Йәмдән, ҡоттан туҡылған донъя
Шундай кешеләр була: улар янында тыныс, рәхәт, күңелең илаһи бер һиллек менән тула. Уларҙың бар булмышы йәмдән, ҡоттан, йылылыҡтан туҡылған кеүек. Рәйсә апайҙың аяҙ күкте хәтерләткән зәңгәр күҙҙәренән түгелгән нурға арбалып, талғын ғына әңгәмәһен тыңлаған һайын тыңлағы килә. Йылмайғанда ҡараштары тағы ла асылып, баҙыҡланып киткәндәй. Бейек үксәле туфли, килешле күлдәк кейеп, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп атлауында ғорурлыҡ та, нәзәкәтлек тә сағыла. Кем әйтһен ошо матур апай етмешенсе көҙөн ҡаршылай тип!? Һүҙем – ғүмеренең өс тиҫтә йылын «Башҡортостан ҡыҙы» журналына арнаған хөрмәтле ханым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә Нуретдин ҡыҙы Ҡыуатова хаҡында.
...Ғәзиз тыуған төйәген – Хәйбулла районы Урыҫбай ауылын, шунда ҡалған алтын бала сағын, әсәһе менән бесән сапҡан болондарҙы һағынып иҫкә ала Рәйсә апай. Атаһы Нуретдин менән әсәһе Әминәнең мөхәббәтле ғаиләһендә ете бала – алты ҡыҙ, бер ул – буй еткерә. Яу юлдарын үтеп ҡайтҡан фронтовик атаһы һаулыҡҡа туймай, әммә ишле ғаиләһен етеш, матур тормошта йәшәтеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, ҡулынан балтаһы төшмәй. Ә әсәһе ҡыҙҙарын үҙе тегеп суҡтай итеп кейендерә лә, балаҡайҙарына һоҡланыуын йәшермәй, «Ана, минең ҡыҙҙарым!» – тип ҡупайтып ебәрә. «Әсәм менән атам беҙҙе бер ваҡытта ла баҫманы, ҡаҡмай-һуҡмай бәпләп кенә үҫтерҙе. Һөйөүгә, наҙға сорналып буй еткерҙек, бәлки, шуғалыр ҙа тормошта юғалып ҡалманыҡ. Һеңлеләрем, иртә генә етем ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла һөнәр алып, үҙ донъяһын ҡороп, матур итеп йәшәй. Атай-әсәй васыятына тоғро ҡалып, әле лә бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ», – тип һөйләй үҙе үҫкән мөхит хаҡында Рәйсә апай...
...Бөгөн күптәр йәштәрҙе тәнҡитләргә, үҙ быуыны менән сағыштырырға ярата. Был йәһәттән дә әңгәмәсемдең ҡарашы үҙенсәлекле: «Замана йәштәре асыҡ, маҡсатлы, тәүәккәл. Улар өсөн сиктәр юҡ. Бары тик мәлендә дөрөҫ йүнәлеш бирә, күңеленә тәүфиҡ, әҙәп орлоҡтарын һала белергә генә кәрәк. Балаларым менән төрлө донъяуи мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшәбеҙ, улар бала саҡтан минән бер нәмәне лә йәшермәне. Бигерәк тә ҡыҙ кеше әсәйгә яҡын була икән, был – һүҙ менән әйтеп аңлатып булмаҫтай эске тартылыу, күңел бәйләнеше. «Әсәй, һин ныҡ матурһың!» йәки «Ошо күлдәгең иҫ киткес килешә!» тигән һүҙҙәре йөрәгемә май булып яғыла. Ә бит мин дә әсәйемде шул тиклем яраттым, ниңә шундай яғымлы, матур һүҙҙәрҙе мәлендә әйтеп ҡалманым икән, тип уйлайым хәҙер. Был йәһәттән ҡыҙыма һоҡланам да, бер аҙ көнләшәм дә...»
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: Әсә Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә Ҡыуатова