Кешеләр ҙә – йылға кеүек...
Кешеләр ҙә – йылға кеүек...
Берәүҙәр, тау йылғаһылай, ажғырып, таштан-ташҡа сайҡалып, сәсрәп аға. Ә икенселәр, ағышынан кинәнес табып, талғын ғына алға ынтыла. Сайпылмағас, һыуы ла һәр саҡ мөлдөрәмә тулы уның, эргә-тирәһен тылсым шифаһы менән һуғарырға ла ҡеүәте етә. Шундай талғын, әммә ҡеүәтле йылғаға оҡшаған Наилә Жәүит ҡыҙы. Уның балаларына, туғандарына мөнәсәбәте, һәр береһенә йән йылыһын йәлләмәй өләшеүе һоҡландыра.
Матбуғатҡа байтаҡ ғүмерен бағышлаған хеҙмәттәшебеҙ Наилә Саҙрыеваның “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләүенә 39 йыл тулып киткән. Республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре яңыраҡ үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. “Башҡортостан ҡыҙы” тарихында нисә баш мөхәррир булған, барыһы менән дә эшләү бәхете яҙған уға. Журналдың бөтә иҫтәлеген күңелендә һаҡлаған, редакция тупһаһы аша атлап үткән арҙаҡлы, бөйөк шәхестәрҙең йән серҙәрен дә йөрәгендә йөрөткән тере тарих тип тә әйтергә була үҙен.
Яҙмыш, әсе һынауҙар ебәреп, ниндәй генә ҡаршылыҡтарға дусар итмәй, әммә бар кисерештәрҙе лә лайыҡлы күтәрә миһырбанлы ханым. Һәр нәмәне ыңғайға йөпләп, шаярыуға бороп ҡуя торған ғәҙәте лә һыр бирҙертмәгәндер. Эштә – өлгөр, яғымлы, сабыр, киң күңелле хеҙмәткәр, ә өйҙә, балаларын, ел-дауыл ҡағылдырмай, ҡарсығалай ҡурсалаған көслө, хәстәрлекле, наҙлы әсәй ул. Һөйөклө тормош иптәшенең ваҡытһыҙ һәләкәтенән һуң, ике улын, Азат менән Наилде яңғыҙына тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырырға тура килә уға. Бәләкәстән атай һөйөүенән мәхрүм малайҙарҙы лайыҡлы ир-егет итеп оло тормош һуҡмағына сығарыр өсөн яңғыҙ әсәгә күпме йән көсө, тырышлыҡ, рух ныҡлығы, түҙемлек талап ителгәнен күҙ алдын килтере∆е ауыр, әлбиттә. Өлкәнәйгән әсәһен, Мәлихә апайҙы ла, Әлшәй районынан үҙ янына күсереп, һуңғы көнөнә тиклем ауырһынмай ҡараны.
Наилә Жәүит ҡыҙы бөгөн ысын мәғәнәһендә үткән юлы һәм татыу, берҙәм ғаиләһе менән ғорурлана ала. Азат менән Наил, баш ҡалала үҫеүгә ҡарамаҫтан, башҡортса рәхәтләнеп һөйләшә. Балаларында туған телгә, әҙәбиәткә, ғөмүмән, белемгә, хеҙмәткә, тормошҡа һөйөү тәрбиәләй алыуы менән дә күп әсәләргә өлгө. Уландарына яҡшы тәрбиә, юғары белем биргән. Әлеге көндә Азат – “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә матбуғат үҙәге етәксеһе. Наил торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында эшләй. Өлкәне Азат кәләше Эльвира менән, үҙ мөйөштәрен булдырып, айырым сыҡты. Улар әсәләренең күркәм юбилейына Әминә исемле матур ейәнсәр ҙә бүләк иткән. Әле Наилә апай Наил улы һәм Регина килене менән йәшәй. Балаларының, үҙҙәренә лайыҡлы иш табып, бәхетле ғаилә ҡороуҙарына һөйөнә әсә.
Һаман да йәшәү дәрте ташып торған, асыҡ күңелле, хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙгә иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәләмендә ҡөҙрәте
Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, беҙҙең тағы бер мөләйем хеҙмәткәребеҙ – Альмира Кирәева ярты быуатлыҡ матур юбилейын ҡаршылай.
Хеҙмәт юлын Әлшәй районы гәзитендә хәбәрсе булып башлаған Альмира Рафиҡ ҡыҙы бөгөн республикабыҙҙағы абруйлы журналдарҙың береһе – “Башҡортостан ҡыҙы”нда сәйәсәт һәм социаль мәсьәләләр бүлеген етәкләй.
Яғымлылығы, кеселеклеге, һәр күренеште төптән уйлап, анализлап, оҫта сағылдыра алыуы менән дә мәртәбәле уның ҡәләме. Очерктарында, һүрәтләүҙәрендә һәр геройының яҙмышын, күңел ғазабын йөрәге аша үткәреп, үҙенсәлеген тотоп алып, уларҙы үҙҙәре лә белмәгән яҡтан асып, йондоҙ итеп балҡытыу һәләтенә эйә. Ҡатмарлы, мөһим мәсьәләләрҙе лә ябай тел менән төрлө ваҡиғалар аша ситләтеп әйтә белеү оҫталығы хас уға. Нәфис сағыштырыуҙар, йәнле һүрәтләүҙәр ҡулланып яҙылған мәҡәләләре, иң нескә күңел ҡылдарын сиртеп, хистәрҙе ҡуҙғыта, тормош хаҡында уйланырға саҡыра, бәхәскә урын ҡалдыра. Һүҙ ҡөҙрәтенең көсөн яҡшы тойған һәм эшендә кинәнеп файҙаланған һәләтле лә, тәжрибәле лә журналистың һәр хеҙмәт емеше журнал уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу һәм шаңдау уята. “Мәҡәлә уңышлы килеп сыҡһын өсөн, теманы ентекле өйрәнеүҙән тыш, геройыңдың тулҡынына көйләнеү, уның тәрән уй-кисерештәре донъяһына күсеү мөһим. Тора-бара уларҙы аңлай, ярата, яҡлай башлағаныңды үҙең дә аңғармай ҡалаһың. Һуңынан бер ауыр һүҙ ҙә тейҙерге килмәй. Әйтерһең, улар хаҡындағы хәтирәләр йөрәккә яғыла бара, барыһы ла ҡәҙерле һәм мөһим була башлай”, – ти бүлек мөхәррире, эшенең иң нескә серен асып.
Альмира Рафиҡ ҡыҙының ғаиләһе лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Тормош иптәше Заһит Ғәббәс улы менән бергә татыу ғүмер итеүҙәренә – егерме һигеҙ йыл. Улдары Нур, БДУ-ның Хоҡуҡ институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй. Кәләше Регина менән Әмирә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Альмира апай һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, егәрле килен, аңлаусан ҡәйнә, донъяһын илаһи нурға сорнаған ҡәҙерле ейәнсәре Әмирәнең бәхетле өләсәһе лә ул хәҙер. Альмира апайҙың тағы бер маһирлығын әйтеп үтмәй булмаҫ: ул – милли аштарыбыҙ оҫтаһы, бешергән ит, емеш-еләк бәлештәре, ғөбәҙиәләре һәр саҡ телде йоторлоҡ була.
Күңелендә яҡты хыялдар йөрөткән, маҡсатҡа ынтылыусан, изге күңелле Альмира Рафиҡ ҡыҙына бөтә өмөттәренең дә ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ. Артабан да матур, йөкмәткеле мәҡәләләре менән журнал уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырһын!

Теги: