Тауға үрләй батша балығы
Боҙ ҡуҙғалып, ташҡын көсәйеү менән тау араларындағы бәләкәйерәк йүгерек йылғалар буйлап төндәрен батша балығы –бәрҙе үрләй башлай, ә көндөҙ туҡтап ял итә. Ыуылдырығын инештәрҙең башына етеп сәсә улар. Иң матур балыҡтарҙың береһе булған, оҙон йөҙгөслө, ҡара таптар менән ҡапланған һоро йәшкелт һыртлы, көмөш тәңкәле был балыҡ Башҡортостандың таулы-урманлы төбәктәрендә осрай, Рәсәйҙә ул Себер йылғаларында һәм Байкал күлендә күп. Әбйәлил, Белорет яҡтарында бәрҙенең таралыуын ошолай билдәләйҙәр: Ағиҙелгә ҡойған йылғаларҙа – бәрҙе, Яйыҡ (Урал) йылғаһына ҡойғандарында бағры (бағыр) үрсей. Береһе булған ерҙә икенсеһе юҡ. Мәҫәлән, аралары артыҡ алыҫ булмаһа ла, Ҡағыла бәрҙе бар, Ҡыҙыл йылғаһында юҡ.
… Ни өсөн «батша балығы» тигәндәрен дә аңлатып китеү кәрәктер. Тау башҡорттарында бәрҙегә бәйле ошондай тарих йәшәй: Рәсәй батшаһы Уралға килгәндә ялан яҡтары уны – бағыр, урман-таулылар бәрҙе менән һыйлаған. Һалҡын һыулы тау йылғаларын ғына төйәк иткән бәрҙе батшаға оҡшап ҡалған. Бынан ары башҡорттарға батша табыны өсөн бәрҙе ебәреп торорға тигән бурыс һалынған. Билдәле булыуынса, Екатерина тракты буйлап Әбей батша үҙе үтмәһә лә, Александр I, Александр II, шулай уҡ Николай II ғали йәнәптәре Көньяҡ Урал буйлап Екатеринбург, Троицк, Силәбе, Миәс, Һатҡы, Златоуст заводтарына сәйәхәт иткән. Тәүге икәүһенең сәфәре хаҡында әллә ни мәғлүмәт һаҡланмаған, ә бына Николай II-нең Уралға ике тапҡыр килгәндә лә башҡорт ауылдары аша үткәне хаҡында яҙмаларҙа әйтелә. Орск өйәҙе башҡорттары уға йәшмәнән эшләнгән ялпаҡ һауыт та бүләк итә. Был атама батшаларҙың кемеһе менән бәйлелер, аныҡ әйтеп булмай. Әммә бәрҙе бешереп ашағанда балыҡсылар тарафынан ошо хәл йыш телгә алына.
Бәрҙе ныҡ таҙа, сөсө һыулы, кислородҡа бай шаршылы йылғала ғына үрсей. Йомшаҡ итле, ҡылсыҡһыҙ һәм үҙенә күрә бик тәмле булыуы арҡаһында ул һәр саҡ башҡа балыҡтарҙан артығыраҡ күрелгән. Бөгөн ул юғалып барыусы балыҡтар иҫәбендә. Сөнки бер нисә тиҫтә йыл эсендә урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡылып, Урал тауҙары сәсе һирәгәйгән бабайға оҡшап ҡалыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Ағас кәмегән ерҙә йылғалар һайыға, ҡорой. Ҡара урман болоттарҙы тарта, урман ҡуйы ерҙә ямғырҙар ҙа йыш яуа, ти ололар. Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғы райондарында күҙәтелгән ҡоролоҡто ла улар ошо мәсьәлә менән бәйләй. Ысынлап та, урмандарҙың артыҡ күп ҡырҡылыуы флора һәм фаунаның ярлыланыуына, байтаҡ һирәк үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Элек ҡырҙан биҙрәләп йыйған ҡыҙыл, ҡара көртмәле лә, урман кәмегәс, мүклектәрҙең юҡҡа сығыуы арҡаһында һирәк осрай. Яҙ йырлап уйнаған һуйыр, ҡорҙар ҙа әллә ни күренмәй.
Бәрҙе – күптән Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы»нда. Унан тыш, был төҫлө китапҡа Башҡортостандағы ҡыҙыл балыҡ (ҡыҙылса), сүмесбаш (ташбаш, зөгәй), бағыр, мәрсен, күкәнәш һәм тағы бер нисә төр ингән. Зөгәй – балыҡтар араһында иң хәстәрлеклеһе, атаһы инә балыҡ ыуылдырыҡ һалыуға алдан өң уйып ҡуя ла селбәрәләр үҫешкәнсе, февралдән майғаса, ғаиләһен һаҡлап янында була икән. Үкенескә ҡаршы, ата балыҡтары шундай ғаиләсел зөгәй бөгөн бик аҙ һанлыға ҡалған. Аҡ балыҡ тигәне «Ҡыҙыл китап»ҡа инһә лә, бөтөнләй осрамай, ҡыҙыл балыҡ та күп ерҙә бөткән. Мәҫәлән, Белорет районы Хөсәйен ауылы эргәһендәге Рәз йылғаһынан һуңғы ҡыҙыл балыҡты 1968 йылда тотҡандар. Күргән кешеләр, балыҡсы яурынына һалып алып ҡайтты, ҡойроғо ерҙә һөйрәлеп бара ине, тип һөйләй. Рәздә элек ҡыҙыл балыҡтар бүрәнә һымаҡ ятыр ине, тип хәтерләй шағир Венер Сәлиховтың өләсәһе Камила инәй ҙә. Ҡыҙыл балыҡ түгел, тауыҡ кисерлек булып ҡалған тау йылғаларында хәҙер балыҡтар батшаһы суртан менән шылғаяҡ шамбы ла һирәк осрай. Ә бит утыҙ йылдар әүәл, иҫемдә, Улажа йылғаһына һалабаш һалһалар, ҡырҡ көн тик кенә ятҡан йүкә ҡайырыһы эсенә шул тиклем күп шамбы йыйыла торғайны, һалабаш менән улар ҙа ярға эләгеп сыға ине.
Атайым Нәжип Әхмәҙулла улы хәтерләүенсә, бынан илле-алтмыш йыл элек кенә әле Әбйәлил районы Хәмит ауылында, Ҡағы йылғаһының ат йөҙҙөрөрлөк ятыуҙарында сентябрь тирәләрендә ҡышлауға төшкән бәрҙе көтөүҙәре ҡап-ҡара ҡая һымаҡ торған. Уларҙың эреләре 55 сантиметрға етеп, ике кило ярым самаһы тартҡан. Ятыуҙарҙа улар ҡатлы-ҡатлы булып ғәскәр ише теҙелгән: иң аҫта – эреләре, уртала – уртасалары, өҫтә – ваҡ бәрҙе. Бәрҙе көтөүен тапҡас, ул күберәк Мөхәмәтшәриф ятыуында торған, уның өҫ яҡтағы ыбыр-сыбырын ипләп кенә ҡыуып ебәреп, эреләрен ике яғына арҡан тартылған күреп менән һөҙөп алғандар. Арба өҫтөнә ултыртып йөрөтөлгән күрептең ҙурлығын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын. Бер тотҡан балыҡ әллә нисә ғаиләгә еткән. Ҙурҙарын балыҡсылар үҙҙәренә алған, бәләкәйерәген эйәреп барған бала-сағаға таратҡан. Хәҙер йылғала бәрҙенең самаһы ярты быуат элеккегә ҡарағанда үтә ныҡ кәмегән. 80-се йылдарҙа, Әбйәлил урманы янындағы йылға буйҙарына колхоз малдарын йәйләүгә төшөрөүҙәре арҡаһында, Ҡағы бик бысрай, һыуы кәмей. Ярға яҡын ерҙәрҙә ағас күп ҡырҡылып, ул шул тиклем һайыҡҡан, ат йөҙҙөрөүҙәрен һөйләһәләр, ышанып булмай. Шуға хәҙер юҡҡа сығыу сигенә еткән бәрҙене ыуылдырыҡ сәскән мәлендә тотоу бөтөнләй тыйыла, ә башҡа ваҡытта йылға әгәр ҡурсаулыҡ биләмәһенә инмәһә, бер ҡармаҡ менән генә рөхсәт ителә. Ә борон башҡорттар, әлбиттә, һыу буйҙарында ҡармаҡ тотоп ултырмаған. Бәрҙене йәйгеһен ат ҡойроғонан эшләнгән мискәүгә аулағандар, йылыла ул шаршылы ерҙәрҙе ярата. Яҙ үрләгәнендә талдан үреп, беҙҙең Хәмиттә әйтелгәнсә, нурҙа ла (атамалары күп, мәҫәлән, яҡындағы Хөсәйендә уны «һүгән» тиҙәр) һалғандар, йылым да ҡуйғандар…
… Башҡорттар борон һыуға шул тиклем һаҡсыл ҡараған, эйәһенән рөхсәт һорамайынса шишмәнән һыу алмаған. Йылғала нимәлер йыуыу ҙа ярамаған, кәрәк булһа, күнәкләп алып һыуҙы яр ситендә тотонғандар. Йылғала кер сайҡатыу ғәҙәте лә һуңыраҡ мәрйәләрҙән күскән. Һыулаған йылғаның һәр кисеүендә күпер һалынған. Һыу гонаһы иң ҙур гонаһ һаналған. Әле беҙҙең өләсәйҙәр ҙә быны хәтерләй һәм мунсала әҙ генә һыу менән, уны исрафламай йыуынырға тырыша ине. Бөгөн һыуға хөрмәт юҡ. Ә тәбиғәттә бәрҙе балығы ғына түгел, ул тереклек иткән таҙа, сөсө һыу ҙа йылдан-йыл кәмей. Эсәр һыуҙы йыл һайын күберәк халыҡ һатып алырға мәжбүр, уйлаһаң, уйылып китерлек шул.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: 2017-Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы