«Тимер ат»ты йүгәнләрҙәй нескәлек

Машина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар артҡандан-арта. Эйе, бөгөн ҡыйыу, тәүәккәл, заман рухы менән һуғарылған, йылдам йәшәү рәүешен үҙ иткән һылыу заттарҙың руль артына ултырыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта тормошта тыныс, нескә тәбиғәтле, талғын холоҡло һәм руль артында күҙ алдына килтереүе лә ауыр булған гүзәл заттарыбыҙҙың «тимер атты» йүгәнләй алыуы – мөғжизәгә тиң күренеш. Әйҙәгеҙ, уларҙың бер нисәүһе менән танышып, күңел донъяларына байҡау яһайыҡ.

«Тимер ат»ты йүгәнләрҙәй нескәлек– Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, – тип һүҙен башлай радиожурналист, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова. – Ми­нән башҡа бөтәһе лә велосипедта бик яҡшы йөрөнө. Ҡурҡаҡлығым шул тиклем көслө булғандыр, велосипедҡа ултырырға ҡыйыулығым етмәне. Ә инде ҡасан да булһа автомобиль йөрөтә башлармын, тигән уй башыма ла инмәне. Нужа ҡалас ашата, тигәндәре дөрөҫ. Зарурлыҡ кешене бөтәһенә өйрәтә. Журналист булараҡ та ҡайҙалыр барырға, кем менәндер һөйләшергә тура килә. Районға ҡайтһаң, ауылдарҙа һоҡланғыс кешеләр менән осрашаһың. Fөмүмән, ниндәйҙер хужалыҡ эштәрен башҡарыр өсөн дә машина кәрәк. Һөнәрҙәшем Рита Өмөтбаева машина йөрөтә ине инде, ул да дәртләндереп ебәрҙе. «Тик, Фәрзәнә апай, түҙ генә, сөнки машина аҡса ярата, сығымы йыл һайын арта», – тип тә ҡуйҙы. Ысынлап та, ремонт, майҙы алмаштырыу кеүек эштәргә аҡса түгелә генә. Уның ҡарауы, ыңғай яҡтары күберәк барыбер: ваҡытыңа үҙең хужа, эшеңә тиҙ барып етәһең, ҡайҙа ла өлгөрәһең. Атайымдың ихлас ярҙамы ла ышаныс өҫтәне. Уның фатихаһы булмаһа, шулай уҡ ҡыймаҫ инем.

Машинаға тәүге ултырып сығыу – ҙур тетрәнеү ул. Ултырған һайын йөрәк тертләй, артабан күнегә башлайһың. Минең өсөн иң ауыры бер юл рәтенән икенсеһенә күсеү ине. Йә яңылыштан күрше юл рәтендәге автомобилдең юлын ҡырҡаһың. Был автомобиль хужаһын сығырынан сығара. Ҡайһы берәүҙәр ҡатын-ҡыҙ йөрөт­кәнде өнәмәй. Юлда йөрөгән йылдар эсендә үҙем өсөн бер асыш яһаным. Мосолман ир-егеттәре һинең юлда яһаған хилафлығыңа, ҡатын-ҡыҙ булыуыңа ташлама яһабыраҡ, сабырыраҡ ҡарай. Башҡаларҙың мөнәсәбәте икенсерәк: улар ярһый, ҡысҡыра, хатта әтәсләнә башлай.
Тәүге оҙон юлға – тыуған яғым Хәйбулла районына ҡустымдың һәм һеңлемдең улдары Азат, Рәдиф менән бергә ҡайттыҡ. Ейәнсура яғына етәрәк, руль артына мин ултырҙым. Бер аҙ бара биргәс, тәгәрмәс тишелде. Ярай егеттәр булды, улар менән тәгәрмәсте алмаштырҙыҡ. Шундай ҡаршылыҡтар булып тора. Бигерәк тә тәүге йылы ауыр.

Ҡыш көнө эшкә китеп барам. Ҡайҙандыр ел иҫә, машина эсе һыуынып китте. Аптырайым, өҫкә, аяҡ аҫтына ҡарайым, арттағы тәҙрәләргә күҙ һалам, бөтөн ерҙә ябыҡ, эштең нимәлә икәнен аңламайым. Килеп туҡтағас ҡына, үҙем ултырған яҡ тәҙрәнең ярым асыҡ икәнен аңғарҙым. Баҡтиһәң, терһәгем менән төймәһенә яңылыш баҫып асҡанмын, һиҙмәгәнмен. Махсус асмағас, ул тәҙ­рәгә саҡ ҡына ла әһәмиәт бирмәгәйнем шул. Хатта тәҙрә­не ябырға онотоп, төнгөлөккә ихатала ҡалдырған саҡтар ҙа булды. Тәүге мәл фараларҙы тоҡандырырға онота инем. Аллаһ һаҡланы, ундай-бындай хәл булманы, шөкөр.
Бер саҡ ҡышҡы һыуыҡта автомобилде тоҡандырҙым да, йылытырға ҡуйып, тыштан тәҙрәне таҙартырға сыҡтым. Ишекте ныҡ итеп япҡанмын, бикләнде лә ҡуйҙы. Сумка, фатир асҡысы, аҡса, телефон – бөтәһе лә эстә ҡалды. Хәҙер нимә эшләргә белмәй торам. Күршеләрҙе уятып, таксилыҡ аҡса һорарға тура килде. Туғандарымдан запас өй асҡысын алып, өйгә инеп, машинаның икенсе асҡысын табып, автомобилде көскә астым.
Машина серҙәренә яйлап өйрәнәһең. Ҡайһы саҡ ар­тыҡ шиксел дә булып китәһең. Көйлөмө, тигән уй тынғылыҡ бирмәй. Бер мәл машинамды тоҡандырһам, тормоз сигналы яна. Шунда уҡ ремонтҡа яҙылдым. Белгес руль артына ултырып ҡараны ла: «Һеҙ тормоз тотҡосон аҙағына тиклем тартып бөтмәгән­һегеҙ. Автомобилегеҙ төҙөк», – ти.

Һайыҫҡан тураһында көләмәс бар бит, бал күргән дә шуны ашамаҡ булған. Суҡышы йәбешә лә ҡуя, уны тартып алһа, ҡойроғо йәбешә. Ҡойроғон тартһа, йәнә суҡышы… Бына шуның һымаҡ, фарын тоҡандырһаң, ҡайышты элергә онотаһың, ҡайышты элһәң, тормоз тотҡосто ысҡындырыу кәрәклеге баштан сыға. Һуңынан, тәжрибә йыя-йыя, былар мейелә аныҡ тәртипкә һалына, әлбиттә, – ти яҙыусы, үҙе менән булған хәлдәрҙе бәйән итеп.

«Тимер ат»ты йүгәнләрҙәй нескәлекӘ танылған педагог, яҙыусы Рәсимә Ураҡсина руль артына тәүге тапҡыр 60 йәшен уҙғас ҡына ултырған.
– Хәҙер хаҡлы ялға сыҡтым, буш ваҡытым да күбәйгән­дәй булды. Бер төркөм әхирәттәрем машина йөрөтөү кур­сына яҙылырға йөрөй, мине лә өгөтләмәксе. Унан алда Ғәзиз ейәнем, өләсәй, һин руль артына ултыра алыр инең ул, тип әйтә биреп ҡуйғайны. Ошоғаса бер ҡасан да башы­ма инмәгән уй нисектер мине ҡыҙыҡтырып ебәрҙе.
– Ҡайһы тирәлә ул һеҙ йөрөгән автомәктәп? – тип һорайым әхирәтемдән.
– Коммунистик урамында, – ти.
Өйөмдән йырағыраҡ бит әле, яҡындараҡ юҡмы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙебеҙҙән йыраҡ түгел бер автомәктәптең уҡырға саҡырған иғланын күрҙем дә, оҙаҡ уйлап тормай, барып яҙылдым. Әммә был хаҡта бер кемгә лә өндәшмәнем. Хатта тормош иптәшем Уралға ла әйтмәнем. Көн дә йәйәүләп мәктәпкә барам. Эй дәртләнеп йөрөйөм, әй. Өйҙә ҡапланып тигәндәй машина йөрөтөү дәреслеген уҡыйым, ҡағиҙәләр өйрәнәм. Урал: «Таң менән нимә уҡыйһың ул?» – ти, минең йоҡламағанға аптырап. Ниндәйҙер мауыҡтырғыс әҙәби әҫәр, тип уйлайҙыр инде.
Шулай итеп, теория буйынса имтиханды биш минут эсендә уңышлы тапшырып сыҡтым. Артабан иң ҡыйыны – машина йөрөтөү дәрестәрен үтеп, ҡатмарлы ғына һынау тотаһы ҡалды. Инструкторға ҡаланың барлыҡ ауыр боролошло урамдарынан йөрөтөп сығырға ҡуштым. Черниковка ла, Һупайлы ла, Затон да, Дим биҫтәһе лә ҡалманы.

Имтихан көнө етте. Машинаға минең менән тағы өс йәш ҡыҙ ултырып алды. Иғтибарһыҙланып, юл ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында, йәштәрҙең өсәүһе лә «вождение»ны тапшыра алманы ул көндө. Хәҙер миңә сират етте.
– Ошонда туҡтағыҙ, – ти имтихан алыусы. Мин «туҡтарға ярамай» тигән юл билдәһен күреп киләм.
– Туҡтамайым, һеҙ юрамал минең башымды бутайһығыҙ, яңылыштырырға теләйһегеҙ, бында «туҡтарға ярамай» тигән билдә тора ла баһа, – тием ҡәтғи генә.
– Һеҙ ысын педагог икәнһегеҙ, үҙ һүҙегеҙҙе яҡлай беләһегеҙ, мин ундай кешеләрҙе ихтирам итәм, барыһын да дөрөҫ эшләнегеҙ. Хоҡуҡ боҙоуҙар булманы. Зинһар, туҡтағыҙ, – тигәс кенә, ышанып, машинаны туҡтаттым. Был ҡатмарлы имтиханды тәү тапҡырҙан тапшырғас, күңелемә рәхәт булып ҡалды, үҙ көсөмә ышаныс нығынды.

Белгестәр миңә «Тойота РАФ 4» кеүек бейек, хәүефһеҙ машина алырға кәңәш итте. Йыл аҙағында ауырып китеп, машина һайларға мөмкинлегем булманы. Үҙем теләгән «РАФ 4» автомобилен һатып алғансы ярты йыл самаһы үтте. Алдым да, ә йөрөтөргә ҡыйыулығым етмәй. Былай һуҙырға ярамай, тип уйлайым үҙем.

Бер ҡыҙҙы ултыртып, баҡсаға киттем, иртәгә үҙем ҡа­лаға сығырмын, тип уны ҡайтарып ебәрҙем. Мунса төштөм, тамаҡ ялғап алдым. Шунан көҙгө алдына баҫтым да: «Әгәр ҙә иртәгә машинаны үҙең йөрөтөп ҡайтмаһаң, башҡа бер ҡасан да уға ултыра алмаясаҡһың», – тип әй­теү әйттем. Әйтелгән – эшләнгән. Сәғәт иртәнге биштә тороп, әйберҙәрҙе йыйҙым да ҡуҙғалдым ҡалаға. Ҡурҡыштанмы, ҡыуаныстанмы йортобоҙ янына нисек килеп туҡта­ғанды ла аңғармай ҡалғанмын. Әйберҙәрҙе күтәреп, фатирға индем. Машинала үҙем ҡайттым, тигәнгә Урал да ышанмай. Иң ҡыйыны – тәүге аҙым. Артабан ҡурҡыуыңды еңеп алһаң, машина йөрөтөү – кинәнес кенә ул. Яратҡан «тимер ат»ымды егеп, хәҙер инде ҡайҙарҙа ғына булманыҡ, ул минең ышаныслы дуҫыма, хәйерле юлдашыма әйләнде, – ти Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы, башҡа һылыу­ҙарҙы ла автомобилселәр рәтенә баҫырға әйҙәп.

Дин тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла маши­на йөрөтөүсе ханымдар бар. Мәҫәлән, «Алтынай» балалар студияһы етәксеһе, режиссер Альмира Ҡыуатованың руль артына ултырыуына – 15 йылдан ашыу.
– Ураҙала тарауих йәки йома намаҙҙарына мәсет алдына машина менән килеп туҡтаған һылыу заттарҙы күрәм дә ҡыуанам. Ислам – ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәстәрләгән, уларҙың көнитмешен уңайлыраҡ итеүгә ынтылған иң мәрхәмәтле дин. Машина йөрөтөү байтаҡ мәшәҡәттән ҡотҡара һәм гүзәл заттарға тәғәйен урынға ваҡытында тиҙ генә барып етеү, балаларҙы мәктәпкә, ижади түңәрәктәргә йөрөтөү өсөн дә ҡулай, – ти режиссер.
7-се кластан уҡ «кәзә» мотоциклында елдергән һылыу заттың бөгөн машина йөрөтөүе бер ҙә ғәжәп түгел, әлбиттә. Әммә транспорт мыжғып торған Өфө урамдарында хиджәб кейгән оло апай түгел, әле йәштәр юғалып ҡалыусан.

– Сибай филармонияһында эшләгән саҡта Өфөгә, Һупайлы биҫтәһенә хәтлем тәүге тапҡыр руль артында килгәнемде бер ҡасан да онотмаҫмын, моғайын. Ағиҙел аша күпергә тиклем тыныс ҡына килдем. «Дуҫлыҡ монументы»н да ярайһы ғына үтеп киттем. «Йәшел сауҡалыҡ» яғына, Менделеев урамына сыҡҡайным, башланды бит мәхшәр. Береһе – уңдан, береһе һулдан пипелдәтә. Күҙ алдарым ҡараңғыланды, йөрәгем дарҫлап тибә. Ярай ижад йәнле әле үҙем, фантазияға бай кеше. Таныш артистар осрап, сәләмләйҙәр икән тип, күҙ алдына килтерҙем дә, йылмайып ҡына ултырырға тырышам. Иң мөһиме – артабан ҡаушап ҡалмау. Ул арала ҡайҙандыр өсөнсө еңел машина пәйҙә булып, юлды арҡырыға киҫеп, алға елдерә. Иларға ла, көлөргә лә белмәйем. Урта рәткә тороп алғанмын да китеп тик барам. Ян-яҡтағы көҙгө тигән төшөнсәне, әйтерһең, ғүмерҙә лә ишетмәгәнмен. Бөтә белгәндәрем башымдан осҡан. Аңҡы-тиңке булып, көс-хәл менән Һупайлыға барып еттем. Машинаны ҡуйып, апайымдарға индем. Ул сәй әҙерләй, ә мин тәҙрә янына баҫтым да, юлдағы кисерештәрҙән һис арына алмай, аптырап тик торам. Машинама ҡарайым. Мин уны яратып «Ока»-йота тип йөрөтә торғайным. Шунда ныҡ ҡурҡҡанымды аңланым: аяҡтарым дер-дер ҡалтырай, башым геүләй. Тәүге сирҡаныс алыуым ошо булғандыр. Өфөгә күскәс, Айтуған улым минең менән бергә йөрөп, ҡайҙа нисек боролорға, нисек икенсе юл рәтенә күсергә өйрәтте. Шулай итеп, ҡатмарлы осраҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа өйрәндем. Улай ғына түгел, хәҙер машина йөрөтөүҙән кинәнес, иреклек, осош тойғоһо кисереп һөйөнәм, – ти автомобилсе.
Тәбиғәтте яратҡан һәм гүзәл Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итергә ғәҙәтләнгән режиссер «Шевроле Нива» машинаһына өҫтөнлөк биргән. Тыуған Ейәнсура районына ҡайтыу өсөн дә, урманға шифалы үлән-тамырҙар, еләк-емеш йыйыуға йөрөү өсөн дә уңайлы икән Рәсәй Ниваһы. Һәр миҙгелдә лә ҡурҡмайынса юлға сығам, тип шатлана Альмира ханым.

Ә бына Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Эльмира Саматованы күптәр нескә, наҙлы, иркә ҡатын итеп кенә күҙ алдына килтерәлер. Ә уның айғырҙай «джип»ты йүгәнләй алыуын белмәйҙәрҙер ҙә әле!
Машина йөрөтөүгә мәжбүр иткән уның да үҙ тарихы бар. Көтмәгәндә тормош иптәше, аяғын һындырып, дауаханаға эләгә. Унан оҙайлы ваҡыт дауаланыу үтергә тейеш була. Ә ике балалы актрисаға ирен, көн дә таксиға аҡса түләп, дауаханаға йөрөтөү ауырға төшә. Эльмира, тиҙ арала уҡып сығып, танытма ала. Кредитҡа бәләкәс, әммә уңайлы ғына автомобиль дә һатып алалар.

– Унда әллә ни уйҙарға бирелеп, ҡайғырып ултырырға ла ваҡытым булмағандыр, күрәһең. Теорияны ла, практиканы ла бер көндә тапшырҙым. Ирем һөйөндө генә һәм ултырып йөрөгәндә лә ҡурҡыуын һиҙҙергәнен хәтерләмәйем. Киреһенсә, гел яҡшыға юрап, өйрәтеп, дәртләндереп кенә торҙо, – ти Эльмира, машина йөрөтә башлаған мәлен хәтерләп.

Актрисаның автомобилгә талаптары юғары. Руле еңел боролһон, тәҙрәләренән тирә-яҡ тулыһынса күренһен, ултырыуы уңайлы, ҡышын ҡар кисеп йөрөрлөк булһын. Ҡатын-ҡыҙ сығып, этеп йөрөй алмай бит инде, тип йылмая мөләйем һылыу. Тәүге автомобиле «Тойота Виста» була, икенсеһе – «Хонда Джазз», ә бөгөн ул «Лексус RX» кроссоверы менән йөрөй.

Әйткәндәй, әле актрисаның тормошонда бик матур мәл – ул өсөнсөгә сабый көтә. Бассейнда йөҙөү, йәйен баҡсала йә тәбиғәт ҡосағында ял итеү – уларҙың татыу ғаиләһе өсөн ғәҙәти хәл. Эльмира, йөклө булһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән машина йөрөтөп, күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп ала икән.
Үҙ-үҙеңде еңеү һәм ир-ат таҫыллығы талап иткән өлкәлә тәжрибәгә өлгәшеү – оло ҡаҙаныш, әлбиттә. Әммә юлда барыбер ҙә үтә иғтибарлы булыу, айыҡ, һалҡын аҡыл менән эш итеү мөһим. Хәйер, тормош үҙе лә бит, киртләс-киртләс юлдар кеүек, ауыр һәм бормалы. Шуға яңы үрҙәр яулауҙан ҡурҡырға ярамайҙыр. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти бит халыҡ.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook