Матурлыҡтың ҡәҙерен беләйек!
Тыуған еребеҙ һәр миҙгелдә үҙенсә хозур. Аллы-гөллө йәйендә ул йомарт һәм наҙлы. Тәбиғәт гүзәллеге күңелдәребеҙҙе имләһә, баҡсалағы түтәлдәр, бесәнлектәге кәбәндәр, көбөләге аҡ күбек, умарталағы кәрәҙҙәр, ыҫлыҡтағы ҡороттар, баҫыуҙағы башаҡтар һәм йәй еҫе аңҡыған һауа уның сикһеҙ бәрәкәтен сағылдырып, иртәгәһе көнгә өмөт һәм ышаныс уята. Беҙҙе туйындырыусы, һәммәбеҙгә йәшәү көсө биреүсе Ер-әсәбеҙгә рәхмәтлеме икән һин, ҡылыҡтарың уға ҡарата аяулымы, изгелеклеме, ғәзиз ҡәрҙәшем?! Саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағылһаң, ҡыйралырға, ыуалырға ғына тора бит ул. Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ, ошо матурлыҡтың ҡәҙерен беләйек!
Ф. ҒАЗИН фотоһы.
Теги: 2017-Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы