Хисле балаһы ул Туҡ-Сорандың
Бәҫен белеп һөйләшкән, моңло тауышлы, йылы ҡарашлы был ханым беренсе күреүҙә үк хәтергә уйылды. Ул саҡта уҡыусыһы Рената Бәҙәмшина Өфөлә үткән халыҡ-ара «Иҙел» йыр бәйгеһендә «Башҡорт эстрадаһы» номинацияһында еңгәс, һүҙ алып сәхнәгә күтәрелгәйне. Мәскәүҙән килгән мөғәллимәнең башҡорт һәм рус телендә матур һөйләүе, киң фекер йөрөтөүе оҡшаны. Быға тиклем исемен ишеткән булмағас, ҡыҙыҡһынып, селтәрҙәге диуарына индем. Шиғырҙарына юлыҡтым. Яҙмаларында – һағыш һәм үкенес, шул уҡ ваҡытта ярылып ятҡан сәм һәм тәүәккәллек, бәхетле булыуҙан бигерәк бәхет булырға ынтылыуы ярылып ята.
...Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Ғабдрафиҡ ауылы ҡыҙы Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы Агееваның өлөшөнә иркә бала саҡ та, ҡыуаныслы көндәр һәм йән тетрәтер һынауҙар ҙа, ижадтан ләззәт татып йәшәү бәхете лә яҙған. Аҡлы-ҡаралы һыҙаттай алмашынған ғүмер юлдары уны сыныҡтырып ҡына ҡалмаған, күңелендә ойоп ятҡан моң даръяһын да урғылтып ебәргән. Ҡәләмде бала саҡтан тибрәтһә, өс-дүрт йыл самаһы элек көйҙәр ҙә яҙа башлаған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, концлагерҙан тере сығып, күңел сафлығын һаҡлай алған атаһы Миңлеғәлләм Ибраһим улы ла шиғырҙар яҙған. Әлфиә ханым апайы Гөлсара менән икәүләп, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына атаһының һәм ауылдаштары – заманында мәктәп директоры булып эшләгән Рәҡип Латип улы Вәхитовтың ижадын бергә туплап, йыйынтыҡ баҫтырған. Балаларына бер ҡаты һүҙ әйтмәгән, «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» кеүек дастандар, әкиәттәр һөйләп күңелдәрен байытып үҫтергән ҡәҙерлеләре рухына инселәнгән рәхмәт булып донъя күргән ул китап. Әсәләре – Башҡортостандың Стәрлебаш районы Айтуған ауылы һылыуы – Гөлнәфис Хәким ҡыҙынан сабыйҙарына сабырлыҡ һәм егәрлелек күскән, үҙе дүрт кластан ары уҡый алмағас, бар теләге ғәзиздәренә белем биреү булған. Әйткәндәй, ғабдрафиҡтар Гөлнәфис апайҙы баҡса үҫтерергә яратҡаны өсөн шаяртып «Мичурин ейәнсәре» тип йөрөткән. Ғаиләлә ете бала тыуып, өсәүһе генә иҫән-һау буй еткергән. Әлфиә араларында хыялға бай, хисле булыуы менән айырылған. Тиктормаҫ ҡыҙ әхирәте Тамара менән ауылдаш әбей-бабайҙарға ашарға бешерә, концерт ҡуя, ағайҙарына эйәреп «һуғыш» уйнай йә бесәйенең ҡашын ҡырып шелтә ала. Бер мәл күктәге һауа шарын тотам тип, арҡаһына ҡаҙ ҡанаттарын бәйләп, аласыҡ башынан осорға итә һәм шатыр-шотор утын араһына барып төшә. Һауаларҙа кәйелергә яҙмаһа ла, тора-бара яҙмыш уға ижад ҡанаттарын кирҙерә...
...Алдараҡ атаһы, былтыр 87 йәшендә әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәкәйенең Яңы йыл байрамына тура килгән ҡырҡын уҡытырға тип, Әлфиә ханым апайы менән Ғабдрафиҡҡа юллана. Ғәжәп, улар үҫкән саҡта гөрләп торған ауылда инде тыуған йортта ғына түгел, хатта клубта ла ут янмай. Тирә-яҡ тып-тын. Әйтерһең дә, әсәләре менән улар үҫкән бәхетле дәүер генә түгел, төбәктең ҡото ла киткән. Был әсе тойғонан аяҙ көндө йәшен атҡандай була, Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы аңы менән уның сатаҡтары аша ырыу көсөнә, ырыу хәтеренә тоташҡандай итә. Бәй, Туҡ-Соран нишләп етемһерәп ятырға тейеш, быуаттар буйы ошо ерҙәр өсөн көрәшкән аҫабаларҙың вариҫтары ҡайҙа? Туҡ-Соранға ингән Александровка, Яңы-Сергиевск, Переволоцк, Красногвардейск райондарында яңы ғына бит әле тормош гөрләп, гармун яңғырап тора ине, хәҙер ул һүнеп ҡалырға тейешме?
Ошо сәфәрҙән, ошо уйҙарҙан һуң Әлфиә апайҙың үҙе һымаҡ рухлы кешеләрҙе туплаған «Туҡ-Соран» берекмәһе барлыҡҡа килә. Быйыл май башында төбәктәге фольклор коллективтарын, йыр-моңдарыбыҙға битараф булмаған милләттәштәрҙе йыйған «Тыуған яҡ шишмәләре» исемле фестиваль гөрләп үтә. Ул Туҡ-Соран башҡорттарының тере булыуына, уларҙы ҡуҙғатыр өсөн бер оран да етеүенә инандыра...
...Ә Мәскәүҙә тынғыһыҙ ижадсы етәкселегендә «Сесен» (Мысыр ғәрәптәре теленән «томбойоҡ» мәғәнәһендә) берекмәһе уңышлы эшләй. Ойошма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәгән, Башҡортостандан, Ырымбурҙан сыҡҡан ижадсыларҙы берләштереп, ҡәләмдәренә йән өрөп тороусы терәккә, башҡа халыҡтар алдында башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен танытыусыға әйләнгән...
...«Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмер – үҙе бәхет. Сәләмәтлеге булған әҙәмдең мөмкинлектәре сикһеҙ. Башҡаларҙы ҡыуандыра алһаң, яҡындарың иҫән икән, – шул да бәхет. Ижадым миңә ҡанат ҡуя», – ти Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы. Бөгөн уның байтаҡ йырҙарын Гнесиндар исемендәге музыка академияһы аспиранты Рената Бәҙәмшина, яңыраҡ Ырымбурҙа барлыҡҡа килгән «Туҡ-Соран» вокаль ансамбле башҡара. Әле Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева менән дә йырҙар әҙерләнә. Шиғырҙары ла ташҡа баҫыла. Хеҙмәт көндәрен балалар уҡытыуға арнаған мөғәллимә күңелен әҫәрҙәр, көйҙәр ижад итеп, «Сесен» студияһында йөрөгән ҡәләмдәштәре менән аралашып, улар менән төрлө саралар үткәреп үҫтерә. «Тормош һынауҙар ебәреп тора. Булһын, иң мөһиме – мин яңғыҙ түгел. Туҡ-Сораным, балаларым, дуҫтарым бар. «Сесен»дең әүҙем ағзалары, һәр эштә ярҙам итергә әҙер Алһыу Буш, Рената Бәҙәмшина, Зәбидә Хәзиева, Гүзәл Хөснөтдинова, Шәмсиә апай Нагаеваларға, Гөлсара апайыма рәхмәтлемен. Берекмәбеҙ, яңы маҡсаттар ҡуйып, эшен дауам итә. «Сесен» төрлө халыҡтарҙың оҡшаш ойошмалары менән берлектә күп сараларҙа ҡатнашып, милләтебеҙҙе баш ҡалала танытырға ынтыла. Минең, башҡорт телендә уҡымаған, тарихын һәм әҙәбиәтен тәрән белмәгән кешенең, ошо эштәрҙе башлап йөрөүем кемгәлер, бәлки, сәйер ҙә тойолалыр. Әле күп уҡыйым, күҙем асыла бара. Башҡа милләттәр әҙәби саралар үткәрә, улар араһында ниңә беҙҙеке лә булмаҫҡа тейеш һуң? Был тәү сиратта миңә кәрәк, шуға тотонғанмындыр. Былтыр «Татар милли үҙәге»ндә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа арналған кисәгә ҡунаҡ булараҡ ҡатнашырға саҡырғастары, был сараны бит беҙ үткәрергә тейеш, тип сәмләнеп ҡайттым. «Сесен» шулай барлыҡҡа килде», – ти әңгәмәсем.
Тормошта ла, ижадында ла ихласлыҡҡа баш һалып, йөрәк ҡушҡанса йәшәргә ынтыла ул. Ошо түгелме ни ысын азатлыҡ?!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәскәү.

Теги: