Ғәмле, ғәҙел Ғәҙилә

Ғәмле, ғәҙел Ғәҙилә Исемен уға атаһы һайлай. «Ҡыҙым ғәҙел, кеше араһында һүҙе һәр саҡ үтемле, йөҙө яҡты булһын», – тигән ихлас уй-ниәт менән килгәндер был ҡарарға Мөҙәрис ағай Ғәликәев. Эйе, ғәзиз кешеһенең изге теләктәрен аҡлап, эшһөйәрлеге, саялығы, уҡымышлығы һәм башҡа бихисап матур сифаттары, фиҙакәр хеҙмәте, артылған үрҙәре, яулаған бейеклектәре менән һоҡландырып йәшәй Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова.

Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫә ул. Ҙур, татыу ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы – шуларҙың бишенсеһе. Бала сағы хаҡында ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та хәтирәләр һаҡлай әңгәмәсем: «Юлай ҡустым менән мине урындыҡҡа күлдәктәребеҙҙән бәйләп ултырта ла китәләр. Төйөн ныҡ, сисерлек түгел. Атай менән әсәй эштә, апайҙар һәм ағай мәктәптә тип, көнө буйы бәйле ултырғы килмәй бит инде: күлдәкте төйөнө-бауы менән һыпырып сисәбеҙ ҙә, ололар ҡайтып ингәнсе, шыр яланғас килеш өй тултырып, сыр-сыу килеп уйнайбыҙ. Ә инде бер аҙ ҙурайғас, ҡустыларым икәү булып киткәс, мине лә үҙҙәре менән мәктәпкә ала башланылар. Уҡытыусылар бүлмәһендә эленгән сәңгелдәктә кинйәкәйебеҙ – Айҙар ҡустым ята, дәрестәр бөткәнсе уны мин ҡарайым, әсәйем тәнәфес ваҡытында инә һалып имеҙеп сыға...»

Ғәликәевтар ғаиләһендә белемгә ынтылыш, китапҡа һөйөү ныҡ көслө була. Әсәһе Рәхилә – Баймаҡ районы Темәс ауылының данлыҡлы, уҡымышлы Ирназаровтар нәҫеленән, ғүмерен башланғыс класс уҡыусыларына белем биреүгә арнай. Ә атаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. «Әсәйебеҙ көслө рухлы, сая холоҡло ҡатын ине. Атайыбыҙ йыш ауырығанлыҡтан, күпселек осраҡта донъяны ул алып барҙы. Мин холҡом менән әсәйемә тартҡанмын. Ә атайым әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә һөйөү орлоҡтары һалды. 5-се класта уҡығанымда уҡ «киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласаҡмын» тип, инша яҙыуымды хәтерләйем. Атайыбыҙ сабыр аҡыллы, киң даирәле белемгә эйә кеше, һаулыҡҡа туймауы арҡаһында, бик иртә – 60 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Ә әсәйебеҙ оҙон, бәхетле ғүмер кисереп, 89 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте», – тип ҡәҙерлеләрен оло ихтирам, яратыу, яҡты һағыш менән иҫкә ала Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Үҙән йылғаһы буйындағы дүрткел таштарҙы парта итеп, тиҫтерҙәрен теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнаған ҡыҙ бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетына имтихандар тапшыра. Әммә тәүге ҡаршылыҡҡа осрай: конкурстан үтмәй. Юғалып ҡалмай Бөрйән ҡыҙы, ҡайтып ауылында эш башлай. Сәмләнеп махсус курстарға йөрөй һәм икенсе йылына йәнә баш ҡалаға юл тота. Был юлы һынауҙарҙы уңышлы биреп, мораҙына ирешә.

«Студент йылдарымды һәр саҡ айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алам, – ти ул. – Көслө уҡытыусыларҙан белем алырға, гөрләп торған тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә насип булды. Биш йыл буйы драма түңәрәгенә йөрөнөм, «Тел һуҡмаҡтары» ижади берләшмәһенең старостаһы булдым. Былар, әлбиттә, үҙемә ҡарата ышанысты арттырҙы. 1-се курста уҡытыусыбыҙ Вәли Шәғәли улы Псәнчин беҙҙән инша яҙҙырҙы. Минең эшем иң яҡшыһы булып сыҡты һәм шул көндән ул миңә иғтибар итте. Фән менән шөғөлләнеүгә нигеҙ тап шул ваҡытта һалынды. Артабан аспирантура, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләү йылдары. Кейәүгә сығыу, улыма әсәй булыу бәхетен татыу ҙа тап ошо осорға тура килде».
Ғәмле, ғәҙел Ғәҙилә
1993 йылда Бүләковтар күптән түгел асылған Сибай институтына эшкә саҡырыу ала. Тормош иптәше – филология фәндәре кандидаты Илдус Ҡасим улы менән төрлө йүнәлеш буйынса белем алған студенттарға башҡорт теле нескәлектәрен төшөндөрә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй улар. Әммә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙының күңелендә «их, төбәгебеҙ өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләүсе факультет асылһа ине» тигән хыял йәшәй. 1999 йылда ошо ниәтен төплө нигеҙләп институттың уҡыу советы алдында сығыш яһай. Уның тәҡдиме директор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов тарафынан да хуплау, яҡлау таба. Тиҫтә ярым йыл эшләү осоронда был факультет йөҙҙәрсә юғары белемле белгес әҙерләп сығара, кисәге студенттар араһынан остаздарының юлын дауам итеп, тел ғилеме өлкәһендә танылыу яулай барған йәштәр ҙә бихисап. Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы 17 йыл дауамында башҡорт теле кафедраһының эшен етәкләп, йәш быуынға телебеҙҙең бар байлығын, матурлығын, уны һаҡлау зарурлығын еткереү, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатына тоғро ҡалып, арымай-талмай хеҙмәт итә. Студенттары менән етди темаларға конференциялар үткәрһенме, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштороп, яңы әҫәрҙәрҙе тикшерһендәрме, «БР халыҡтары телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия, урындағы башҡорт ҡоролтайы комитеты ағзаһы булараҡ сығыш яһаһынмы – ғалимәнең һүҙе һәр саҡ урынлы яңғырай, әйткәне сәпкә тейә. Күңелендәге ҡуҙҙан башҡаларға ла осҡон өләшеп, ғәмһеҙҙәрҙе уятып, рухландырып, сәмләндереп йәшәй яусан-даусан ҡыпсаҡ ҡыҙы. Был йәһәттән Бүләковтар ғаиләһен яҡындан белгән билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың фекерен килтереп үтеү урынлы булыр: «Тәрән үҙән тултырып, тыныс ҡына, һәлмәк аҡҡан йылға кеүек Илдус Ҡасим улы Бүләков һәм шул һыу өҫтөндә дөрләп торған усаҡтай Ғәҙилә. Әммә утты ла, һыуҙы ла Хоҙай яратҡан, ерҙәге тереклеккә шуларҙы баш ҡылған, икеһе ике төшөнсәне биргән ике есемде яраштырған, улай ғына түгел, мәңге сиселмәҫлек итеп мөхәббәт төйөнө менән бәйләгән...»

Ана шул ярһыу холҡо, сая рухы тормошоноң һынылышлы мәлдәрендә бөгөлөп төшмәҫкә, ергә ныҡ баҫып алға атларға көс бирә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙына. «Олоғая килә ярһыу хистәр баҫылып, тормошҡа икенсерәк күҙлектән ҡарарға өйрәнәһең икән, йәшлек дыуамаллығын сабыр аҡыл алмаштыра. Һынауҙар кешене сыныҡтыра, түҙем булырға өйрәтә, – ти ул. – Оҙаҡ йылдар Илдус Ҡасим улының ауырыуы менән көрәшәбеҙ, 2007 йылда ул көслө инфаркт кисерҙе. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, рух ныҡлығын һаҡларға, иртәгәһе көнгә өмөт-ышаныс менән бағырға доғалар ярҙам итә».

«Үткән тормошоғоҙға байҡау яһап, нимәнелер үҙгәрткегеҙ килгән саҡтар буламы?» – тип һорайым әңгәмәсемдән. «Әлбиттә, ундай мәлдәр һәр кемдә лә булалыр ул. Илдус Ҡасим улы ла, мин дә үҙебеҙгә бирелгән көс-ҡеүәтебеҙҙе тулыһынса файҙаланып, мөмкинлегебеҙҙе асып бөтә алманыҡ, тип уйлайым. Мәлендә докторлыҡ диссертацияһы яҡламауыбыҙҙы әйтәм. Тағы ла бер үкенесме, әллә тормошҡа ашмаған хыялыммы – ҡыҙ бала һөйөү теләге. Ваҡытында фәнгә әүрәп, бер бала менән сикләндем. Быны ни өсөн әйтәм? Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән баҫманы уҡыусы йәштәргә, бигерәк тә йәш ғалимәләргә фәһем, һабаҡ булһын өсөн. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип бик белеп әйткән ололар. Әммә үкенестәр менән йәшәмәйем, яҙмышыма яҙғанына шөкөр тием. Улым Илнур менән киленем Гөлсәсәк юлыбыҙҙы лайыҡлы дауам итә, икеһе лә – тарих фәндәре кандидаты, ҡасандыр беҙ эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре. Уй-хыялдарыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә улар тормошҡа ашырыр, тип ышанам. Ҡасандыр Илнурым: «Әсәй, ни эшләп докторлыҡ диссертацияңды яҡламайһың?» – тип һорағас, «Улым, һин яҡлаһаң, мин дә үҙемде доктор итеп тойормон», – тигәйнем. Шаяртыу ҡатыш әйтелһә лә, был һүҙҙәремдә дөрөҫлөк бар. Башҡарған эше, биләгән вазифаһы ни тиклем яуаплы, мөһим булмаһын, ҡатын-ҡыҙ барыбер ғаиләһенә, балаһына иғтибарҙы күберәк бүлергә тейеш, сөнки ғаилә бөтөнлөгө, өй ҡото – уның ҡулында. Бер бөртөк улыбыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биреп үҫтергәнбеҙ икән был – әсә кеше өсөн үҙе оло ҡаҙаныш, яҙмыш бүләге. Тормошобоҙҙоң йәме, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе булып ейәнебеҙ Айнур үҫеп килә. Уның бәләкәй генә ҡулдары менән «Өләсәй!» тип ҡосаҡлап алыуы, тәтелдәп хәбәр һөйләүе, арҡаһынан тупылдатып яратыуым күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә. Ошо үҙе бәхет түгелме?! Алла бирһә, киленем ҡыҙ бала һөйөү шатлығы ла бүләк итер әле, тип өмөтләнәм», – ғәзиз әсәй, хөрмәтле ҡәйнә, һөйөклө өләсәй булыу хистәрен татыған, тормошҡа яратып баҡҡан, һәр яңы көнгә шөкөр итеп, рәхмәтле булып йәшәй белгән ағинәй дәрәжәһендәге хөрмәтле ханымдың һүҙҙәре был. Ошо бәхетегеҙҙән яҙҙырмаһын һеҙҙе, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы! Йәш быуынға аң-белем таратыу эшен лайыҡлы дауам итеп, кәрәк урында ғәҙел һүҙегеҙҙе әйтеп, ғәмһеҙҙәргә – ғәм, сәмһеҙҙәргә сәм өләшеп йәшәргә, киләсәктә лә халҡыбыҙға хеҙмәт итергә насип булһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғәҙилә Бүләкова Сибай




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook