. Һыуһар тауыҡ, өйрәк кеүек ҡошҡортҡа һөжүм итеп, етмәһә, үткер теше менән подвалдарҙағы электр сымдарын сәйнәп өҙөп, хужалыҡҡа, кешеләргә ҙур зыян килтерә икән. Һыуһарҙың тиҙәге һаҫыҡ булыуы ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, шуға чехтар был йәнлекте кире урмандарға ҡайтарыу яғын ҡарай.
Быйыл бөжәктәр ҙә ҡыш етеүен ауыр кисерә. Мәҫәлән, октябрҙә Брно, Прага һәм илдең башҡа ҡалаларында ҡамҡалар, уны халыҡта «күс апай» тип тә йөрөтәләр, болоттай осоп килеп, өйҙәрҙең подвалдарын биләп алған. Ғалимдар был хәлде быйылғы ҡыштың һалҡыныраҡ булыуы менән аңлатырға тырыша.
Европала йәйҙәр ике айға оҙонораҡ, ә ҡыш, ғәҙәттә, йылы. Көҙ алмалар өлгөрә. Был мәлде ҡырағай хайуандар ҙа көтөп ала: ҡоралай, мышы, ҡабандар алма баҡсаларына һөжүм яһай. Баҡһаң, серегән алма ашҡаҙанда әсеп, алкоголь бүлеп сығара һәм йәнлектәргә иҫерткес тәьҫир итә икән.
Чехияла һәр ҡалала тиерлек зоопарк бар. Ундағы маймылдарҙың емеш-еләкте әсетеп ашағанын күҙәткәндәр. Зоопарктағы йәнлектәрҙе тикшереүсе ғалимдар маймылдарҙың ҡанында ниндәйҙер кимәлдә алкоголь булыуын билдәләгән. Шул уҡ хәл ҡарлуғас, тутыйғош кеүек ҡоштарҙа ла күҙәтелгән.
Күптән түгел Бразилия ғалимдары тәрәнлеге 8 метрға еткән һәм 7 миллиондан артыҡ ҡырмыҫҡа күмелгән ғәйәт ҙур ҡәберлек тапҡан һәм уны «туғандар ҡәберлеге» тип нарыҡлаған. Был ни хәл? Ете миллион ҡырмыҫҡа нисек бер юлы һәләкәткә дусар булды икән? Бөжәктәрҙе өйрәнеүсе белгестәр был һорауға әле һаман яуап таба алмай. Ләкин ҡайһы бер асыҡлауҙар бар. Мәғлүм булыуынса, ҡырмыҫҡа – эшсән, аҡыллы йән эйәһе. Эште үҙ-ара килешеп башҡарыу оҫталығына эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларға үҙҙәрен һаҡлау инстинкты һалынмаған. Әгәр берәй төркөмө төп колониянан ситләшеп аҙашһа, ҡырмыҫҡалар иләүе ғәйәт ҙур тетрәнеү, көсөргәнеш кисерә һәм үҙ-үҙен һәләк итә икән. Көсөргәнеш мәлендә ҡырмыҫҡалар ҙур түңәрәк яһап әйләнә башлай. Ни тиклем шәберәк әйләнһәләр, шул тиклем күберәк һәләк булалар. Тимәк, хатта бәләкәй генә йән эйәләре лә кешеләр кеүек һыҙлана, тетрәнә, ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын эҙләй, тип хайран ҡала ғалимдар.

(Мәғлүмәттәр чех телендәге «Экстра», «Викенд», «Коктейль» исемле журналдарҙан алынды.)
Миләүшә ГОДБОДЬ.
Чехия.
Миләүшә ГОДБОДЬ.
Чехия.
Теги: