«Хәтеремдә –аҡ ҡылғанлы туғай...»

«Хәтеремдә –аҡ ҡылғанлы туғай...»Еңеүҙең башты әйләндерерлек тәме лә, еңелеү әсеһе лә уға үтә таныш. Булмышын һайланма заттарға ғына насип оло һөйөү балҡытҡан һөймәлекле йән ул. Аҡ болоттарға ҡағылып, улар аша гиҙеүе, офоҡҡа барып тоташҡан ал ләләләр яланы буйлап елеүе лә – һис әкиәт түгел, ысынбарлыҡ. Еңел атлетика буйынса СССР чемпионкаһы, спорт мастеры, ун дүрт йәшендә илдең иң талантлы йүгеректәренең береһе тип танылған Рәзилә Нурлығаян ҡыҙы Ширғәзинаның яҙмышы – ябай ауыл ҡыҙының ҙур спорт күгендә йондоҙ булып балҡыуы хаҡындағы тарих ғәжәйеп яҡтылығы менән арбай.

...«Ауыл ситенән үк башланып киткән ебәк ҡылғанлы ялан – яратҡан урыным. Ялан буйлап ҡылғандай ялдарын ялбыратып сапҡан көмөш тояҡ арғымаҡтар донъялағы иң матур, мөғжизәүи камил йән эйәләре булып күренә миңә. Шул арғымаҡтар ыңғайына елгәндә үҙемде уларҙың береһе итеп тоям: сәстәрем шаян елдә елберҙәй, аяҡтарым ергә теймәй – йүгермәйем, ә осам! Аҡ ҡылғанлы туғай, шул төҫтәге арғымаҡтар, улар менән уҙышыусы мин, бәләкәй ҡыҙсыҡ, һәм беҙгә тиҙлек өҫтәүсе ел бер бөтөнгә әүереләбеҙ. Бәлки, мин элекке тормошомда арғымаҡ булғанмындыр, юғиһә йүгергәндә был хәтлем дә рәхәт булмаҫ ине бит, тип уйлайым шул саҡтарҙа». – Ни өсөн аттарҙы мөкиб­бән китеп яратыуын, уларҙың һомғоллоғон, тиҙлеген, көсөн үҙендә тойоуын Рәзилә буй еткергәс төшөнә­сәк: баҡһаң, ул Йылҡы йылында донъяға килгән, ә кеше тәбиғәтенә йондоҙлоҡ йоғонтоһо ифрат ҙур икән.
Буласаҡ СССР чемпионкаһы Әлшәй районының Раевка ауылында тыуып үҫә. «Урамыбыҙ Раевканың иң осондағы консерва заводы янынан һуҙылғанға күрә, Завод урамы тип атала, – хәтирәләр уны томандар артында ҡалған бала сағына алып ҡайта. – Әсәйем Мөнирә Дәүләт ҡыҙы менән атайым Нурлығаян Нурмөхәмәт улы заманында бөтә илгә данлыҡлы шул заводта эшләне. Дүрт баланың иң бәләкәйе мин инем»...

...Дүртенсе класҡа барған йылда район үҙәгендә спорт мәктәбе асылғас, ҡыҙ Наилә апаһы менән уҡыуҙан һуң бөтә ваҡытын шунда үткәрә башлай. Мәктәп директоры Рафаэль Сәмерханов һәм тренер Азат Шәңгәрәев Рәзиләлә бер кемдә лә булмаған һәләтте күреп, уның менән айырым шөғөлләнә. Ике йылдан республика беренселегендә сығыш яһағанда иһә ҡыҙҙың йәшендәй тиҙлеге Өфө тренерҙарын таң ҡалдыра...

...«Тәү тапҡыр Рәсәй беренселегендә Кисловодскиҙа сығыш яһауым әлегеләй күҙ алдында. 1980 йыл, миңә 14 йәш. Бөтә илдән 18 йәшкә тиклемге иң көслө йүгеректәр йыйылған. Барыһы ла билдәле сит ил фирмаларының кейе­мендә, махсус кроссовкиҙа. Ә минең өҫтөмдә – йәй буйы ауылда кейеп, ҡояшта уңған футболка һәм трико, аяғымда – иҫкереп бөткән кеда, – тип хәтерләй Рәзилә. – Башҡаларҙы нисек уҙып китеүемде лә белмәйем, ҡараһам – фиништамын». Бер километр араны 2 минут 55 секундта үткән Ширғәзина чемпионат еңеүсеһе тип иғлан ителә.
Шул уҡ йылда СССР-ҙың йыйылма командаһына индерелгән башҡорт ҡыҙы иҫәбендәге еңеүҙәрҙең барыһын да барламайынса, бер нисәһенә генә туҡталып үтәбеҙ. 1984 йылда үткән СССР чемпионатында бер километр­лыҡ кросс буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәшкән Рәзилә йәнә еңеүсе тип таныла...
«Хәтеремдә –аҡ ҡылғанлы туғай...»
...1985 һәм 1986 йылғы СССР беренселектәрендә Ширғәзина көмөш миҙалға лайыҡ булһа, 1988 йылда РСФСР Кубогына ярыштарҙа йәнә беренсе урынға сыға. 1993 йылда Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда марафон эстафетаһында Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаған Рәзилә илгә көмөш миҙал килтерә. 1994 йылда Францияла халыҡ-ара ярыштарҙа өсөнсө булһа, шул уҡ йылда Словакиялағы беренселектән алтын миҙал менән ҡайта...

...Совет спортының юғары һөҙөмтәләргә ирешеү алымдары үҙе бер тәғлимәт булған икән, тип ҡуяһың ул заманда спортҡа яҡын кешеләрҙе тыңлап. Мәҫәлән, диңгеҙ кимәленән 1000 метр юғарылыҡтағы Ҡаф тауҙарында урынлашҡан Олимпия базаһындағы күнекмәләрҙән һуң спортсының эске мөмкинлектәре бермә-бер арта. Дөрөҫөрәге, кислород аҙ булған бейеклектә организм файҙаланылмаған ҡеүәтте эшкә егә икән. Бындай әҙерлектән һуң тигеҙ ерҙә ярышҡан йүгеректәр һоҡланғыс күрһәткестәргә өлгәшә. «Мәғрур бейеклектә эргәбеҙҙә генә ялбыр яллы болоттар йөҙә. Мин уларҙы ауылым туғайындағы аттарға оҡшатам. Аҡ болоттар аша гиҙеүемде күптәр әкиәт тип ҡабул итер, моғайын. Ҙур спортҡа килмәһәм, шул мөғжизәүи матурлыҡты күрер инемме? Ә Ҡырғыҙстанда күҙ күреме етмәҫ киңлектәргә һуҙылған ал ләләләр яланы буйлап йүгергәндә һәр күҙәнәгемә күскән гүзәллек әле лә йәнемде наҙлай кеүек, – тип уртаҡлаша Рәзилә Нурлығаян ҡыҙы. – Яҙмышымда еңел атлетика булмаһа, донъямды илаһи нурға күмгән кешене лә осратмаҫ инем, моғайын».
...Олимпия үҙәгендә тәү тапҡыр уны күреүен һис оноторлоҡ түгел: бына ниндәй икән Валерий Криулин – йыйылма командала иң көслө йүгерек, тиҙлеге атылған уҡҡа тиңләнгән чемпион! Данлыҡлы спортсы, баҡһаң, бик ябай, етмәһә, шаян. Артабан һылыу уның эске әҙәбенә, күнекмәләрҙәге рух ныҡлығына таң ҡала. Үҫмер генә күңелендә иң саф хистәр бөрөләнеп, тәү тапҡыр ғашиҡ булыуы хаҡында үҙенән ун өс йәшкә олораҡ Валерий һиҙеп ҡалмаһын, тип ҡото оса. Был турала кемгәлер һөйләү түгел, үҙе лә уйларға ояла ҡыҙ... «Дүрт йылдан һуң команданың бер ҙур еңеүен байрам иткәндә Валерий һаҡ ҡына ҡулыма ҡағылды. Шул көндән һуң беҙ айырылманыҡ...» – тип иң бәхетле минуттары хаҡында бүлешә Рәзилә ханым...

...Тормоштоң татлы табыштарҙан ғына түгел, юғалтыуҙарҙан да тороуын Рәзилә яҡшы белә. Уларҙан йөрәкте күмер итеп көйҙөрмәйенсә, яҡты һағыш менән һуғарылып сығыу ҙа – оло аҡыл. Йәндәй күргән кешеһе яндарында булмаһа ла, йылдар аша күңелендә һис һүрелмәй һаҡланған һөйөү һаман уның барыр юлдарын яҡтырта...
Егерме йылдан ашыу ғүмерен илебеҙҙә ҙур спортты үҫтереүгә арнаған яҡташыбыҙ бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарына физкультура дәрестәре алып бара. Спорттың һаулыҡ, матурлыҡ, яҡшы кәйеф биреүсе, йәшлекте оҙайтыусы көс икәнен раҫлауын дауам иткән Рәзилә Ширғәзинаның исеме Башҡортостан энциклопедияһына индерелгән...
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook