«ЫШАНЫСЫҢ КӨСЛӨ ИТӘ, АТАЙ!»

... «Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла күп балалы ғаиләнең яфаланыуҙары... Әммә ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә, ғазаплы уйҙарға бирелеп ултырманы. Ике дәһшәтле һуғыш михнәтен үткән, шанлы дәүер шаһиты булған атайымдың күңеле ҡатып ҡалмағайны, киреһенсә, кешеләргә лә, тормошҡа ла яҡты ҡараш, изге мөғәмәлә һаҡланы. Барыһы ла булмышҡа бәйле, күрәһең. Ул сабыр, аңлаусан холоҡло, ипле, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, тапҡыр телле һәм үҙ заманы өсөн уҡымышлы кеше булды, ауылдаштары кәңәш йә ярҙам һорап килер ине. Әле лә яҡташтары оло хөрмәт менән телгә ала.
Бәләкәй сағымда атайымдың абруйын тойоп, уның менән ихлас ғорурлана инем, ҡәҙерле кешемдән өлгө алып үҫтем. Аллаға шөкөр, уға ла минең менән ғорурланыу һөйөнөсөн татыу насип булды: мәктәптә яҡшы уҡыным, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым – фоторәсемем маҡтау таҡтаһынан төшмәне», – ти Сафура Хәмит ҡыҙы, шатлыҡлы үткәндәрен бәйән итеп.
Альбина ШӘҺИТОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.
Теги: