«УТ ЙОТҠАН ЗӨЛФИӘ»

Саялыҡ һәм тапҡырлыҡ, баҫалҡылыҡ һәм зирәк аҡылдың бер кешелә һыйышып йәшәүенең өлгөһө ул. Ошондай ҡатындарға «сабып барған атты туҡтатыр, янып торған өйгә инер» тигән билдәләмә бирәләр. Теле менән дә әүрәтер, аҡылы менән дә арбар, донъя йөгөн дә тигеҙ тартыр, иренә лә ярар, балаларын да матур бағыр. Әлбиттә, уны бар яҡтан да өлгө итеп ҡуйырға ла, бөтмөрлөгөнә мәҙхиә йырларға ла йыйынмайбыҙ. Уңған ҡатындарыбыҙ гөлләмәһендә үҙенсә генә балҡыған, нур һибеп яҡтырған бер сәскә ул. Эсендә дөрләр утын, сәмен, саялығын самалап: «Анау һеҙҙең ут йотҡан киленегеҙ...» – тип тел шартлатыуҙары ла юҡҡа түгелдер.

«УТ ЙОТҠАН ЗӨЛФИӘ»

... Зөлфиә Өмөтбаеваның уҡытыусы һөнәрен һайлауына атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурфәиз Зәбир улының күптәнге хыялы сәбәп булғандыр. Ғүмерен төҙөлөш эшенә бағышлаған Нурфәиз олатай менән Зәйтүнә инәйҙең алты балаһының һәр береһе тиерлек төҙөүсе һөнәрен үҙ иткән. Зөлфиә лә апай-ағайҙары һымаҡ күптән инде төҙөүсе булырға ниәтләгән. Әммә утты, һыуҙы кискән уҙаман иркә, һөймәлекле ҡыҙын уҡытыусы йә табип итеп күрергә теләй.
Зөлфиә ата һүҙен кире ҡаҡмай, Сибай педучилищеһына имтихан бирергә бара һәм тап ошо ваҡытта «ҡала балаларын уҡырға алмаҫҡа» тигән фарман сыға. Ауылға уҡытыусылар кәрәк, ә ниндәй ҡала балаһы ауылға барырға риза булһын, тигән изге ниәтте күҙ уңында тотоуҙары аңлашыла, ләкин...
Күпте күргән һуғыш ветераны, байрам костюмына орден-миҙалдарын тағып, был фармандың бөтөнләй урынһыҙ икәнен кәрәкле кешеләргә аңлатырға бара – уның яратҡан ҡыҙына һәм башҡа ҡала балаларына ла педучилище ишектәре асыла. «Атай-әсәйемдең миңә дөрөҫ йүнәлеш биреүенә рәхмәтлемен, сөнки эшемде бик яратам һәм башҡа һөнәр эйәһе итеп үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем», – ти Зөлфиә...

...«Ҡала ҡыҙының ауыл мәктәбенә йүнәлтмә һорап эшкә ҡайтыуына Баймаҡ районы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың ғәжәпләнеүен бөгөнгөләй хәтерләйем», – ти Зөлфиә.
Ҡәйнә-ҡайныһы Бибиниса менән Рәхимйән Исхаҡовтар Төркмән ауылында абруйлы, эшһөйәр, татыу ғаилә булып танылған. Зөлфиә ошо ишле нәҫелгә килен булып төшә. Ҡайнағаларына, килендәштәренә хөрмәт күрһәтеүе, үҙе бер эштән дә ҡурҡмауы менән ихтирам яулай. Ауылға ғына хас йорт-ҡура мәшәҡәттәрен бик үк төшөнөп етмәгән ҡала ҡыҙына белдекле килен булып китеүе анһат та булмағандыр. Ул әле лә беренсе тапҡыр тауыҡ йолҡҡанын көлөп иҫкә ала.
Тәүге балаларын көткән мәлдә Рим Рәхимйән улын ике йылға армия сафына алалар. Зөлфиә һағыныуына түҙә алмай, Волгоград өлкәһенә, иптәшенең хеҙмәт иткән еренә юллана. Ләкин көн боҙолоу сәбәпле, самолет Кавказдағы бер ҡалаға төшә, һәм дүрт көн буйы һауаға күтәрелергә рөхсәт ителмәй. Хәҙерге көн дә Зөлфиә шул ваҡиғаны хәтерләп, үҙ-үҙенә аптырай. Нисек яңғыҙы сит ергә барырға баҙнат иткәндер?..
Фәриҙә КӘРИМОВА,
Мәймүнә БҮЛӘКОВА
.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook