Уның изге йөрәге
...Мин бер ваҡыт Хәбирәнән: «Үҙеңде ниҙән хәтерләй башлайһың?» – тип һораным. Хәбирә уйлана бирҙе: «Сәңгелдәктә ултырам. Сәңгелдәк, моғайын, минән һуң тыуған ҡустым Азамат өсөн тағылған булғандыр. Ағайҙар шуны көс менән ныҡ итеп тирбәтә, ә мин осоп төшмәҫ өсөн, сәңгелдәк тирәсенә сытырлап йәбешкәнмен». Эйе, эйе... Сытырлап... осоп төшмәҫ өсөн. Күрәһең, был сифат уға ҡан-нәҫел аша бирелгән. Тормоштоң көрәш, еңеүҙәрҙең тырышлыҡ аша килгән бәхет икәнен аңламаһа, әлбиттә, ул рус филологияһы бүлегендә уҡыуҙан тәүге семестрҙа уҡ «осоп» төшөп ҡалыр ине. Артабан да шулай: радионан уны «Тамыр» балалар студияһына саҡыралар. «Тамыр»ҙың тәүге директоры Луиза Фархшатова булһа, тәүге редакторы – Хәбирә. Ул саҡтағыса әйткәндә, Хәбирә Кәримова. Эш еңелдән булмай. Башҡортса һөйләшә белгән балалар һирәк. Уларҙы берәмләп сәнғәт институтының дөйөм ятағынан таба Хәбирә. Ул ярты юлда туҡтай торғандарҙан түгел – яңы эшкә лә сытырлап йәбешә. Үҙе янына эшлекле Дилара Зарипованы саҡыра, тырыш, яғымлы Янис Рамазановты таба. Балалар тапшырыуҙары ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк була бара. Луиза Фархшатова: «Хәбирә Таймырҙа ла «Тамыр» аса торған кеше ул», – ти ғорурлыҡ менән.
1993 йылда Хәбирәне Стәрлетамаҡ муниципаль телевидениеһына баш мөхәррир итеп саҡыралар. «Луиза Фархшатованың мәктәбен үткәндәр бер ерҙә лә хур булмай ул», – тигән лаҡап йөрөй ул саҡта. Тәжрибәле белгес Стәрлетамаҡ телевидениеһына яңы һулыш өҫтәй, һөнәри йәһәттән талап ителгән барлыҡ яңылыҡтарҙы ла индерә. Тағы шуныһы: ул үҙенең тәүге мөхәббәте Камил Хәмиҙуллинды осрата.
– Һин... тормошта түгелһеңме ни? – тип һорай егет ҡыҙҙан.
– Юҡ.
– Ниңә?
– Һиңә еткән егет осраманы. Ә һин... өйләндеңме?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Һине онота алманым...
«Аҡ тирәк, күк тирәк», «Автограф», «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ», «Алтын тирмә» тапшырыуҙары мөхәррире Хәбирә Хәмиҙуллина хаҡындағы мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡый алаһығыҙ.

Таңсулпан ҒАРИПОВА.
«Аҡ тирәк, күк тирәк», «Автограф», «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ», «Алтын тирмә» тапшырыуҙары мөхәррире Хәбирә Хәмиҙуллина хаҡындағы мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡый алаһығыҙ.
Теги: