Донъяны ҡотҡарыр матурлыҡ һәм батырлыҡ

Донъяны ҡотҡарыр матурлыҡ һәм батырлыҡПолицияла эшләү ир-атҡа ғына хас, тиһәк тә, хоҡуҡ, тәртип һаҡлау органдарында егеттәрсә таһыллыҡ, һалҡын аҡыл, ныҡлылыҡ менән айырылып торған гүзәл заттарыбыҙ ҙа байтаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының һорау алыу бүлексәһе дознавателе Айгөл Фәрит ҡыҙы Мәҡсүмова – полиция һөнәренә тоғро, ҡыйыу һылыу заттарҙың береһе.

Енәйәт ҡылынған урынға беренселәрҙән булып тәүһорау алыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре саҡыртыла. Шуға хоҡуҡ боҙоуҙың кем тарафынан ҡылыныуын асыҡлауҙа кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр табыусы дознавателдең эше оло мәғәнәгә эйә.

«Беҙҙең эштә кескәй генә мәғлүмәт тә, ваҡ-төйәк деталь дә мөһим роль уйнай. Һорау алыу хеҙмәте енәйәтте асыҡлау һәм тикшереү менән шө­ғөлләнә. Тормошта ниндәй генә ваҡиғалар булмай. Һин үҙеңде ошо ауыр хеҙмәткә бағышлағанһың икән, зарланмай ғына, үҙ йөгөңдө лайыҡлы тартырға тейешһең. Таң, эңер, төн уртаһы тип тормай, саҡырыуҙарға ла тиҙ генә барып етергә кәрәк. Әгәр һөнәреңде яратмаһаң, кешеләргә ярҙам итеүҙе тормошоңдоң мөһим бер өлөшө тип ҡабул итмәһәң, ул хәтлем дә эшкә мөкиббән, фиҙакәр булыу мөмкин түгелдер», – ти хоҡуҡ белгесе.

Айгөл үҙе – Өфө ҡыҙы. Ата-әсәһе Фәрит Ғүмәр улы менән Лилиә Карамзин ҡыҙы ла Өфөлә тыуып, гүзәл баш ҡалала ярты быуаттан ашыу ғүмер кисергән. Береһенән-береһе һылыу, егәрле, отҡор өс ҡыҙға атай-әсәй булып, уларға үҙ ихтыярҙарына, күңел талаптарына ярашлы һөнәр һайларға ярҙам итеп, тормошҡа аяҡ баҫтырған.

«Беҙҙең нәҫелдә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр юҡ. Шуға 9-сы кластан һуң Өфө иҡтисади-хоҡуҡ техникумының юридик факультетына уҡырға инеүем бәләкәйҙән йөрәгемдә йөрөткән хыялымды ғәмәлгә ашырырға тырышыуым арҡаһында килеп сыҡты. Әммә үҙем һайлаған һөнәрҙең шул хәтлем дә ауыр, ҡатмарлы, күп ҡырлы икәнен ул ваҡытта күҙ алдына ла килтермәгәйнем. 2003 йылда техникумды тамамлағас та, милицияға эшкә урынлаштым», – ти Айгөл.

Мөләйем йөҙлө, яғымлы тауышлы, тәрбиәле һәм тәү ҡарашҡа уғата баҫал­ҡы тойолған ҡыҙсыҡтың күкрәгендә көслө, аңлаусан, ҡурҡыу белмәҫ сая, ҡыйыу йөрәк типкәнен күптәр аңғармай тәүҙә. Ун һигеҙ генә йәшлек һылыу­ҙың полиция хеҙмәтендә үҙ-үҙен аямайынса, тырышып, йән көсөн һалып эшләүе, хоҡуҡ өлкәһендәге һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһынып, белемгә һәм тәж­рибә туплауға ынтылыуы, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалмай. Айгөлдөң иң ауыр эштәрҙе лә үҙ иңенә алып, уны энәһе­нән ебенә тиклем тикшереү, тәфсирлек, ентеклелек, етдилек, кешеләр менән дөрөҫ аралаша белеү оҫталығын һәм һәр мәсьәләгә үҙ фекере барлығын күр­гән хеҙмәттәштәре уға һөнәри уңыш юрай. Эйе, ышаныстарын һынатмай Айгөл Фәрит ҡыҙы – ситтән тороп Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек академияһын тамамлай.

Эштә ҡаҙаныштарға өлгәшеүе менән бер рәттән, шәхси тормошон да ҡорорға өлгөрә гүзәл ҡыҙ. Ул өйҙә – наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсә һәм егәрле хужабикә лә. Етди форма йөрөткән погонлы ҡыҙҙы йәре итеп һайлаған батыр ир-егеткә һөйгәненең күп көс, ваҡыт һәм иғтибар талап иткән һөнәрен дә аңлап ҡабул итергә тура килә. Улдары Роман быйыл беренсе класҡа уҡырға төшкән. Отҡор һәм шаян малайҙың әсә һөйөүенә һәм иғтибарына айырыуса мохтаж сағы. Ярай әле өләсәһе менән олатаһы ярҙам итә, юғиһә йәштәргә ғаиләгә лә, карьераға ла тейешенсә иғтибар бүлеү ауырға тура килер ине.

«Ал-ял белмәй, үҙеңде йәлләмәй, «эҫе эҙҙәр» буйлап тиҙ һәм дәррәү эшләгәндә генә, һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Һуңғы арала уғрылыҡ, сумка, кеҫә телефоны урлау кеүек енәйәттәр йышайҙы. Еңел аҡса артынан ҡыуып, яҙыҡ юлға баҫа күптәр. Тән йәрәхәттәре алыусылар, көнкү­рештә йәберләнгәндәр мөрәжәғәт итә. Ялҡынлы мөхәббәт тә ҡайһы берҙә ғазапҡа килтерә. Бер егеттең, һөйгәнен юғалтыуҙан ҡурҡып, уны ҡаты язаға тарттырыуы күңелемде иң тетрәткән ваҡиға булып хәтеремдә ҡалған. Күршеләренә йәки берәй танышына юҡ-бар ғәйеп яғып шылтыратыусылар ҙа бар. Ундайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән көсөбөҙҙө, ҡәҙерле ваҡытыбыҙҙы юҡҡа сарыфлай. Ә беҙ һәр эште асыҡларға, тикшерергә тейеш. Етди ваҡиғаларға, енәйәтселекте иҫкәртеүгә күберәк ваҡыт бүленһә, яҡшыраҡ булыр ине», – ти өлкән лейтенант, эшенә бәйле борсолоуҙарын бәйән итеп.

Айгөл Мәҡсүмова кеүек тормошто йәмләгән, ғаиләһен һөйөү ҡото менән һуғарған һәм батыр йөрәге, тәүәккәллеге, фиҙакәрлеге, эшһөйәрлеге менән донъяла ғәҙеллек, тәртип урынлаштырыуҙы үҙ бурысы итеп алған аҫыл һылыу заттарыбыҙ күбәйә, Аллаһҡа шөкөр. Полиция көнө айҡанлы был еңел булмаған эште үҙ иңенә алған ханымдарҙы ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, уңыш һәм бәхет теләйбеҙ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook