Ниндәй төҫтә һуң һин, бәхет?

Ниндәй төҫтә һуң һин, бәхет? Йәйҙең бер матур иртәһендә редакциябыҙға һөйкөмлө ҡунаҡтар килеп инде. Төркиәнән Арзу ханым Ураллы Ротмайер, уны оҙатып йөрөүсе «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Айгөл Әхмәҙиева һәм радиожурналист, тәржемәсе Сәмиға Ғафаровалар менән бергәләшеп йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Түңәрәк өҫтәл артында ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған бер мәсьәлә лә ситтә ҡалманы, ахырыһы. Бигерәк тә, Төркиә ҡунағының нәҫел-нәсәбе Башҡортостандан булыуын белеү, уның тормошон тәрәндәнерәк өйрәнеү теләген уятты.

Ҡәрҙәштәрен эҙләп, аталарының тыуған еренә килеп төшкән дүрт бер туған Ураллылар хаҡында бер нисә йыл элек матбуғатта яҙылғайны. Эрол, Өзәр бейҙәр, Арзу һәм Ниһәль ханымдар – революция ғәрәсәте арҡаһында яҙмыштары ҡырҡа боролош алған, ғәзиз тыуған ерҙән айырылырға мәжбүр меңәрләгән башҡорттарҙың береһе Әхмәт Мәхмәт улының (Мөхәммәт йәки Мәхмүт булыуы бик ихтимал) балалары. Әхмәт заманына күрә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы кеше булған. Мәскәүҙә медицина институтында белем алып йөрөгән ваҡытында, илдә сыуалыштар башланғас, Санкт-Петербургља, яҡын дуҫы янына юлланыуы хаҡында билдәле. Үҙаллылыҡ яҡлыларҙы эҙәрлекләү башланғас, ул да ун туғыҙ ғына йәшендә сит илгә ҡасырға мәжбүр була. Бик күп ер-һыу үтеп (Япония, Малайзия, Һиндостан, Афғанстан һ.б.), төрлө ерҙә туҡтап эшләй, йәшәй торғас, Төркиәгә барып төпләнә. Иранда уның Риза Шаһ Пәхләүи һарайында ил башлығының шәхси именлеген һаҡлаусы булып биш йылға яҡын эшләүе мәғлүм. Юғары етәкселекте һаҡлау кеүек мөһим эш теләһә кемгә тапшырмағанлығын иҫәпкә алғанда, уның үҙ дәүере өсөн алдынғы ҡарашлы, отҡор һәм кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән булыуын аңларға була. 1925 йылда Төркиәнең Ыгдыр ҡалаһына барып урынлаша. Урынлаша тигәс тә, уны бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай. Тәүҙә таможня хеҙмәтендә эшләй. Ҡуртымға ҙур майҙанлы ер алып, төрлө емеш-еләк ағастары ултырта. Өйләнә. Балаһына бер йәш тигәндә, ҡатыны һәләк була.

«Ҡайғынан аңҡы-тиңке булып йөрөгән атайыма олатайым, йәғни әсәйемдең атаһы мөрәжәғәт итә. Бәләкәй балаң бар, уға ҡарау кәрәк, берәү ҙә һиңә йәш ҡыҙын бирергә теләмәҫ, әйҙә, минең ултырған ҡыҙымды ал, тип димләй. Ул саҡта әсәйемдең саҡ егермеһе генә тулған була. Улар тәүгә үҙ туйҙарында күрешә. Әсәйем башта атайымды ҡайныһы тип уйлай. Уның яулығын күтәреп, йөҙөн асҡас ҡына ире икәнен аңлай. Атайым әсә­йемдән утыҙ йәшкә олораҡ була. Ул әсәйемде, бер ауырлыҡ күрһәтмәй, шул тиклем ҡәҙерләп йәшәткән. Ныҡ ихтирамлы, кешелекле булғаны өсөн әсәйем дә уны өҙөлөп яратҡан. Әсәйем атайымдың тәүге ҡатынынан тыуған улын үҙенекеләй күргән. Бер-бер артлы уртаҡ дүрт улдары булып киткән. Араларында ҡыҙҙар тыуһа ла, ниңәлер оҙаҡ йәшәмәгән. Шуға атайым, их, ҡыҙым булһа ине, тип теләгән. «Арзу» һүҙе төрөк телендә «теләк» тигәнде аңлата, мин тыуғас, ул, ҡыҙым бик теләп алынған бала, исеме Арзу булһын, тигән. Донъяға килгәнемдә атайыма 65 йәш булған, ә кесе һеңлем Ниһәль уға 69 йәштә тыуған. Ниһәлгә бер йәш тигәндә, атайым вафат булған. Мин уны ныҡ хәтерләмәһәм дә, гел иркәләтеп, ҡосағында алып йөрөгәне иҫемдә. Атайым үтә йомарт кеше булған. Әсәйемә гел генә, Зөһрә, ниндәй ризыҡ бар, барыһын да өҫтәлгә ҡуй, бөгөнгөһө бөгөнгә булһын, иртәгә Хоҙай тағы ла етерлеген ебәрер, уның ҡөҙрәте киң, тип, килгән кешенең күңелен күреп, һыйлап ҡайтарырға яратҡан.

Әсәйем – әзербайжан ҡыҙы. Уларҙың нәҫеле лә революция ваҡытында Төркиәгә күсенгән. Шуға күберәк әсәйҙең туғандары менән аралышып йәшәнек. Атайым кеше ҡулы аҫтында эшләргә яратмаған, бер аҙ хеҙмәт иткәс, таможняны ҡалдырып, сыр һәм аҡ май етештереү буйынса үҙ заводын асып ебәргән. Шулай уҡ баҡсаһындағы емеш-еләкте һатып, арыу ғына табыш алған. Уны белеүселәр, ныҡ тырыш кеше ине, күптәргә ярҙам итте, Хоҙай шуның өсөн үҙен охмахтан айырмаһын, тип хәтергә ала.
Ағайымдар үҫеп, төрлө ерҙә белем алып, ҙурыраҡ ҡалаларға таралды. Беҙҙе, кесе туғандарын да, үҙ ҡанаттары аҫтына алып, уҡытып сығарҙылар. Баҡсаны тәүҙә ҡуртымға биреп торҙоҡ, тик уны яҡшылап ҡараманылар. Шунан һатырға тура килде, төшкән аҡсаһы барыбыҙға ла берәр өй һатып алырға етте. Әсәйем миңә гел ҡыҙыма атаћы һымаҡ үҙенән оло, хөрмәт итеп торған кейәү осраһын ине, тип теләне. Ун ете йәшемдә, табип һөнәрен алған ағайыма эйәреп, Германияға сығып киттем. Икенсе донъя һуғышынан һуң күп кенә төрөктәр, Германияны күтәрешер өсөн, шунда эшкә юлланды. Дөрөҫөрәге, квота бүлеп, немецтар үҙҙәре юл хаҡына тиклем түләп саҡырып алды. Күптәребеҙ шунда ҡалды. Хәҙер Германияла инде өсөнсө быуын төрөктәр йәшәй. Ағайымдар кире ҡайтты, мин ерегеп киттем.

Барыу менєн эш тә, фатир ҙа бирҙеләр. Косметология йүнәлешен һайланым, тырышып эшләнем. Ҡырҡ йәшемә ҡарай үҙ салонымды астым, һуңыраҡ клиникаларҙы тағы ла арттырҙым. Ҡара тырышлыҡ атайҙан киләлер. Шуныһы ҡыҙыҡ: Германияла хужалар ҙа хеҙмәткәрҙәре менән ҡуша ең һыҙғанып эшләй, ә Төркиәлә улар бойороҡ биреп кенә ултыра.

Кейәүгә ҡырҡтан һуң барҙым, немец халҡының күбеһе шулай һуң ғаилә ҡора. Иртә тормошланған кешеләргә аптырап ҡарайҙар, тиһәң дә була. Әсәйемдең доғалары ҡабул булды, иптәшем минән ун һигеҙ йәшкә оло. Уның холҡо ла тап атайымдыҡы һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр ише бер-беребеҙгә тәү күреүҙән ғашиҡ булманыҡ, оҙаҡ таныш булып, һынашып өйләнештек. Иремдең миңә ихтирамлы булыуы оҡшай, теләктәремде, ихтыяждарымды үҙенекенән алға ҡуйғаны өсөн, мине яратыуына ҡарағанда ла, нығыраҡ яратамдыр. Егерме ике йыл бергәбеҙ, шул йылдар дауамында иптәшем мине бала һымаҡ ҡәҙерләп йәшәтә. Арып ҡайтһам, ҡулдарымдан тотоп, йәлләп йыуата, етәкләп карауатҡа илтә, йылы сәй йә һөт килтерә, хәлемде, тойғоларымды белешеп тора.
Мин аңлы рәүештә бала табыуҙан баш тарттым. Германияла һирәктәр генә бәпес алып ҡайта. Хатта былай барһа, уларҙың нәҫеле, милләте бер килеп юҡҡа сығыр, тип тә уйлайым. Алмандарҙың (немецтар) сабый тип иҫтәре китеп бармай, шуға кескәйҙәрҙе һөймәгән йәмғиәттә бала табып үҫтергем килмәне. Баштан уҡ бер-беребеҙ өсөн йәшәргә һүҙ бирештек. Төркиәлә, киреһенсә, иҫтәре китеп бала яраталар, шуға үҙем теләп әсәй булмауыма аптырап ҡарайҙар.

Илле йәште үткәс, артабанғы ғүмеребеҙгә ошоғаса тапҡан малыбыҙ, йыйған аҡсабыҙ етә, тип эште ташланыҡ. Сәйәхәт итә башланыҡ, донъяның байтаҡ илдәрендә булып, Ер шарын әйләнеп сыҡтыҡ. Хәҙер Төркиәнең Анталья ҡалаһында торабыҙ. Тормошом күңелле, сағыу. Кешеләр менән күп аралашам, әхирәттәремә косметология буйынса бушлай хеҙмәттәр күрһәтәм, йыйылышып йога менән шөғөлләнәбеҙ. Иптәшем дә, мин дә сәләмәт тормош алып барабыҙ, күберәк емеш-еләк менән туҡланабыҙ. Әммә мин итте лә яратам, күңелең теләгән нәмәне лә ашарға мөмкин, тип иҫәпләйем. Организм нимә кәрәклеген үҙе белә, сама ғына кәрәк. Аҡсам етерлек булһа ла, пластик операциялар яһатмайым. Тәбиғи булып ҡалыуға етмәй, шулай ҙа үҙемде тәрбиәләргә онотмайым.

Туғандарым менән тығыҙ аралашабыҙ. Беҙ, Ураллылар, хәҙерге көндә ағайҙарым, еңгәләрем, уларҙың балалары, һеңлемдең ғаиләһе – барыбыҙ утыҙ биш кеше. Ағайымдар йыш ҡына беҙгә атайым һәм уның тыуған яғы хаҡындағы хәтирәләре менән бүлешә. Нисек уның ҡорот ҡайнатҡанын, ҡаҙы эҙләтеп алдырғанын, бишбармаҡ бешергәнен, «Урал» йырын йырлауын һағынып иҫкә алалар. Уралда беҙҙең ерҙәр иркен, тупрағыбыҙ мул, йылҡы малыбыҙ күп ине, тиер булған ул. Шуға гел Башҡортостанды күрге килә торғайны, әммә эш, донъя мәшәҡәте менән ғүмер үтә торҙо. Уралға аяҡ баҫҡас, тәбиғәтен күреп, бындағы кешеләр менән аралашып киткәс, үҙебеҙҙе бөтөн кеше итеп тойҙоҡ, күңел түңәрәкләнде, элек мин, мәҫәлән, ярты йәнле һымаҡ йәшәгәнмен икән. Үҙеңде тамырлы, боронғо халыҡтың балаһы итеп тойоу сикһеҙ кинәнес бирә. Мөхәббәтле ғаиләлә тыуып үҫтем, мине яратҡан, хөрмәт иткән кешегә тормошҡа сыҡтым, яратылып йәшәйем, йөрәгем ятҡан, табышлы эшем булды, һис ҡасан мохтажлыҡ кисермәнем. Үҙем теләгәнсә ғүмер итәм, оҡшаған шөғөлгә тотона алам, шуға көн дә Хоҙайыма шөкөр итәм», – тип үткәндәрен бәйән итте Арзу ханым.

Ниндәй төҫтә һуң, һин, бәхет, тип һорайым эстән генә. Әле бына ҡан тартып, нәҫел ебен юллап, атаһының тыуған төбәгендә лә бик ҡәнәғәт, бәхетле йөрөп ята Арзу Ураллы Ротмайер. Аптырап ҡуям, бәлки, хазинаға бай, сағыу һәм тәрән тарихлы, мең мөғжизәле Урал тауҙарының исемен балаларына исем-шәриф рәүешендә мираҫ иткән аталарының ырыҫынандыр был бәхет? Ул үҙенсәлекле фамилия бүләк итеүҙән башҡа, хеҙмәт һөйөү­сәнлеген, тырышлығын да балаларына һала алғанғалыр, бәлки? Ғаиләлә мөнәсәбәттәр нисек булырға тейешлеген дә, намыҫ һәм кешелеклелек төшөнсәһен дә, теләһәң, бер ярҙамһыҙ үҙ эшеңде асып, уңышлы, бай йәшәргә мөмкин икәнен дә үҙ миҫалы өлгөһөндә күрһәтеп өлгөргән аталары. Барыһы ла мөмкин булыуға ышанып, мөхәб­бәткә генә төрөнөп үҫкәнгә лә, тормошта уңышлы булыуҙы тәбиғи итеп ҡабул иткәндәрҙер, моғайын. Икенсе яҡлап был ҡалыптарҙан азат булыуға ла килтергән шикелле. Бала табырға теләмәүе, наҙланып ҡына тормош көтөүе төрлө тейештәргә таянып йәшәргә өйрәнгән беҙҙең халыҡҡа барыбер ҙә сәйер, ят һымаҡ. Нисек генә булмаһын, Арзу ханым бәхетле була белеүе, тыныслығы, үҙен мәртәбәле тотоуы менән арбаны. Ирекһеҙҙән туғандарынан айырылып, ғүмерен ситтә, тыуған ерен һағынып үткәргән Әхмәт Ураллының осар ҡоштай ирекле, азат күңелле, ҡанатлы йөрәкле ҡыҙына ҡарап, тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, ниндәй төҫтә һуң һин, бәхет?

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook